

Артур лайыҡлы яугир ғына түгел, талантлы кеше лә булды. Уның «Башҡортостан егеттәре» йыры махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ысын гимн булды. Уны балалар ҙа, өлкәндәр ҙә йырлай, һәм беҙҙең районда бер генә патриотик сара ла был йырҙан башҡа үтмәй.
Хөрмәтле Сәрүәр Сәлим ҡыҙы, был орденды улығыҙ тураһында тәрән рәхмәт һәм мәңгелек хәтер билдәһе итеп ҡабул итегеҙ. Ул үҙенең үлемһеҙ батырлығының символы булһын, ә уның йырҙары мәңге яңғыраһын, Яңы быуындарҙы Ватаныбыҙҙы яҡлауға рухландырһын!