Стәрлетамаҡ районының Рощинский ауылынан Радмир Камалетдинов эштән һуң атаһы менән блиндаждарҙы йылытыу өсөн мейес яһайҙар. Мейестең хатта исеме лә бар.
«Кама 02» атамаһының ҡайҙан килеп сығыуын Радмир:
– Ҡустым яуҙа "Кама" ҡушаматы менән йөрөй. Шуға ошондай исем һайланым, – тип аңлата.
Бындай ирекмәндәр штабы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлеге сәркәтибе ҡушыуы буйынса яһалған. Улар МХО яугирҙары ғаиләләренә социаль, психологик һәм көнкүреш өлкәһендә ярҙам күрһәтә, гуманитар ылау оҙата.
Һәр кем ошондай ярҙам күрһәтә ала. Бының өсөн 8 (800) 201-89-03 телефоны буйынса шылтыратырға була.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.