Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
7 Июль 2025, 11:15

МХО батырҙарына - дәүләт наградалары!

Бөгөн ЦУР-ҙа үткән хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне. 

МХО батырҙарына - дәүләт наградалары!
МХО батырҙарына - дәүләт наградалары!

Генерал Шайморатов исемендәге ордендар хәрбиҙәр Марсель Ғәлиханов Һәм Азамат Таһировҡа тапшырылды. Медвзвод медицина бүлеге командиры Алена Саркисян генерал Шайморатов исемендәге миҙал менән бүләкләнде.

"Һеҙгә бер генә нәмә теләйбеҙ - тере һәм иҫән-һау ҡайтығыҙ. Республика хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтә һәм күрһәтәсәк. Рәхмәт һеҙгә һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ", - тине Радий Хәбиров.

Автор: Айбулат Ишназаров
Читайте нас