

Ҡыҙыҡһыныуҙы баҫа торған сәфәр түгел...
Мине лә ебәрегеҙ әле, тип гуманитар ылау оҙатыусылар исемлегенә эләгергә тырышыу элекке эштә һөҙөмтә бирмәне. Ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй торған командировка йә ҡыҙыҡһыныуҙы баҫа торған сәфәр түгел, тип ҡырт киҫә киленде. Журналистиканан киткәс, ҡәләмдәштәр менән дә юлға сығыу мөмкинлеге юҡ ине. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона эшкә күскәс, хеҙмәттәштәремдең фронтҡа ярҙам тирәләй берҙәмлеге, рухи теләктәшлеге һоҡланыу уятты. Һәр береһе ҡулдарынан килгәнсә алғы һыҙыҡтағы яҡындарына, таныштарына ярҙам итә. Мәҡәләләренең геройы булған ир-егеттәр менән бәйләнеште өҙмәй, юғалтыуҙар тураһында хәбәр килһә, яҡын кешеләрендәй күреп әсенә. Эштән ҡалып йә төшкө аш мәлендә Матбуғат йорто коридорында маскировка селтәре үреүселәр, окоп шәмдәре ҡойоусылар бар. Гуманитар ылау туплап, уны егеттәргә алып барыуҙы ла яйға һалғандар. МХО тарихын яҙыуға килгәндә, республикабыҙҙың гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре, журналистары был йәһәттән мөһим урын алып тора.
Республика етәксеһе Радий Хәбировтың йыл башында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһе «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» тигән өс һүҙ тирәләй ҡоролдо. Ул беребеҙҙе лә битараф ҡалдырманы. Әйҙәгеҙ, ана шул девизды ҡеүәтләп, тағы ла махсус ылау йыяйыҡ, тигән тәҡдимде республикабыҙҙың баҫма матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре – коллегаларым берҙәм хупланы. Тиҙ арала ярайһы ҙур сумма тупланды, унан тыш та егеттәр өсөн бик күп кәрәк-яраҡ йыйылды. Ана шул ылауҙы оҙатып, бер төркөм коллегаларым менән Донбассҡа барып ҡайттым. Ысынлап та, ҡыҙыҡһыныуҙы баҫа торған сәфәр түгел икән...
Бер БПЛА операторы тотош взводҡа ҡаршы торор көскә эйә
Ростов өлкәһе сиген үтеп, Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһенә сыҡҡас та, юлда хәрби транспорт – бронялы ҡеүәтле йөк автомобилдәре күбәйҙе, блокпостар осрай башланы. Көндөҙгө сәғәт өскә тиклем килеп етергә тырышығыҙ, һуңға ҡалыу хәүефле, тигәйнеләр телефон аша. Шуға ла килешелгән урынға әйтелгән ваҡытҡа барып еттек. Беҙҙе Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ҡаршы алды. Еңел автомобиль менән штабҡа барып етеү икеле, уны юлда ремонт ротаһы биләмәһендә ҡалдырабыҙ, тине ул шунда уҡ. Бында хужалар ни ҡуша, шуны тыңлау дөрөҫ, тип бер һүҙһеҙ ризалаш-тыҡ. Полкка илткән юл ыңғайында урман яғына боролабыҙ. Тап шунда беҙҙең полктың бер бүлексәһе урынлашҡан. Күҙгә ташланғаны – маскировка селтәрҙәре. Һәр блиндаж, һәр транспорт шуның менән ҡапланған, асыҡ һауалағы һәр ышыҡ ана шул селтәрҙәр менән бүленгән.
Блиндаждың ниндәй икәнен күргән, күҙ алдына килтергән юҡ. Ер аҫтындағы өңдәрҙең ауыҙы әлеге маскировка селтәре менән ҡапланған, шуның аша үтеп, баҫҡыс буйлап түбән төшәбеҙ. Төпкө ишекте асып үтеү менән заманса цехҡа эләктек. Стена буйлап 3D принтерҙар теҙелгән, улар эшләп тора. Компьютер артында ултырған ағай үҙен «Макс» тип таныштырҙы. Баҡһаң, бында махсус пластик кәтүктәр сығарыла, артабан уларға оптик сүс уралып, дрондар етештерелә икән. Ошондай пилотһыҙ аппараттарҙың үҙенсәлектәренә килгәндә, осоу алыҫлығы оптик сүстең оҙонлоғо менән сикләнһә лә, өҫтөнлөгө – радиотулҡындар ярҙамында эшләмәгәс, РЭБ тарафынан асыҡланмауы һәм видеосигналдарҙың юғары сифатта тапшырылыуында.
– Махсус хәрби операция башланғандан алып, хәрби стратегия бер нисә тапҡыр үҙгәрҙе. Мин контракт төҙөп МХО-ға юлланғанда бөтөнләй икенсе хәрби вазифаға тәғәйенләнгәйнем. Хәҙер тактика тулыһынса алмашынды – юғары технологиялар һуғышы кимәленә сыҡтыҡ. Бөгөн махсус хәрби операцияла дрондар һәм улар менән идара итә белгән операторҙар бик кәрәкле. Шуға полк базаһында үҙебеҙ ҙә пилотһыҙ осоу аппараттарын етештерәбеҙ, уларҙы үҙебеҙ ремонтлайбыҙ, был һөнәрҙәргә бында өйрәндек. Бөгөн фронтты алға әйҙәүсе төп көс – ул БПЛА ғәскәрҙәре. Бер оҫта оператор әллә күпме ҡәҙимге хәрби көстө алмаштыра. Тағы ла анығыраҡ әйткәндә, бер БПЛА операторы тотош взводҡа ҡаршы торорлоҡ көскә эйә. Улар беҙҙең армияны ҙур юғалтыуҙарҙан һаҡлай, – тине «Макс».
Ил һағында – олатай, атай һәм ейән
«Макс» Өфөнән, һуғышҡа тиклемге һөнәре – автоэлектрик, сервис компанияһында эшләгән. Фронтта ғаиләһенән бер үҙе генә түгел. МХО башланыу менән атаһы ла, улы ла ил һағына баҫҡан. Беренсе булып «Макс» үҙе контракт төҙөй, бер ай тигәндә атаһы ла контрактҡа ҡул ҡуя, ваҡытында Афған һуғышын үткән «Скрипач» улын «Башҡортостан» полкы хәрби әҙерлек үткән ерҙә ҡыуып тота. Улар аталы-уллы бер полкта, шуға сағыштырмаса еңел. «Макс»тың улы «Голливуд» иһә егерме йәшлек, хәрби операцияға армиянан китә, бөгөн Донецк йүнәлешендә.
«Макс» башта Даян Мурзин исемендәге батальон составында пехота хәрби машинаһына оператор-наводчик итеп тәғәйенләнә. Һәләк булғандарҙы, яралыларҙы алғы һыҙыҡтан эвакуациялай. Ана шундай эвакуацияның береһендә үҙе лә яралана, госпиталдә ятып сыҡҡандан һуң ремонт ротаһына күсерелә.
МХО-ға китергә нимә этәрҙе, тип һорайым. «Макс» ҡыйыу аҙымын сәйәси яҡтан белемле, әҙерлекле булыуы менән аңлата. «Илебеҙгә ысынлап та ярҙам кәрәк ине», тигән фекерҙә ул. Тәүге осорҙа ошо инанысын ысынбарлыҡ дәлилләй. «Башта беҙгә алға китеү ныҡ ауыр бирелде. Тап ир-егеттәрҙең дәррәү берҙәмлеге арҡаһында ҡаршы-лыҡ күрһәтә алдыҡ, фронтты алға ебәрҙек», – ти.
– Бөгөнгө шарттарҙа иң мөһиме – кесе күк йөҙө. Һуғыш пилотһыҙ осоу аппараттары өҫтөнлөк алған шарттарҙа дауам итә. Беҙ алға киттек, хәҙер еңеүҙе тәьмин итеү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары рәтен бермә-бер арттырырға кәрәк, – ти «Макс». – Башта был цехта ике генә 3D аппарат тора ине. Күреүегеҙсә, блиндаж хәҙер ҙур булмаған цехҡа әйләнде. Ул тәүлек әйләнәһенә туҡтамай эшләй. Дрондарҙан тыш, автоматтар өсөн магазиндар ҙа сығарабыҙ. Стандартҡа ярашлы, хәрбигә бер автомат менән дүрт магазин бирелә. Әммә улар ҙа бөгөн – расход материал, һуғыш барышында төшөп ҡала, юғала. алғы һыҙыҡта уны эҙләү ҡайғыһы юҡ. Шуға алмаш магазиндарҙы үҙебеҙ етештерәбеҙ. Магазиндар сығарыу өсөн сымдарҙы үҙебеҙҙекеләр – Башҡортостан предприятиеларының береһе ебәреп тора. Бөгөн цех өсөн сыймалға килгәндә, шулай уҡ дрондар етештереү өсөн оптик сүстәр бик кәрәк.
«Башҡортостан» полкы республиканан 2023 йылдың 26 апрелендә оҙатылды. Башта улар Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үтте, ә йәйен фронтҡа китте. Артта – өс йыл ваҡыт. Арығандарҙыр, ә шулай ҙа талсығыуҙарын күрһәтмәне лә, һиҙҙермәне лә яугир. «Иң ауыры минең ҡатынға тура килә: бөгөн ҡайныһы ла, ире лә, улы ла фронтта. Шулай ҙа беҙҙең ҡатындар көслө рухлы», – тип йылмая яугир.
«Бөгөн улым өсөн ғорурлыҡ кисерәм. Ул мине яралы килеш тә күрҙе. Әммә, бер нимәнән дә ҡурҡмай, үҙ теләге менән Ватан саҡырған ергә китте. Уның өсөн бер яҡтан борсолам, шул уҡ ваҡытта ил һаҡларлыҡ ул үҫтерә алғаныма ғорурланам», – ти атай кеше. Көтөгөҙ, оҙаҡламай ҡайтырбыҙ, был эште тамамларға күп ҡалманы, тип оҙатып ҡалды «Макс».


«Сват» менән «Матроскин» – күп балалы атайҙар, улар ул-ҡыҙҙарының именлеген һаҡлай
Дрондар етештереүсе цехтың төп хужаһы – баш техник «Сват» әҙ һүҙлерәк булып сыҡты. Үҙе Стәрлетамаҡтан, ғаиләле, өс бала атаһы. Махсус хәрби операцияға шулай уҡ Даян Мурзин исемендәге штурм батальоны составында киткән. Төп белеме буйынса юрист булһа ла, үҙе техника ене ҡағылғандар рәтенән. МХО-ла дрондар менән идара итеүгә уҡый, уларҙы һүтеп-йыйыуға ла оҫта. Тап шуға ла хәҙер ошо йүнәлеш өсөн яуаплы. Алғы һыҙыҡтан ремонт ротаһына күсерелеүенә ҡарамаҫтан, ул фронтты һөҙөмтәлелеккә әйҙәгән иң кәрәкле яугирҙарҙан һанала.
«Матроскин» иһә, киреһенсә, ихласлығы менән арбаны – ябайлыҡ та, сәм дә сәсрәп тора. Нуриман районының Яңы Күл ауылынан, МХО-ға тиклем Өфө моторҙар етештереү берекмәһендә эшләгән.
УМПО-ла эшләгәс, бронь булғандыр, тим. Мин ситтә ҡала алманым, тип яуап бирҙе «Матроскин»: «Ошо илдә тыуҙым, үҫтем, белем алдым – ил өсөн ауыр мәлдә бронь тип боҫоп ҡалыу минеңсә түгел». Ваҡытында ул ОМОН-да хеҙмәт итә. Санкт-Петербургта G8 саммиты үткәндә, Сочи олимпиадаһы ваҡытында именлек һағында тора.
Бөгөн ул, МХО-ла алғы һыҙыҡта булыу тәжрибәһенән сығып, БПЛА взводына килгән яңы операторҙарҙы өйрәтә. «Ҡошсоҡтар» менән идара итеүгә ҡулсыр йәш егеттәрҙе хәҙерге һуғыш нескәлектәренә, дошман тактикаһына төшөндөрә. Әйткәндәй, үҙенә 41 йәш. «Ә тәғәйен БПЛА операторы булараҡ контракт төҙөгәндәрҙең иң өлкәненә – 27. Йәштәр был йүнәлештә ныҡ отҡор, тиҙ үҙләштерәләр. Хатта ҡайһы бер осраҡта кисәге уҡыусыларыбыҙҙан үҙебеҙ кәңәш һорайбыҙ», – ти ул.
МХО – хәҙерге заман һуғышы. Бөгөн яңы хәрби тәғлимәт барлыҡҡа килгән. Күк йөҙөн яула – шул саҡта еңеү һинең яҡта буласаҡ. Был һис кенә лә буш һүҙ түгел, ысынбарлыҡ.
– Полк был йүнәлешкә килеп урынлашҡас та, хәл ярайһы ҡатмарлы ине. Әммә заман талаптарына тиҙ яраҡлаштыҡ. Хәҙер үҙебеҙ ҙә юғары әҙерлекле операторҙар сығарабыҙ. Ошонда барыһына ла уҡытабыҙ. Хатта ярҙам һорап башҡа полктарҙан да мөрәжәғәт итәләр, өйрәтәбеҙ, уларҙың тәжрибәһе менән дә уртаҡлашабыҙ. Сөнки тотош фронт – ул бер бөтөн. Беҙҙең полк Пермь крайы, Удмуртия егеттәре, Себерҙән килгәндәр менән тулылана. Берҙәмбеҙ, сөнки бөтәбеҙ ҙә уртаҡ Еңеү өсөн килгәнбеҙ, алдынғы йәштәрҙән тулыланыу көтәбеҙ, – ти «Матроскин».
Бына күпме «Уфимец» дрондары ебәрелә беҙгә Башҡортостандан, тип fpv-дрондар кәштәһенә күрһәтә әңгәмәсем. Ул: «Движоктары, рамалары Өфөлә етештерелә. Уларҙы бында оптоволокноға яраҡлаштырып алабыҙ. «Уфимец»тар бик сифатлы, бер ниндәй дәғүә юҡ», – ти.
Дрондар Өфөнән күпләп ебәрелеп тороуына рәхмәтле егеттәр. «Сват», «Макс» сүстәрҙән дрондар йыйһа, «Матроскин» үҙ егеттәре менән уларҙы бортҡа ултыртып, тулыһынса ҡулланыу өсөн әҙерләп бөтөрә. Был дрондар – һуғыш ҡоралы ла, алғы һыҙыҡтағы егеттәргә кәрәкле әйберҙәрҙе еткереү сараһы ла.
Пилотһыҙ аппараттарҙың ерҙән йөрөй торғанын да етештерәләр. Ул – пульт менән идара ителгән дүрт тәгәрмәсле арбалар. Алғы һыҙыҡтағылар янына үтеп булмағанда һыу, ризыҡ шул техника ярҙамында оҙатыла. Шулай уҡ улар яралыларҙы алып сығырға ярҙам итә.
Өҫтәлгә теҙеп һалынған фотолар, хаттарға күҙ һалам.
– Үҙемдекеләрҙән хат алдым, – тип йылмая «Матроскин». – Ҡустым, һеңлемдең өсөнсө класта уҡыған улы, яҙып ебәргән, мин уның өсөн абруйлы бабай. Туғыҙ йәштә генә булһа ла, шылтыратып фронттағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһынып тора, ысын ил һаҡсыһы үҫеп килә. Ә бына былар минекеләр – кәләшем һәм өс ҡыҙым.
Алғы һыҙыҡта күп балалы атайҙар байтаҡ. Улар бында Ватан алдындағы бурысын үтәй, ғаиләләре, ул-ҡыҙҙарының именлеген, тыныс йоҡоларын һаҡлай...


Зыян күрмәгән бер бина ла ҡалмаған...
Тәүге подразделениенан һуң Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдиновтың автомобилендә юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Тиҙлек ярайһы юғары. Сөнки һауа «бысраҡ», дрондар оса. Йөк тейәлгән «Газель» арттан ҡыуа. Уңдан да, һулдан да – янып көлгә ҡалған урмандар. Неонацистар Северодонецк, Кременной тирәһендә меңәрләгән гектар урманды махсус рәүештә яндырған. «Башта ҡот осҡос күренеш ине, хәҙер ул тиклем дә ҡурҡыныс түгел, ҡалалар тирәһендәге биләмәләр таҙартылды», – ти Алик Финзир улы.
Северодонецк та емереклектәр менән ҡаршы ала. Күп ҡатлы йорттар, сауҙа үҙәктәре, ресторандар утҡа тотолған. Бында зыян күрмәгән бер генә мәктәп, балалар баҡсаһы ҡалмаған. Ошо биләмәләргә Рәсәй армияһы мотлаҡ инәсәген аңлап, инфраструктураны ғына түгел, ябай кешеләр йәшәгән тормошто ла ер менән тигеҙләй Украина боевиктары. Әйтеүҙәренсә, Северодонецкиҙың 80 проценты емерелә, ә ғөмүмән алғанда, һәр бина зыян күрә. Ҡаланы азат иткәндән һуң, беҙҙең саперҙарға бер нисә ай буйы һәр метрҙы ҡарап, уны миналарҙан таҙартырға тура килә. Бөгөн тормоштоң яйлап тергеҙелә башлағаны тотошлайы менән яңыртылған күп ҡатлы йорттарҙа, тигеҙ юлдарҙа сағыла.


Ер аҫтындағы тормош
«Башҡортостан» полкының хәрби-сәйәси эш менән идара итеү пунктында замполит «Борус» (Александр Мельченко) ҡаршы алды. Һынсыл ҡараш ташлаһам да, йәшен самалай алманым. Коллегам Вәдүт Исхаҡов менән күптәнге таныш ише ирҙәрсә ихлас сәләмләштеләр. Минең менән таныштырҙылар, иҫәнләштек. «Борус»тың ер аҫтындағы хәрби офисы ҙур ғына. Эш өсөн бөтә шарт тыуҙырылған. Күҙгә шунда уҡ ташланғаны – тәртип. Кемдер телефонда дежурҙа, кемдер компьютерҙа эш менән була. Аңлашыла, һәр һалдаттың блиндажында көнкүреш шарттары командир штабындағы ише түгелдер. Ә шулай ҙа ҡара урмандағы ер аҫты тормошона яраҡлашҡан егеттәр, ни тиһәң дә, улар МХО-ла инде өсөнсө йыл. Беҙҙең кеүек юлаусылар ҡунып сыҡһын өсөн айырым йоҡо бүлмәһе – үҙҙәре әйтмешләй, ҡунаҡхана ла булдырылған. Аш бүлмәһе иркен.
Үҙем шунда уҡ замполит менән һүҙҙе беректереп ебәрә алманым. Миңә бындағы шарттарға күнегеп, бығаса бер ваҡытта ла күҙ алдына килтермәгән мөхиткә әҙерәк яраҡлашырға кәрәк ине. Хәрбиҙәр менән нисек аралашырға икән, тип баҙап та ҡалдым, шикелле. Әйҙәгеҙ, ылауҙы бушатайыҡ, тигән һылтау менән йәнә тышҡа ыңғайланым. Әйткәндәй, ҡаршы алып, беҙҙе оҙатыусылар рәтендә ҡасандыр Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бергә эшләгән хеҙмәттәшем – «Журналист» (Рафиҡ Әхмәтшин) һәм МХО-ға тиклем Рәсәй – Башҡортостан каналында эшләгән «Асад» та (Руслан Әсәҙуллин) бар ине. Улар йәһәт кенә башҡа егеттәрҙе лә тупланы. Газелде бушаттыҡ. Күп тә үтмәй штаб соланы беҙ алып килгән кәрәк-яраҡ, күстәнәстәр менән тулды. Төҙөлөш өсөн инструменттар, янғын һүндергестәр бик кәрәкле ярҙам, тип баһаланды. Дизель генераторы өсөн айырым рәхмәт белдерҙе егеттәр. Ул бында туҡтауһыҙ эшләгәс, тиҙ сафтан сыға икән. Тура ашханаға алып барайыҡ, тип уны икенсе машинаға тейәнеләр. «Журналист» менән «Асад»: «ҡараңғы төшмәҫ элек, әйҙә, ашхананы барып күр. Беҙ бында полк йылъяҙмаһын туплайбыҙ, бушаған бер блиндажда телестудия әтмәләп маташабыҙ, шуны ла күрһәтербеҙ», – тине. Урман юлы буйлап «Журналист» «Нива»һында төпкәрәк киттек.
Ашхана янында егеттәр генераторҙы бушатты. Йәнә ер аҫтына төшәбеҙ. Тейешле шарттар тыуҙырылған кухня-блиндаж. Ҙур ҡулйыуғыс, йәшелсә һаҡлау урыны, икмәк киҫеү бүлеге һәм аш-һыу әҙерләү блогының ҡап уртаһында – утындан да, генераторҙан да эшләй алған ялан кухняһы. Һалдаттарҙың туҡланыу урыны иркен, таҙа.
Күрше блиндаж әллә ни ҙур түгел, өскә-өс самаһы. Ошонда студия эшләйҙәр икән. Егеттәр ОСБ-нан өҫтәл ҡорғандар ҙа инде, стеналар һаҡселтәр менән көпләнгән. Журналист-яугирҙарға эш өсөн кәрәкле техниканы теүәлләйһе генә ҡалған.
«Журналист» менән «Асад» буш ваҡыттарын төп һөнәрҙәренә бағышлай – БСТ, «Рәсәй – Башҡортостан» каналына материалдар ебәрә, үҙҙәре лә блог алып бара. Улар МХО йылъяҙмаһын беҙҙең кеүек урыҡ-һурыҡ картиналарҙан төҙөмәй, ошонда ысынбарлыҡты күреп, анализлап, хәрби ҡаҙаныш шатлыҡтары һәм юғалтыу әрнеүҙәре аша аныҡ тарихты яҙа.


Төнгө атака
Замполит штабына килеп, киске аш табыны ҡорҙоҡ. БСТ журналистары Айнур Кәбиров менән Азат Саҙрыев МХО биләмәһендә сираттағы командировкала, улар ҙа килде. Ҙур булмаған табын артында барыһы ла таныш – һүҙҙәр беректе. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, өҫтәл тирәһен ҡараштырам, ир-егеттәр тәмәке көйрәтергә тышҡа сығып инә. Бергилке барыһы ла юҡ булды. Әйҙә, һеҙ ҙә сығығыҙ әле, тип коллегам Айнур Дәүләтбәков мине лә урамға саҡыра. Шул ике арала ҡараңғы төшөп өлгөргән. Бейек ҡарағайҙар араһынан күктә йондоҙҙар йымылдауы ғына күренә. Ваҡыт киске туғыҙҙар самаһы булғандыр, ә күҙгә төрһәң дә күренмәҫ дөм ҡараңғы төн ине.
– Ун етенсеһеме?
– Юҡ, быныһы ун туғыҙынсы?
– Ун ете булды түгелме? – егеттәр үҙ-ара шулай мөңгөрләшә.
– Мопед тауышын ишетәһегеҙме? – был һорау миңә төбәлгәйне.
– Ишетәм, тик дөм-ҡара төнгө урманда ниндәй мопед? Тауыш һауала бит.
Ысынлап та, төнгө тынлыҡты боҙған был тауыш күктә ине. Ҡараңғы төшөү менән дошмандар Рәсәй төбәктәренә самолет тибындағы дрондар оҙата икән. Беҙҙең тәңгәлдән осоп әҙерәк алыҫлашҡас, атыу тауыштары ишетелде – ПВО эшләй. Ул тиклем ерҙән беҙгә нисек осоп килеп етә алһындар, моғайын, эске дошмандар яҡын-тирәнән осораларҙыр, тигән бер ҡатлы шәхси ҡарашым шунда юҡҡа сыҡты. Украина тарафынан Рәсәйгә осоролған дрондарҙың күбеһе ЛНР, ДНР, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәһендә үк атып төшөрөлә. Артабан төбәктәргә оператив мәғлүмәт еткерелә. Шуға ла һәр ерҙә ҡайһы тарафтан дошман дрондары осоуы, яҡынса ҡайһы локацияға йүнәлтелеүе хаҡында мәғлүмәт була. Һуңғы арала дошман ебәргән пилотһыҙ осоу аппараттарының хатта беҙҙең төбәккә килеп етә алыуы аныҡ миҫалдар менән раҫланды. Улар предприятиеларға ғына түгел, тораҡ зоналарға ла йүнәлтелә (бәхеткә, зыян күреүсе кешеләр юҡ), был – Украина сәйәсәтенең ни тиклем кешелекһеҙ һәм түбән булыуының иң аныҡ күрһәткесе. Шулай итеп, бөгөн һуғыштың төп өлөшө ерҙә түгел, күктә бара. Ошо йүнәлештә өҫтөнлөктө бирмәҫкә кәрәк. Фронт өсөн бөгөн дрондар һәм улар менән оҫта идара итеүсе БПЛА операторҙары мөһим.


«Борус»
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы командиры штабы алғы һыҙыҡҡа яҡын урынлашҡан. Беҙҙең төркөмдө унда алып барыу тураһында һүҙ ҡуҙғатыу урынһыҙ ине. «Командир бер ваҡытта ла полк штабын ҡалдырмай, уның иғтибары тулыһынса хәрби процесты көйләүгә йүнәлтелгән», – тине «Борус». Һалдаттарҙың сәйәси, рухи әҙерлеге, улар менән ғаиләләре араһындағы бәйләнеш, килеп тыуған һорауҙарҙы хәл итеү һәм көйләү өсөн яуаплы әңгәмәсем үҙе сығышы менән Хакасиянан. МХО-ға Красноярск крайынан китә – үҙе теләп, үҙе һорап. Мобилизация шарттарында уҡ ҡуҙғалыр ине – бер өлкәлә теркәлеп, икенсе өлкәлә йәшәүе тотҡарлай. Гражданкаға күсеп, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән ныҡышмал офицер хәрби комиссариат тупһаһын туҡтауһыҙ тапай. Махсус рәүештә 31-се мотоуҡсылар полкы формалаша, һеҙҙең кеүек хәрби әҙерлекле белгестәргә шунда вакансия асыҡ, БМП ротаһы командиры урыны бар, тигәс, бер һүҙһеҙ ризалаша һәм Башҡортостанда барлыҡҡа килгән полкка килеп эләгә.
Һамарҙа полкты туплап, беҙҙең егеттәрҙең хәрби әҙерлеге өсөн тап ул яуап бирә. «Милли республикала тыуып үҫтем, Хакасияла ерле халыҡтың мәҙәниәте, тарихы менән таныш инем, шуға миңә башҡорттар менән (шулай тигәндә ул милләттәренә ҡарамай, полкка яҙылған тотош Башҡортостан ир-егеттәрен күҙ уңында тота) уртаҡ тел табыуы еңел булды», – ти «Борус». Үҙенең хәрби ҡушаматына килгәндә, тап хакастар табынған изге тау атамаһынан икән. «Борус» – офицер улы, ҡатыны ла офицер, үҙенең ун йәшлек улын да офицер итеп үҫтерергә самалай, хәрби академияға әҙерләй.
– Моғайын, ир-егеттәр МХО-ға аҡса өсөн китә, тигән фекерҙе ишеткәнегеҙ барҙыр. Был төптө хата ҡараш. Сөнки кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге бер генә аҡсаға ла торош түгел. Беҙ ошо юлды аңлы һайланыҡ. Был аҙымға тыуған илдең именлеге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо этәрҙе. Ошо ил мине уҡытты, үҫтерҙе, кеше итте – һәм унан ҡәҙерлерәк урын ер йөҙөндә юҡ, – ти «Борус». – МХО-ға барырға тигән ҡарар ҡабул итеүҙә киләсәкте моделләштереп ҡарау хәл иткес этәргес булды. Әгәр мин илемде һаҡларға бармаһам, улымдың күҙҙәренә нисек ҡарар инем? Ә бит ул бер килеп: «Атай, һин бит офицер, ә ниңә ситтә тороп ҡалдың?» – тип һорар ине. Әсәйем, минең ҡарарыма ҡаршы килмәне, атайым да хупланы.
«Борус»тың шәхси бүлмәһендә икона күп. Бында юғары көскә ышанысһыҙ булмай, ти ул. Ә эш кабинетында Салауат Юлаев менән Миңлеғәле Шайморатовтың фотоһүрәттәре элеүле.
– «Башҡортостан» полкына эләгеүемә сикһеҙ шатмын. Беренсе сиратта, мине ир-егеттәрҙең ҡыйыулығы, рух ныҡлығы һоҡландыра. Ысынлап та, Салауат Юлаев һәм Шайморатов тоҡомдары сигенә белмәй, тиер инем. Һәр ваҡыт оло ғорурлыҡ менән, беҙҙең полк – иң һөҙөмтәлеһе, тием, – ти ул. – Беҙҙең полкка ярайһы ҡатмарлы хәрби бурыстар ҡуйылды. Йылдан ашыу «азовсылар» менән һуғыштыҡ. Бер ҡасан да, бер аҙым да артҡа сигенмәнек.
Әйткәндәй, замполит быйыл «Журналист» позывнойлы коллегабыҙға полктың тарихи йылъяҙмаһын туплау бурысын йөкмәтә. Подразделениеларҙың көндәлек эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр теркәлеп барған хәрби журналды өйрәнә Рафиҡ. 2023, 2024, 2025 йылдар журналын барлап бөткәс, замполитына шылтыратып: «Иптәш майор, беҙҙең полк, ысынлап та, ҡаһарман, бер ҡайҙа ла, бер аҙым да сигенмәгәнбеҙ, һәр саҡ алға барғанбыҙ – ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәгәнбеҙ, юғалтыуҙар аша булһа ла», – ти.
– Ошондай ҡаһарман рухлы Башҡортостан ир-егеттәре менән хеҙмәт итеү – ғорурлыҡ. Уларҙың күптәре дуҫыма әйләнде, яҡын туғанымдай ҡабул итәм. Тик һуғыш шарттарында ғына Аллаһы Тәғәләғә ышанысты нығытырға һәм ысын дуҫтар табырға мөмкин тигәндәре хаҡ һүҙ. Илдар Суфияров, Андрей Мигунов – улар беҙҙең ғорурлыҡ. Командир булһалар ҙа, тәү сиратта, һалдаттар тураһында ҡайғыртҡан, иң ҡатмарлы мәлдә яуаплылыҡты үҙ иңенә ала белгән аҡыллы, ҡаһарман ирҙәр ине. Икеһенә лә Рәсәй Геройы исеме бирелде. Улар – «Башҡортостан» полкында хеҙмәт иткән республика яугирҙарының рухи көсө, ҡаһарманлығы символы, – ти «Борус».
Башҡортостанды ла «Борус» бик яҡын күрә. Элек уның тураһында бер нәмә лә белмәһә, бөгөн тарихы, мәҙәниәте менән яҡшы таныш. Алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә республика етәкселеге тарафынан булған даими иғтибар өсөн рәхмәтле, ғаиләләренә ҡағылышлы һорауҙар ҙа тиҙ генә контролгә алыныуын билдәләй.
– Минең һөйләүемдән Башҡортостанды хатта Хакасияла йәшәгән әсәйем дә яҡын күрә. Юлдаш аша БСТ-ны ҡарай, ундағы йәнле тормошто, Радий Фәрит улының эшмәкәрлеген күҙәтеп ихлас һоҡланыуын белдерә, – тип йылмая әңгәмәсем. – Республика етәксеһенә бында «Тимер» позывнойы бирелде. Ул ысынлап та, тимер рухлы. Тыуған республикаһы, халҡы, яугирҙарыбыҙ, уларҙың ғаиләләре өсөн күпте эшләй. Беҙгә күрше полктар көнләшеп ҡарай...
«Борус» менән күп һөйләштек. Улар буйынса тағы ла айырым мәҡәләләр яҙылыр. Әңгәмә һуңында ҡыҙыҡһыныуымды тыя алмай һеҙгә нисә йәш, тип һорайым. 38, ти. Бер яҡтан үтә йәш. Ил яҙмышын үҙ ҡулына алған минең быуын вәкиле. Һоҡланыу уятҡан шундай замандаштарым МХО-ла бик күп. Ғорурлыҡ хисе уята, замандаш ир-егеттәр өсөн еңеүсе олатайҙар рухы алдында оят түгел.
(Дауамы. Башы 13-сө һанда).


“Журналист”
“Башҡортостан” полкының хәрби-сәйәси пунктында тормош иртәнге сәғәт алтыла йәнләнде. Беҙ торғанда замполит эш өҫтәле артында ине. Төнгө дежурҙа тороусылар ҙа алмашынып өлгөргәйне. Тышта яп-яҡты һил иртә. Төнгө тынлыҡты ярып үткән БПЛА тауыштары ишетелмәй, март башы булыуға ҡарамаҫтан һәм һауала яҙ еҫе аңҡып торһа ла, ҡоштар һайрауы ишетелмәне. Һалдаттар ашханаһында ла эш иртәнге сәғәт алтыла башлана икән. Сәй эсеп алғас, ЛНР урманындағы юлдашым – коллегам “Журналист” менән шул яҡҡа юл тоттоҡ.
Контракт төҙөгәнгә тиклем Рафиҡ бер нисә тапҡыр алғы һыҙыҡта була – журналист вазифаһында. Ул тарихи бәйләнеште тергеҙеүселәр рәтенән, йәнә Луганск өлкәһенә юлды таҡырайтыусы ҡәләмдәштәремдең береһе. Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы тураһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы өсөн бик күп материал әҙерләй. 2022 йылдың майынан журналист булараҡ Башҡортостандан Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар конвойҙы оҙатыуҙа ҡатнаша. Яугирҙарыбыҙ, Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан табиптары, юлсылар һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы белгестәренең хеҙмәте тураһында материалдар әҙерләй.
Ошондай командировкаларҙа камеранан тыш һөйләшеүҙәр ҙә күп була, күңелде өйкәгәндәре лә. Журналист күп уйлай һәм 2023 йылдың декабрендә контракт төҙөп, МХО-ға китергә ҡарар итә. Буш ваҡытын төп һөнәренә бағышлай – урындағы хәрби корреспондент ул, “Башҡортостан” полкы, махсус хәрби операция тарихын үҙ күҙҙәре менән күреп, үҙ йөрәге аша үткәреп яҙыусы.
Журналистың “Нива”һында йәһәт кенә йәнә һалдаттар ашханаһы янына барып еттек. “Башҡортостан” полкының хәрби-сәйәси пункты хәрбиҙәре өсөн ризыҡты “Юрист” ҡушаматлы яҡташыбыҙ әҙерләй, тип Салауат Мөхөтдинов менән таныштырҙы ул.


“Юрист”
Саҡ-саҡ эшләп торған генераторыбыҙ эштән сыҡты, ашханала әле ут юҡ. Һеҙ алып килгән генератор ныҡ урынлы булды, хәҙер шуға ялғайбыҙ, тип ҡаршы алды “Юрист”.
Ер аҫтындағы ҡараңғы ашханала әңгәмәсемдең кеҫә телефоны яҡтыһында аралаштыҡ. (Генератор алып килдек, тиеүебеҙ буш ерҙә ауыҙ тултырып маҡтаныуға тиң булмаһа ярар ине, тип тә уйлап ҡуя инем – бында ер аҫтындағы тормошто тәьмин итеүгә, хәрби бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелгән кәрәк-яраҡтың барыһына ла урын табыла икән). Тылда эш күп, һалдаттар ер ҡаҙа, ағас эше менән була, күп ваҡыт хәрби техниканы ремонтлау эштәренә бүленә. Икенсенән, тылдағыларҙы ла көтмәгәндә алғы һыҙыҡҡа алып китеүҙәре һис кисектерелмәй. Ир-егеттәргә көс өсөн һәйбәт туҡланыу мөһим. Шуға подразделение ашнаҡсыһы ла – күҙ төбәп торған мөһим хәрби вазифаларҙың береһе, ти “Журналист”.
“Юрист” сығышы менән Мәсетле районының Мөхөтдиновтар нәҫеленән. МХО-ға Өфөнән алынған. Ҡушаматы әйтеп тороуынса, һөнәре буйынса хоҡуҡ белгесе. “Бында килгәс, тарихи тамырҙарым хаҡында уйлана башланым. Ҡартатайым 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан, улай ғына түгел, 17 йәшлек француз ҡыҙын кәләш итеп алып ҡайтҡан. Элек был тарихҡа әллә ни илтифат итмәй инем, хәҙерге күҙлектән бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул ителә”, – ти әңгәмәсем.
“Юрист” мәктәпте тамамлағас, Төркиәгә уҡырға китә, тик юғары уҡыу йортон тамамлап өлгөрмәй, атаһының вафатынан һуң Өфөгә ҡайтып, БДУ-ның юридик факультетына уҡырға инә. Артабан төрлө ойошмаларҙа үҙ һөнәре буйынса эшләй. “Үҙем бер нисә телде беләм, ә тамырҙарымда француз ҡаны аға, – тип йылмая әңгәмәсем. – Әммә ил саҡырғанда именлек һағына баҫҡан ҡаһарман ҡартатайымдың ҡаны көслөрәк булып сыҡты – хәрби операция башланғас, мин дә ситтә ҡала алманым”.
“Юрист” 2023 йылда, “Башҡортостан” полкы туплана башлағас, МХО-ға юлланырға ҡарар итә. 12 майҙа Таһир Күсимов исемендәге өсөнсө батальон составында Һамарға хәрби әҙерлек үтергә китә.
– Тормошҡа ҡарашымды тулыһынса үҙгәртте был аҙымым. Бығаса тамырҙарымды әллә ни белмәһәм, бөгөн француз яуында ҡатнашҡан, шулай уҡ Берлинға барып еткән олатайҙарым менән ғорурланам, атайым да әрме хеҙмәтен лайыҡлы рәүештә үткән. Бөгөн мин бында, ә улым – әрмелә, – тип һүҙен дауам итә ул.
Ни өсөн “Юрист” ашнаҡсы итеп тәғәйенләнгән, тип һорашам. Хәрби әҙерлек барышында шулай билдәләнгән: бер төркөм һалдат Һарытау өлкәһенең Вольск ҡалаһындағы хәрби тәьминәт институтында ашнаҡсы вазифаһына махсус уҡыуҙар үтә. Беҙҙең полк МХО биләмәһенә ебәрелгәс, “Юрист” башта алғы һыҙыҡҡа – ЛНР-ҙың көнсығышындағы Кирносово ҡасабаһына эләгә. Батальон һалдаттары өсөн полигонда ашарға бешерә. Йәнә бәйләнеш взводы менән ярты йылдан ашыу иң алғы сафта була. Хәҙерге һуғыш шарттарында һауаға йылы, эҫе бүленеүе ныҡ хәүефле. Шуға ла ялан кухняһы йә ташландыҡ бина эсендә, йә блиндаждарҙа урынлаштырыла. Бөгөн иһә тап хәүефһеҙлек маҡсатында алғы һыҙыҡтағыларға ризыҡ башлыса тылда әҙерләнә. Улар герметик пакеттарҙа дрондар ярҙамында егеттәргә ебәрелә. Күп осраҡта яугирҙар махсус заданиеға ҡоро паек һәм һыу менән китә.
Әсирҙәрҙе лә ашатырға тура килде, ти әңгәмәсем.
– Һуңғы икәүһе ныҡ хәтерҙә ҡалған, сағыштырмаса йәштәр ине – сығыштары менән үҙәк һәм көнбайыш Украинанан. Хас та беҙҙең кеүек, русса бынамын тигән һөйләшәләр. Беҙҙең тарафтан кешесә мөнәсәбәт уларҙы аптыратты. Ниңә һуғышаһығыҙ, тигән һорауға, повестка буйынса сараһыҙҙан киттек, әммә Рәсәй менән һуғышырға бөтөнләй теләмәйбеҙ, тинеләр. Әсирлеккә эләгеүҙәренә, былай булғас, иҫән ҡотолдоҡ, тип, улар ныҡ шатландылар, – ти “Юрист”.
Әрме кухняһында ассортимент әллә ни бай түгел. Шулай ҙа тәмле бешерергә тырышам, ти әңгәмәсем. Ул Башҡортостандан килгән күстәнәстәр өсөн рәхмәтле. Хәйбулла, Әбйәлил районынан туҡмас, бишбармаҡ күпләп килә. Әйткәндәй, өҫтәлдә Әлшәй ҡорото, хатта Башҡортостандан ҡаҙы телемдәре лә бар ине.
“Йорт йылыһы өсөн бөтә яҡташыбыҙға ҙур рәхмәт”, – тине “Юрист” хушлашҡанда. – Килгән ризыҡтан бер нәмә лә юғалмай. Ә шулай ҙа бары тик туҡмас һәм бауырһаҡ килтереү өсөн генә оло юлға сығырға кәрәкмәй. Бөгөн беҙгә иң кәрәклеһе – дрондар һәм уларҙың осоуын тәьмин итер өсөн оптик сүс. Дошман яғын бөтә Көнсығыштың сәнәғәт предприятиелары тәьмин итә. Беҙгә уларға ҡаршы торор өсөн үҙебеҙҙең бөтә көстө ошо йүнәлештә тупларға кәрәк. “Ура” һөрәнләп атакаға бара торған һуғыш түгел, технологиялар алышы бара, фронт өсөн шундай ярҙам мөһимерәк”.


“Зодиак”
“Зодиак” – Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан. Штурм ротаһы замполиты. Алғы һыҙыҡта булып, штурмға үҙе лә йөрөгәс, ни тиклем яуаплы подразделение икәнен яҡшы аңлай. Йәрәхәтләнеп, госпиталдә ятып сыҡҡандан һуң замполит итеп тәғәйенләнә ул.
“Зодиак”тың тыныслығы һоҡландырҙы. Хәрби һөнәрҙе лә үҙе теләп һайлаған – мәктәптән һуң хәрби училище тамамлаған. Артта – дүрт йыл фронт тормошо.
30 йәшлек офицерҙың рух көсөн сағылдырған хәрби тарих – “Зодиак”, рота командиры яраланғас, төркөм менән идара итеүҙе үҙ иңенә ала һәм етәкселек ҡуйған хәрби бурысты үтәп, шәхси составтың юғалыуына юл ҡуймай. Хәрби таһыллығы ла, башҡаларҙы үҙенә буйһондора алырлыҡ ойоштороу һәләте лә, үҙ-үҙенә ышанысы ла ошо тарихта сағыла.
Бөгөн “Зодиак” яугирҙарҙың психологик әҙерлеге өсөн яуаплы. “Шуға хәрби задание алдынан һәр егет менән айырым һөйләшәм. Бында тыныс ҡына хеҙмәт итһендәр өсөн, һәр ваҡыт ғаиләләренең хәл-әхүәлдәрен белешеп торам”, – ти ул.
“Зодиак”тың атаһы ла – улына оло терәк. Даими рәүештә Бөрйәндән махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау оҙатып килә ул. Фронт менән тылдың берҙәмлеге рух өҫтәй. Гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса Башҡортостан беренсе урында. “Күрше төбәктәрҙең һалдаттары һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарай беҙгә. Ә ғөмүмән алғанда, ниндәй төбәктән, ниндәй милләттән булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, бында дуҫлыҡ көслө. Беҙҙең берҙәмлекте ана шул дуҫлыҡ нығыта”,– ти әңгәмәсем. МХО-лағы һәр ир-егеттең күңелен йылытҡан, ҡурҡыу белмәй еңеү рухы менән йәшәргә ярҙам иткәне – ул ғаилә. “Зодиак”ты Өфөлә яратҡан кәләше Гөлиә һәм 4 айлыҡ ҡына улы Самир көтә.
– Физик яҡтан да, рухи яҡтан да һәр беребеҙ сыныҡтыҡ. Тәжрибәбеҙ артты. Ә шулай ҙа бында яраҡлаштыҡ, барыһы ла аңлашыла, тип ҡәтғи раҫлап булмай. Беренсенән, бөгөнгө һуғыш элекке кеүек түгел. Хатта 2022 йыл менән сағыштырғанда ла, айырма – ер менән күк араһы, – ти “Зодиак”. – Беҙҙең егеттәр маладис. Ҡыйыулыҡты туплап, һәр ваҡыт алға барабыҙ. Бөгөн күҙмә-күҙ һуғыш әҙерәк, әммә яу яланындағы алыш күпкә ауырыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ.
“Зодиак” башҡа яугирҙарҙың фекерен һүҙмә-һүҙ ҡабатлай: “Бөгөн алға китеү өсөн иң мөһиме – пилотһыҙ осоу аппараттары. Һуғыш күберәк һауала бара. Беҙгә ошо өҫтөнлөктө һаҡлау бик мөһим. Бында ҡорамалдар ғына түгел, хәҙерге һуғышты алып барырҙай заманса яугирҙар – операторҙар ҙа кәрәк”.


“Коса”
Беҙ ҙә “Башҡортостан республикаһы” нәшриәт йорто журналистары күмәкләп йыйған аҡсаға дрондар алып килдек. Ылауҙы бушатҡанда, уларҙы БПЛА взводы командирына үҙегеҙ тапшырырһығыҙ, тинеләр.
Инйәр егете, кесе лейтенант “Коса” хәрби-патриотик пунктҡа иртүк килеп етте. Оҙон буйлы сибәр рус егете. Таныштыҡ. Һорау биреп тә өлгөрмәнем, минең башҡорт икәнемде төҫмөрләптер, әңгәмәне үҙе дауам итеп китте: “Минең дә кәләшем башҡорт, исеме – Нәркәс. МХО-нан беренсе тапҡыр ялға ҡайтҡанда күрҙем дә, тәү ҡараштан ғашиҡ булдым, ә былтыр йәй никах уҡыттыҡ, туйҙы һуңғараҡ үткәрәбеҙ”, – ти. Шул арала никах фотоларын да күрһәтеп өлгөрҙө.
Ниңә “Коса” тип ҡушаматы менән ҡыҙыҡһынам. “Беҙ Инйәрҙә мал тотоп йәшәйбеҙ, йәй буйы Белорет урмандарында бесән әҙерләргә тура килә ине. Иң ялҡытҡаны – ана шул салғы менән бесән сабыу, шуға “Коса”, – тип аңлатты кесе лейтенант. Бер туған ҡустыһы ла махсус хәрби операцияла – Мариуполь яғында. “Коса” Өфөлә 44-се училищены тамамланған, һөнәре буйынса – ЭВМ операторы. Әрме хеҙмәтен разведчик булып үткән. Бында ла башта разведка взводына эләккән, һуңғараҡ БПЛА взводына ебәрелгән.
– Киләсәк ишек шаҡыны. Бөгөн – технологиялар һуғышы. Шуға беҙҙең взводта башлыса йәштәр. Әлбиттә, һирәкләп өлкәнерәктәр ҙә осрай. Ололарға 42 – 45 йәш самаһы. Беҙ взводҡа егеттәрҙе үҙебеҙ һайлап алабыҙ. Талаптарға тура килһә, уҡырға ебәрәбеҙ. Уҡыуҙар ай ярым самаһы дауам итә. Улар ҙа водитель таныҡлығы ише сертификат ала. Махсус рәүештә БПЛА операторына уҡымаған егеттәр беҙҙең взводҡа эләгә алмай. Беҙгә һөҙөмтәле берәмектәр кәрәк. Операторҙар – бөгөнгө һуғышта иң кәрәкле яугирҙар”, – ти “Коса”.
Яңыраҡ йәш егеттәр араһында БПЛА взводына һайлап алыу үткәрҙек. Минең тәүге һорауым – кем ниндәй уйындар уйнай? Ошо критерий буйынса ла һайлап алабыҙ. Белгестәрҙе әҙерләү ярайһы ҡатмарлы. Барыбер теләге булғандарҙы өйрәтәбеҙ, йылғыр, шул уҡ ваҡытта бик сабыр һәм түҙемле егеттәрҙе көтөп ҡалабыҙ, махсус хәрби операция бурыстарын үтәр өсөн бөгөн фронтҡа тап шундайҙар – һуғыш уйынын компьютер артында уйнап үҫкәндәр кәрәк, ти ул.
“Ҡустыңа 21 генә, үҙеңә – 27. Фронтҡа китергә һеҙҙе нимә этәрҙе?” – тип һорайым Инйәр егетенән.
– Был – атай тәрбиәһе, ул беҙҙә ирҙәрсә характер тәрбиәләне. Әлбиттә, атай-әсәйемә өс көн ҡалғас ҡына хәбәр иттем. Ә ҡустыма минең өлгө тәьҫир иткәндер, күрәһең, ул әрмелә контракт төҙөнө. Әммә өс йыл тигәндә беренсе тапҡыр уҙған айҙа ғына осраштыҡ.
– Өс йыл һуғыштаһың. Нимә үҙгәрҙе?
– Башта юғалтыуҙарҙы ауыр кисерә инем. Хәҙер һалҡын аҡыл менән эш итәм. Үҙ-үҙемә иң йыш биргән һорау – юғалтыуҙар мөмкин тиклем әҙерәк булһын өсөн, мин нимә эшләй алам, нимә эшләргә тейешмен? Бында лирикаға урын юҡ. Тик баш менән эш итергә кәрәк. Мин әрмелә хеҙмәт итмәһәм дә МХО-ға китер инем. Сөнки телевизор, яңылыҡтарҙы ҡарап йән әсей ине. Армияла хеҙмәт итмәһәм, бәлки, саҡ ҡына ауырыраҡ булыр ине, ә ғөмүмән, илде һаҡлау – ысын ирҙәр эше, – ти “Коса”.
Алып килгән дрондарҙы “Коса”ға бирҙек. Көн аҙағында коллегам Вәдүт Исхаҡовҡа СМС-хәбәр ебәрҙе: “Рәхмәт, перепрошили, дрондарҙы һуғыш өсөн әҙерләнек”. Ҡайтып етеүебеҙгә йәнә бер смс алдыҡ: “Һеҙҙең менән осрашҡандан һуң позицияға индем. Дүрт көндән полк штабына яңынан саҡыртып алдылар – бер түгел ике награда бирҙеләр”. “За Отвагу” һәм “За воинскую доблесть” миҙалдарын “Коса”ға Генштаб начальнигы Валерий Герасимов үҙе тапшырған.
Зөлфиә РӘХМӘТУЛЛИНА.