Башҡортостан премьер-министры МХО офицеры Айнур Хужинға юғары награда тапшырҙы

Башҡортостандан МХО яугире, разведка отряды командиры Айнур Хужин генерал Шайморатов орденына лайыҡ булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан премьер-министры МХО офицеры Айнур Хужинға юғары награда тапшырҙыБашҡортостан премьер-министры МХО офицеры Айнур Хужинға юғары награда тапшырҙы
Башҡортостан премьер-министры МХО офицеры Айнур Хужинға юғары награда тапшырҙы

Премьер-министр Андрей Назаров юғары награданы Республикаға идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә тапшырҙы.

Лейтенант МХО-ла ҡатнашыусыларға даими ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Республиканың төп залында баҫып тороу минең өсөн ҙур хөрмәт. Хәрби эшебеҙҙе баһалағанығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙ ҡуйылған барлыҡ бурыстарҙы үтәргә вәғәҙә бирәбеҙ», — тине хәрби хеҙмәткәр.

Автор:Айбулат Ишназаров