

Полктағы беҙҙең егеттәр «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортонан яңы гәзит-журналдарҙың тәүге партияларын алды ла инде.
- Баҫмаларҙың бер өлөшөн частың хәрби-сәйәси үҙәгендә ҡалдырҙылар, ҡалғандарын подразделение замполиттары аша алғы һыҙыҡҡа ебәрҙеләр. Улар айырыуса ЛБС-та кәрәк, ни өсөн тигәндә унда элемтә һәм интернет юҡ. Полк оперативлығы өсөн рәхмәт әйтә, - тип яҙа яугирҙар.
"Росгвардия"ның БР буйынса идаралығының хәрби-сәйәси эш начальнигы шулай уҡ нәшриәт йортона идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм яугирҙар исеменән рәхмәт белдерҙе. Тапшырылған гәзит-журналдар "Урал" ОМОН-ына, "Толпар" СОБР-ына, "Гроза" һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге отряд подразделениеларына ебәрелгән.
- Беҙҙең яугирҙар өсөн матбуғат - ул тыуған республика һәм йорт менән тере бәйләнеш, - тип билдәләне полковник Евгений Лисица.
Фото: Рафик Ахметшин.