Өфөлә контракт төҙөүгә булышлыҡ итеүсегә түләү бар

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөүгә булышлыҡ итеүсегә түләү ҡарары раҫланды. Был ҡанунға Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Сергей Кожевников ҡул ҡуйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә контракт төҙөүгә булышлыҡ итеүсегә түләү барӨфөлә контракт төҙөүгә булышлыҡ итеүсегә түләү бар
Өфөлә контракт төҙөүгә булышлыҡ итеүсегә түләү бар

Уға ярашлы контракт төҙөгән һәр ирекмән өсөн аралашсыға бер тапҡыр 689,6 мең һум аҡса түләү ҡаралған. Килешеү быйыл 26 марттан башланырға тейеш. Аралашсыға 18 йәш тулыуы һәм хәрби хеҙмәттәге кеше булмауы мотлаҡ. Һәр йәлеп ителгән контрактсы өсөн түләү ҡаралған.

Аҡсаны алыу өсөн мэрияға кәрәкле документ һәм ғариза менән мөрәжәғәт итергә. Контрактсыға һәм аралашсыға паспорт, ИНН һәм СНИЛС күсермәһен күрһәтергә кәрәк.

Түләү өсөн аҡса ҡала ҡаҙнаһынан алынасаҡ.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова