

Ҡыҙыҡһыныуҙы баҫа торған сәфәр түгел...
Мине лә ебәрегеҙ әле, тип гуманитар ылау оҙатыусылар исемлегенә эләгергә тырышыу элекке эштә һөҙөмтә бирмәне. Ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй торған командировка йә ҡыҙыҡһыныуҙы баҫа торған сәфәр түгел, тип ҡырт киҫә киленде. Журналистиканан киткәс, ҡәләмдәштәр менән дә юлға сығыу мөмкинлеге юҡ ине. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона эшкә күскәс, хеҙмәттәштәремдең фронтҡа ярҙам тирәләй берҙәмлеге, рухи теләктәшлеге һоҡланыу уятты. Һәр береһе ҡулдарынан килгәнсә алғы һыҙыҡтағы яҡындарына, таныштарына ярҙам итә. Мәҡәләләренең геройы булған ир-егеттәр менән бәйләнеште өҙмәй, юғалтыуҙар тураһында хәбәр килһә, яҡын кешеләрендәй күреп әсенә. Эштән ҡалып йә төшкө аш мәлендә Матбуғат йорто коридорында маскировка селтәре үреүселәр, окоп шәмдәре ҡойоусылар бар. Гуманитар ылау туплап, уны егеттәргә алып барыуҙы ла яйға һалғандар. МХО тарихын яҙыуға килгәндә, республикабыҙҙың гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре, журналистары был йәһәттән мөһим урын алып тора.
Республика етәксеһе Радий Хәбировтың йыл башында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһе «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» тигән өс һүҙ тирәләй ҡоролдо. Ул беребеҙҙе лә битараф ҡалдырманы. Әйҙәгеҙ, ана шул девизды ҡеүәтләп, тағы ла махсус ылау йыяйыҡ, тигән тәҡдимде республикабыҙҙың баҫма матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре – коллегаларым берҙәм хупланы. Тиҙ арала ярайһы ҙур сумма тупланды, унан тыш та егеттәр өсөн бик күп кәрәк-яраҡ йыйылды. Ана шул ылауҙы оҙатып, бер төркөм коллегаларым менән Донбассҡа барып ҡайттым. Ысынлап та, ҡыҙыҡһыныуҙы баҫа торған сәфәр түгел икән...
Бер БПЛА операторы тотош взводҡа ҡаршы торор көскә эйә
Ростов өлкәһе сиген үтеп, Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһенә сыҡҡас та, юлда хәрби транспорт – бронялы ҡеүәтле йөк автомобилдәре күбәйҙе, блокпостар осрай башланы. Көндөҙгө сәғәт өскә тиклем килеп етергә тырышығыҙ, һуңға ҡалыу хәүефле, тигәйнеләр телефон аша. Шуға ла килешелгән урынға әйтелгән ваҡытҡа барып еттек. Беҙҙе Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ҡаршы алды. Еңел автомобиль менән штабҡа барып етеү икеле, уны юлда ремонт ротаһы биләмәһендә ҡалдырабыҙ, тине ул шунда уҡ. Бында хужалар ни ҡуша, шуны тыңлау дөрөҫ, тип бер һүҙһеҙ ризалаш-тыҡ. Полкка илткән юл ыңғайында урман яғына боролабыҙ. Тап шунда беҙҙең полктың бер бүлексәһе урынлашҡан. Күҙгә ташланғаны – маскировка селтәрҙәре. Һәр блиндаж, һәр транспорт шуның менән ҡапланған, асыҡ һауалағы һәр ышыҡ ана шул селтәрҙәр менән бүленгән.
Блиндаждың ниндәй икәнен күргән, күҙ алдына килтергән юҡ. Ер аҫтындағы өңдәрҙең ауыҙы әлеге маскировка селтәре менән ҡапланған, шуның аша үтеп, баҫҡыс буйлап түбән төшәбеҙ. Төпкө ишекте асып үтеү менән заманса цехҡа эләктек. Стена буйлап 3D принтерҙар теҙелгән, улар эшләп тора. Компьютер артында ултырған ағай үҙен «Макс» тип таныштырҙы. Баҡһаң, бында махсус пластик кәтүктәр сығарыла, артабан уларға оптик сүс уралып, дрондар етештерелә икән. Ошондай пилотһыҙ аппараттарҙың үҙенсәлектәренә килгәндә, осоу алыҫлығы оптик сүстең оҙонлоғо менән сикләнһә лә, өҫтөнлөгө – радиотулҡындар ярҙамында эшләмәгәс, РЭБ тарафынан асыҡланмауы һәм видеосигналдарҙың юғары сифатта тапшырылыуында.
– Махсус хәрби операция башланғандан алып, хәрби стратегия бер нисә тапҡыр үҙгәрҙе. Мин контракт төҙөп МХО-ға юлланғанда бөтөнләй икенсе хәрби вазифаға тәғәйенләнгәйнем. Хәҙер тактика тулыһынса алмашынды – юғары технологиялар һуғышы кимәленә сыҡтыҡ. Бөгөн махсус хәрби операцияла дрондар һәм улар менән идара итә белгән операторҙар бик кәрәкле. Шуға полк базаһында үҙебеҙ ҙә пилотһыҙ осоу аппараттарын етештерәбеҙ, уларҙы үҙебеҙ ремонтлайбыҙ, был һөнәрҙәргә бында өйрәндек. Бөгөн фронтты алға әйҙәүсе төп көс – ул БПЛА ғәскәрҙәре. Бер оҫта оператор әллә күпме ҡәҙимге хәрби көстө алмаштыра. Тағы ла анығыраҡ әйткәндә, бер БПЛА операторы тотош взводҡа ҡаршы торорлоҡ көскә эйә. Улар беҙҙең армияны ҙур юғалтыуҙарҙан һаҡлай, – тине «Макс».
Ил һағында – олатай, атай һәм ейән
«Макс» Өфөнән, һуғышҡа тиклемге һөнәре – автоэлектрик, сервис компанияһында эшләгән. Фронтта ғаиләһенән бер үҙе генә түгел. МХО башланыу менән атаһы ла, улы ла ил һағына баҫҡан. Беренсе булып «Макс» үҙе контракт төҙөй, бер ай тигәндә атаһы ла контрактҡа ҡул ҡуя, ваҡытында Афған һуғышын үткән «Скрипач» улын «Башҡортостан» полкы хәрби әҙерлек үткән ерҙә ҡыуып тота. Улар аталы-уллы бер полкта, шуға сағыштырмаса еңел. «Макс»тың улы «Голливуд» иһә егерме йәшлек, хәрби операцияға армиянан китә, бөгөн Донецк йүнәлешендә.
«Макс» башта Даян Мурзин исемендәге батальон составында пехота хәрби машинаһына оператор-наводчик итеп тәғәйенләнә. Һәләк булғандарҙы, яралыларҙы алғы һыҙыҡтан эвакуациялай. Ана шундай эвакуацияның береһендә үҙе лә яралана, госпиталдә ятып сыҡҡандан һуң ремонт ротаһына күсерелә.
МХО-ға китергә нимә этәрҙе, тип һорайым. «Макс» ҡыйыу аҙымын сәйәси яҡтан белемле, әҙерлекле булыуы менән аңлата. «Илебеҙгә ысынлап та ярҙам кәрәк ине», тигән фекерҙә ул. Тәүге осорҙа ошо инанысын ысынбарлыҡ дәлилләй. «Башта беҙгә алға китеү ныҡ ауыр бирелде. Тап ир-егеттәрҙең дәррәү берҙәмлеге арҡаһында ҡаршы-лыҡ күрһәтә алдыҡ, фронтты алға ебәрҙек», – ти.
– Бөгөнгө шарттарҙа иң мөһиме – кесе күк йөҙө. Һуғыш пилотһыҙ осоу аппараттары өҫтөнлөк алған шарттарҙа дауам итә. Беҙ алға киттек, хәҙер еңеүҙе тәьмин итеү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары рәтен бермә-бер арттырырға кәрәк, – ти «Макс». – Башта был цехта ике генә 3D аппарат тора ине. Күреүегеҙсә, блиндаж хәҙер ҙур булмаған цехҡа әйләнде. Ул тәүлек әйләнәһенә туҡтамай эшләй. Дрондарҙан тыш, автоматтар өсөн магазиндар ҙа сығарабыҙ. Стандартҡа ярашлы, хәрбигә бер автомат менән дүрт магазин бирелә. Әммә улар ҙа бөгөн – расход материал, һуғыш барышында төшөп ҡала, юғала. алғы һыҙыҡта уны эҙләү ҡайғыһы юҡ. Шуға алмаш магазиндарҙы үҙебеҙ етештерәбеҙ. Магазиндар сығарыу өсөн сымдарҙы үҙебеҙҙекеләр – Башҡортостан предприятиеларының береһе ебәреп тора. Бөгөн цех өсөн сыймалға килгәндә, шулай уҡ дрондар етештереү өсөн оптик сүстәр бик кәрәк.
«Башҡортостан» полкы республиканан 2023 йылдың 26 апрелендә оҙатылды. Башта улар Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үтте, ә йәйен фронтҡа китте. Артта – өс йыл ваҡыт. Арығандарҙыр, ә шулай ҙа талсығыуҙарын күрһәтмәне лә, һиҙҙермәне лә яугир. «Иң ауыры минең ҡатынға тура килә: бөгөн ҡайныһы ла, ире лә, улы ла фронтта. Шулай ҙа беҙҙең ҡатындар көслө рухлы», – тип йылмая яугир.
«Бөгөн улым өсөн ғорурлыҡ кисерәм. Ул мине яралы килеш тә күрҙе. Әммә, бер нимәнән дә ҡурҡмай, үҙ теләге менән Ватан саҡырған ергә китте. Уның өсөн бер яҡтан борсолам, шул уҡ ваҡытта ил һаҡларлыҡ ул үҫтерә алғаныма ғорурланам», – ти атай кеше. Көтөгөҙ, оҙаҡламай ҡайтырбыҙ, был эште тамамларға күп ҡалманы, тип оҙатып ҡалды «Макс».


«Сват» менән «Матроскин» – күп балалы атайҙар, улар ул-ҡыҙҙарының именлеген һаҡлай
Дрондар етештереүсе цехтың төп хужаһы – баш техник «Сват» әҙ һүҙлерәк булып сыҡты. Үҙе Стәрлетамаҡтан, ғаиләле, өс бала атаһы. Махсус хәрби операцияға шулай уҡ Даян Мурзин исемендәге штурм батальоны составында киткән. Төп белеме буйынса юрист булһа ла, үҙе техника ене ҡағылғандар рәтенән. МХО-ла дрондар менән идара итеүгә уҡый, уларҙы һүтеп-йыйыуға ла оҫта. Тап шуға ла хәҙер ошо йүнәлеш өсөн яуаплы. Алғы һыҙыҡтан ремонт ротаһына күсерелеүенә ҡарамаҫтан, ул фронтты һөҙөмтәлелеккә әйҙәгән иң кәрәкле яугирҙарҙан һанала.
«Матроскин» иһә, киреһенсә, ихласлығы менән арбаны – ябайлыҡ та, сәм дә сәсрәп тора. Нуриман районының Яңы Күл ауылынан, МХО-ға тиклем Өфө моторҙар етештереү берекмәһендә эшләгән.
УМПО-ла эшләгәс, бронь булғандыр, тим. Мин ситтә ҡала алманым, тип яуап бирҙе «Матроскин»: «Ошо илдә тыуҙым, үҫтем, белем алдым – ил өсөн ауыр мәлдә бронь тип боҫоп ҡалыу минеңсә түгел». Ваҡытында ул ОМОН-да хеҙмәт итә. Санкт-Петербургта G8 саммиты үткәндә, Сочи олимпиадаһы ваҡытында именлек һағында тора.
Бөгөн ул, МХО-ла алғы һыҙыҡта булыу тәжрибәһенән сығып, БПЛА взводына килгән яңы операторҙарҙы өйрәтә. «Ҡошсоҡтар» менән идара итеүгә ҡулсыр йәш егеттәрҙе хәҙерге һуғыш нескәлектәренә, дошман тактикаһына төшөндөрә. Әйткәндәй, үҙенә 41 йәш. «Ә тәғәйен БПЛА операторы булараҡ контракт төҙөгәндәрҙең иң өлкәненә – 27. Йәштәр был йүнәлештә ныҡ отҡор, тиҙ үҙләштерәләр. Хатта ҡайһы бер осраҡта кисәге уҡыусыларыбыҙҙан үҙебеҙ кәңәш һорайбыҙ», – ти ул.
МХО – хәҙерге заман һуғышы. Бөгөн яңы хәрби тәғлимәт барлыҡҡа килгән. Күк йөҙөн яула – шул саҡта еңеү һинең яҡта буласаҡ. Был һис кенә лә буш һүҙ түгел, ысынбарлыҡ.
– Полк был йүнәлешкә килеп урынлашҡас та, хәл ярайһы ҡатмарлы ине. Әммә заман талаптарына тиҙ яраҡлаштыҡ. Хәҙер үҙебеҙ ҙә юғары әҙерлекле операторҙар сығарабыҙ. Ошонда барыһына ла уҡытабыҙ. Хатта ярҙам һорап башҡа полктарҙан да мөрәжәғәт итәләр, өйрәтәбеҙ, уларҙың тәжрибәһе менән дә уртаҡлашабыҙ. Сөнки тотош фронт – ул бер бөтөн. Беҙҙең полк Пермь крайы, Удмуртия егеттәре, Себерҙән килгәндәр менән тулылана. Берҙәмбеҙ, сөнки бөтәбеҙ ҙә уртаҡ Еңеү өсөн килгәнбеҙ, алдынғы йәштәрҙән тулыланыу көтәбеҙ, – ти «Матроскин».
Бына күпме «Уфимец» дрондары ебәрелә беҙгә Башҡортостандан, тип fpv-дрондар кәштәһенә күрһәтә әңгәмәсем. Ул: «Движоктары, рамалары Өфөлә етештерелә. Уларҙы бында оптоволокноға яраҡлаштырып алабыҙ. «Уфимец»тар бик сифатлы, бер ниндәй дәғүә юҡ», – ти.
Дрондар Өфөнән күпләп ебәрелеп тороуына рәхмәтле егеттәр. «Сват», «Макс» сүстәрҙән дрондар йыйһа, «Матроскин» үҙ егеттәре менән уларҙы бортҡа ултыртып, тулыһынса ҡулланыу өсөн әҙерләп бөтөрә. Был дрондар – һуғыш ҡоралы ла, алғы һыҙыҡтағы егеттәргә кәрәкле әйберҙәрҙе еткереү сараһы ла.
Пилотһыҙ аппараттарҙың ерҙән йөрөй торғанын да етештерәләр. Ул – пульт менән идара ителгән дүрт тәгәрмәсле арбалар. Алғы һыҙыҡтағылар янына үтеп булмағанда һыу, ризыҡ шул техника ярҙамында оҙатыла. Шулай уҡ улар яралыларҙы алып сығырға ярҙам итә.
Өҫтәлгә теҙеп һалынған фотолар, хаттарға күҙ һалам.
– Үҙемдекеләрҙән хат алдым, – тип йылмая «Матроскин». – Ҡустым, һеңлемдең өсөнсө класта уҡыған улы, яҙып ебәргән, мин уның өсөн абруйлы бабай. Туғыҙ йәштә генә булһа ла, шылтыратып фронттағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһынып тора, ысын ил һаҡсыһы үҫеп килә. Ә бына былар минекеләр – кәләшем һәм өс ҡыҙым.
Алғы һыҙыҡта күп балалы атайҙар байтаҡ. Улар бында Ватан алдындағы бурысын үтәй, ғаиләләре, ул-ҡыҙҙарының именлеген, тыныс йоҡоларын һаҡлай...
(Аҙағы бар).
Зөлфиә РӘХМӘТУЛЛИНА


Зыян күрмәгән бер бина ла ҡалмаған...
Тәүге подразделениенан һуң Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдиновтың автомобилендә юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Тиҙлек ярайһы юғары. Сөнки һауа «бысраҡ», дрондар оса. Йөк тейәлгән «Газель» арттан ҡыуа. Уңдан да, һулдан да – янып көлгә ҡалған урмандар. Неонацистар Северодонецк, Кременной тирәһендә меңәрләгән гектар урманды махсус рәүештә яндырған. «Башта ҡот осҡос күренеш ине, хәҙер ул тиклем дә ҡурҡыныс түгел, ҡалалар тирәһендәге биләмәләр таҙартылды», – ти Алик Финзир улы.
Северодонецк та емереклектәр менән ҡаршы ала. Күп ҡатлы йорттар, сауҙа үҙәктәре, ресторандар утҡа тотолған. Бында зыян күрмәгән бер генә мәктәп, балалар баҡсаһы ҡалмаған. Ошо биләмәләргә Рәсәй армияһы мотлаҡ инәсәген аңлап, инфраструктураны ғына түгел, ябай кешеләр йәшәгән тормошто ла ер менән тигеҙләй Украина боевиктары. Әйтеүҙәренсә, Северодонецкиҙың 80 проценты емерелә, ә ғөмүмән алғанда, һәр бина зыян күрә. Ҡаланы азат иткәндән һуң, беҙҙең саперҙарға бер нисә ай буйы һәр метрҙы ҡарап, уны миналарҙан таҙартырға тура килә. Бөгөн тормоштоң яйлап тергеҙелә башлағаны тотошлайы менән яңыртылған күп ҡатлы йорттарҙа, тигеҙ юлдарҙа сағыла.


Ер аҫтындағы тормош
«Башҡортостан» полкының хәрби-сәйәси эш менән идара итеү пунктында замполит «Борус» (Александр Мельченко) ҡаршы алды. Һынсыл ҡараш ташлаһам да, йәшен самалай алманым. Коллегам Вәдүт Исхаҡов менән күптәнге таныш ише ирҙәрсә ихлас сәләмләштеләр. Минең менән таныштырҙылар, иҫәнләштек. «Борус»тың ер аҫтындағы хәрби офисы ҙур ғына. Эш өсөн бөтә шарт тыуҙырылған. Күҙгә шунда уҡ ташланғаны – тәртип. Кемдер телефонда дежурҙа, кемдер компьютерҙа эш менән була. Аңлашыла, һәр һалдаттың блиндажында көнкүреш шарттары командир штабындағы ише түгелдер. Ә шулай ҙа ҡара урмандағы ер аҫты тормошона яраҡлашҡан егеттәр, ни тиһәң дә, улар МХО-ла инде өсөнсө йыл. Беҙҙең кеүек юлаусылар ҡунып сыҡһын өсөн айырым йоҡо бүлмәһе – үҙҙәре әйтмешләй, ҡунаҡхана ла булдырылған. Аш бүлмәһе иркен.
Үҙем шунда уҡ замполит менән һүҙҙе беректереп ебәрә алманым. Миңә бындағы шарттарға күнегеп, бығаса бер ваҡытта ла күҙ алдына килтермәгән мөхиткә әҙерәк яраҡлашырға кәрәк ине. Хәрбиҙәр менән нисек аралашырға икән, тип баҙап та ҡалдым, шикелле. Әйҙәгеҙ, ылауҙы бушатайыҡ, тигән һылтау менән йәнә тышҡа ыңғайланым. Әйткәндәй, ҡаршы алып, беҙҙе оҙатыусылар рәтендә ҡасандыр Башҡортостан юлдаш телевидениеһында бергә эшләгән хеҙмәттәшем – «Журналист» (Рафиҡ Әхмәтшин) һәм МХО-ға тиклем Рәсәй – Башҡортостан каналында эшләгән «Асад» та (Руслан Әсәҙуллин) бар ине. Улар йәһәт кенә башҡа егеттәрҙе лә тупланы. Газелде бушаттыҡ. Күп тә үтмәй штаб соланы беҙ алып килгән кәрәк-яраҡ, күстәнәстәр менән тулды. Төҙөлөш өсөн инструменттар, янғын һүндергестәр бик кәрәкле ярҙам, тип баһаланды. Дизель генераторы өсөн айырым рәхмәт белдерҙе егеттәр. Ул бында туҡтауһыҙ эшләгәс, тиҙ сафтан сыға икән. Тура ашханаға алып барайыҡ, тип уны икенсе машинаға тейәнеләр. «Журналист» менән «Асад»: «ҡараңғы төшмәҫ элек, әйҙә, ашхананы барып күр. Беҙ бында полк йылъяҙмаһын туплайбыҙ, бушаған бер блиндажда телестудия әтмәләп маташабыҙ, шуны ла күрһәтербеҙ», – тине. Урман юлы буйлап «Журналист» «Нива»һында төпкәрәк киттек.
Ашхана янында егеттәр генераторҙы бушатты. Йәнә ер аҫтына төшәбеҙ. Тейешле шарттар тыуҙырылған кухня-блиндаж. Ҙур ҡулйыуғыс, йәшелсә һаҡлау урыны, икмәк киҫеү бүлеге һәм аш-һыу әҙерләү блогының ҡап уртаһында – утындан да, генераторҙан да эшләй алған ялан кухняһы. Һалдаттарҙың туҡланыу урыны иркен, таҙа.
Күрше блиндаж әллә ни ҙур түгел, өскә-өс самаһы. Ошонда студия эшләйҙәр икән. Егеттәр ОСБ-нан өҫтәл ҡорғандар ҙа инде, стеналар һаҡселтәр менән көпләнгән. Журналист-яугирҙарға эш өсөн кәрәкле техниканы теүәлләйһе генә ҡалған.
«Журналист» менән «Асад» буш ваҡыттарын төп һөнәрҙәренә бағышлай – БСТ, «Рәсәй – Башҡортостан» каналына материалдар ебәрә, үҙҙәре лә блог алып бара. Улар МХО йылъяҙмаһын беҙҙең кеүек урыҡ-һурыҡ картиналарҙан төҙөмәй, ошонда ысынбарлыҡты күреп, анализлап, хәрби ҡаҙаныш шатлыҡтары һәм юғалтыу әрнеүҙәре аша аныҡ тарихты яҙа.


Төнгө атака
Замполит штабына килеп, киске аш табыны ҡорҙоҡ. БСТ журналистары Айнур Кәбиров менән Азат Саҙрыев МХО биләмәһендә сираттағы командировкала, улар ҙа килде. Ҙур булмаған табын артында барыһы ла таныш – һүҙҙәр беректе. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, өҫтәл тирәһен ҡараштырам, ир-егеттәр тәмәке көйрәтергә тышҡа сығып инә. Бергилке барыһы ла юҡ булды. Әйҙә, һеҙ ҙә сығығыҙ әле, тип коллегам Айнур Дәүләтбәков мине лә урамға саҡыра. Шул ике арала ҡараңғы төшөп өлгөргән. Бейек ҡарағайҙар араһынан күктә йондоҙҙар йымылдауы ғына күренә. Ваҡыт киске туғыҙҙар самаһы булғандыр, ә күҙгә төрһәң дә күренмәҫ дөм ҡараңғы төн ине.
– Ун етенсеһеме?
– Юҡ, быныһы ун туғыҙынсы?
– Ун ете булды түгелме? – егеттәр үҙ-ара шулай мөңгөрләшә.
– Мопед тауышын ишетәһегеҙме? – был һорау миңә төбәлгәйне.
– Ишетәм, тик дөм-ҡара төнгө урманда ниндәй мопед? Тауыш һауала бит.
Ысынлап та, төнгө тынлыҡты боҙған был тауыш күктә ине. Ҡараңғы төшөү менән дошмандар Рәсәй төбәктәренә самолет тибындағы дрондар оҙата икән. Беҙҙең тәңгәлдән осоп әҙерәк алыҫлашҡас, атыу тауыштары ишетелде – ПВО эшләй. Ул тиклем ерҙән беҙгә нисек осоп килеп етә алһындар, моғайын, эске дошмандар яҡын-тирәнән осораларҙыр, тигән бер ҡатлы шәхси ҡарашым шунда юҡҡа сыҡты. Украина тарафынан Рәсәйгә осоролған дрондарҙың күбеһе ЛНР, ДНР, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәһендә үк атып төшөрөлә. Артабан төбәктәргә оператив мәғлүмәт еткерелә. Шуға ла һәр ерҙә ҡайһы тарафтан дошман дрондары осоуы, яҡынса ҡайһы локацияға йүнәлтелеүе хаҡында мәғлүмәт була. Һуңғы арала дошман ебәргән пилотһыҙ осоу аппараттарының хатта беҙҙең төбәккә килеп етә алыуы аныҡ миҫалдар менән раҫланды. Улар предприятиеларға ғына түгел, тораҡ зоналарға ла йүнәлтелә (бәхеткә, зыян күреүсе кешеләр юҡ), был – Украина сәйәсәтенең ни тиклем кешелекһеҙ һәм түбән булыуының иң аныҡ күрһәткесе. Шулай итеп, бөгөн һуғыштың төп өлөшө ерҙә түгел, күктә бара. Ошо йүнәлештә өҫтөнлөктө бирмәҫкә кәрәк. Фронт өсөн бөгөн дрондар һәм улар менән оҫта идара итеүсе БПЛА операторҙары мөһим.


«Борус»
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы командиры штабы алғы һыҙыҡҡа яҡын урынлашҡан. Беҙҙең төркөмдө унда алып барыу тураһында һүҙ ҡуҙғатыу урынһыҙ ине. «Командир бер ваҡытта ла полк штабын ҡалдырмай, уның иғтибары тулыһынса хәрби процесты көйләүгә йүнәлтелгән», – тине «Борус». Һалдаттарҙың сәйәси, рухи әҙерлеге, улар менән ғаиләләре араһындағы бәйләнеш, килеп тыуған һорауҙарҙы хәл итеү һәм көйләү өсөн яуаплы әңгәмәсем үҙе сығышы менән Хакасиянан. МХО-ға Красноярск крайынан китә – үҙе теләп, үҙе һорап. Мобилизация шарттарында уҡ ҡуҙғалыр ине – бер өлкәлә теркәлеп, икенсе өлкәлә йәшәүе тотҡарлай. Гражданкаға күсеп, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән ныҡышмал офицер хәрби комиссариат тупһаһын туҡтауһыҙ тапай. Махсус рәүештә 31-се мотоуҡсылар полкы формалаша, һеҙҙең кеүек хәрби әҙерлекле белгестәргә шунда вакансия асыҡ, БМП ротаһы командиры урыны бар, тигәс, бер һүҙһеҙ ризалаша һәм Башҡортостанда барлыҡҡа килгән полкка килеп эләгә.
Һамарҙа полкты туплап, беҙҙең егеттәрҙең хәрби әҙерлеге өсөн тап ул яуап бирә. «Милли республикала тыуып үҫтем, Хакасияла ерле халыҡтың мәҙәниәте, тарихы менән таныш инем, шуға миңә башҡорттар менән (шулай тигәндә ул милләттәренә ҡарамай, полкка яҙылған тотош Башҡортостан ир-егеттәрен күҙ уңында тота) уртаҡ тел табыуы еңел булды», – ти «Борус». Үҙенең хәрби ҡушаматына килгәндә, тап хакастар табынған изге тау атамаһынан икән. «Борус» – офицер улы, ҡатыны ла офицер, үҙенең ун йәшлек улын да офицер итеп үҫтерергә самалай, хәрби академияға әҙерләй.
– Моғайын, ир-егеттәр МХО-ға аҡса өсөн китә, тигән фекерҙе ишеткәнегеҙ барҙыр. Был төптө хата ҡараш. Сөнки кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге бер генә аҡсаға ла торош түгел. Беҙ ошо юлды аңлы һайланыҡ. Был аҙымға тыуған илдең именлеге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо этәрҙе. Ошо ил мине уҡытты, үҫтерҙе, кеше итте – һәм унан ҡәҙерлерәк урын ер йөҙөндә юҡ, – ти «Борус». – МХО-ға барырға тигән ҡарар ҡабул итеүҙә киләсәкте моделләштереп ҡарау хәл иткес этәргес булды. Әгәр мин илемде һаҡларға бармаһам, улымдың күҙҙәренә нисек ҡарар инем? Ә бит ул бер килеп: «Атай, һин бит офицер, ә ниңә ситтә тороп ҡалдың?» – тип һорар ине. Әсәйем, минең ҡарарыма ҡаршы килмәне, атайым да хупланы.
«Борус»тың шәхси бүлмәһендә икона күп. Бында юғары көскә ышанысһыҙ булмай, ти ул. Ә эш кабинетында Салауат Юлаев менән Миңлеғәле Шайморатовтың фотоһүрәттәре элеүле.
– «Башҡортостан» полкына эләгеүемә сикһеҙ шатмын. Беренсе сиратта, мине ир-егеттәрҙең ҡыйыулығы, рух ныҡлығы һоҡландыра. Ысынлап та, Салауат Юлаев һәм Шайморатов тоҡомдары сигенә белмәй, тиер инем. Һәр ваҡыт оло ғорурлыҡ менән, беҙҙең полк – иң һөҙөмтәлеһе, тием, – ти ул. – Беҙҙең полкка ярайһы ҡатмарлы хәрби бурыстар ҡуйылды. Йылдан ашыу «азовсылар» менән һуғыштыҡ. Бер ҡасан да, бер аҙым да артҡа сигенмәнек.
Әйткәндәй, замполит быйыл «Журналист» позывнойлы коллегабыҙға полктың тарихи йылъяҙмаһын туплау бурысын йөкмәтә. Подразделениеларҙың көндәлек эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр теркәлеп барған хәрби журналды өйрәнә Рафиҡ. 2023, 2024, 2025 йылдар журналын барлап бөткәс, замполитына шылтыратып: «Иптәш майор, беҙҙең полк, ысынлап та, ҡаһарман, бер ҡайҙа ла, бер аҙым да сигенмәгәнбеҙ, һәр саҡ алға барғанбыҙ – ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәгәнбеҙ, юғалтыуҙар аша булһа ла», – ти.
– Ошондай ҡаһарман рухлы Башҡортостан ир-егеттәре менән хеҙмәт итеү – ғорурлыҡ. Уларҙың күптәре дуҫыма әйләнде, яҡын туғанымдай ҡабул итәм. Тик һуғыш шарттарында ғына Аллаһы Тәғәләғә ышанысты нығытырға һәм ысын дуҫтар табырға мөмкин тигәндәре хаҡ һүҙ. Илдар Суфияров, Андрей Мигунов – улар беҙҙең ғорурлыҡ. Командир булһалар ҙа, тәү сиратта, һалдаттар тураһында ҡайғыртҡан, иң ҡатмарлы мәлдә яуаплылыҡты үҙ иңенә ала белгән аҡыллы, ҡаһарман ирҙәр ине. Икеһенә лә Рәсәй Геройы исеме бирелде. Улар – «Башҡортостан» полкында хеҙмәт иткән республика яугирҙарының рухи көсө, ҡаһарманлығы символы, – ти «Борус».
Башҡортостанды ла «Борус» бик яҡын күрә. Элек уның тураһында бер нәмә лә белмәһә, бөгөн тарихы, мәҙәниәте менән яҡшы таныш. Алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә республика етәкселеге тарафынан булған даими иғтибар өсөн рәхмәтле, ғаиләләренә ҡағылышлы һорауҙар ҙа тиҙ генә контролгә алыныуын билдәләй.
– Минең һөйләүемдән Башҡортостанды хатта Хакасияла йәшәгән әсәйем дә яҡын күрә. Юлдаш аша БСТ-ны ҡарай, ундағы йәнле тормошто, Радий Фәрит улының эшмәкәрлеген күҙәтеп ихлас һоҡланыуын белдерә, – тип йылмая әңгәмәсем. – Республика етәксеһенә бында «Тимер» позывнойы бирелде. Ул ысынлап та, тимер рухлы. Тыуған республикаһы, халҡы, яугирҙарыбыҙ, уларҙың ғаиләләре өсөн күпте эшләй. Беҙгә күрше полктар көнләшеп ҡарай...
«Борус» менән күп һөйләштек. Улар буйынса тағы ла айырым мәҡәләләр яҙылыр. Әңгәмә һуңында ҡыҙыҡһыныуымды тыя алмай һеҙгә нисә йәш, тип һорайым. 38, ти. Бер яҡтан үтә йәш. Ил яҙмышын үҙ ҡулына алған минең быуын вәкиле. Һоҡланыу уятҡан шундай замандаштарым МХО-ла бик күп. Ғорурлыҡ хисе уята, замандаш ир-егеттәр өсөн еңеүсе олатайҙар рухы алдында оят түгел.
(Дауамы. Башы 13-сө һанда).

