

Сәйәхәттә МХО ветерандары (шул иҫәптән фонд аша ҡул менән идара ителгән автомобилдәр алыусылар) һәм уларҙың ғаилә ағзалары, "Төнгө бүреләр" байкерҙар клубы вәкилдәре, филиал хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары активистары ҡатнашты.
Автоуҙыш идеяһын менән "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды рәйесе, статс-секретарь — Рәсәй Федерацияһы оборона министры урынбаҫары Анна Евгеньевна Цивилева быйыл март айында республикаға сәфәре ваҡытында сығыш яһаны.
Фонд аша ҡул менән идара ителгән автомобилдәр алған махсус хәрби операция ветерандары инициативаны хупланы һәм беренсе автоуҙышта ҡатнашты. Улар: Вильмир Килмәмәтов – уға асҡыстарҙы Анна Евгеньевна үҙе тапшырған ине, Андрей Малышев машинаны – декабрҙә, Эмиль Йәнекәев – июлдә, Ә Күмертауҙан Радик Йосопов 2025 йылдың яҙында алған ине.
Өфөлә генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында сәскәләр һалғандан һуң колонна старт алды һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры тыуған яғына — Ҡырмыҫҡалы районындағы Шайморат ауылына йүнәлеш алды. Бөйөк Ватан һуғышы геройының исеме Ватанды һаҡлаусыларҙың быуындарын берләштерҙе: Шайморатов яугирҙары артынан бөгөн махсус хәрби операция ветерандары юлға сыҡты.
Маршруттың һуңғы нөктәһендә сәскәләр һалыу һәм тантаналы митинг үтте. Аҙаҡ сара ҡорбан ашы менән тамамланды.
- "Ватанды Һаҡлаусылар" фондының беҙҙең филиалы өс йыллығын билдәләй, һәм беҙҙең өсөн уны геройҙарҙы социалләштереү буйынса реаль эштәр менән билдәләү мөһим. "Шайморатов сиге" автоуҙышы — шундай миҫалдарҙың береһе. Беҙ МХО ветерандарын әүҙем йәмәғәт һәм илһөйәрлек сараларына йәлеп итәбеҙ һәм ойошманың улар өсөн ныҡлы терәк булыуын күрһәтәбеҙ, — тип билдәләне фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.