

Үҙәкте асыу тантанаһында Дәүләт думаһы депутаты Ирина Панькина, БР МХО ветерандары Ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов, көс структуралары вәкилдәре, меценаттар, МХО ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре ҡатнашты. Ирина Панькина билдәләүенсә, был үҙәкте асыу Башҡортостан Башлығының бойороғона ярашлы башҡарылды, сөнки Мөрәжәғәтнамәлә ошо бурыс ҡуйылды.
Бында шулай уҡ психологик һәм көнкүреш уңайлыҡтарға айырым иғтибар бүленгән. Яугирҙарҙың әсәләре, ҡатындары һәм яҡындары өсөн «Ғаилә ҡунаҡ бүлмәһе» лә бар.
Ошондай уҡ үҙәк Федоровка районының Фёдоровка ауылында ла асылды. Район башлығы Венер Насретдинов хәбәр итеүенсә, уның эше «Ватан»ды һаҡлаусылар дәүләт фонды менән тығыҙ бәйләнгән.
Үҙәктә эшләүсе белгестәр яугир-ветерандарға эш ҡағыҙҙарын тултырырға, реабилитация программаһын һәм техник сара һайларға ярҙам итәсәк.
Фото: В. Насретдинов, Федоровка районы хакимиәте.