Дүртенсегә ойошторлған фестиваль тураһында беҙ ошонда яҙып үткәйнек.
«Ер ҡото» быйыл да бик ҡыҙыҡ булмаҡсы. Унда массаж, хиджама, гирудотерапия кеүек сәләмәтләндереү ысулдары ла тәҡдим ителә. Иң тәжрибәле халыҡ табиптарының оҫталыҡ дәрестәрен ҡарарға мөмкин. Һәр кем үҙенә оҡшаған халыҡ табибына мөрәжәғәт итеп, дауаланыу курсы үтә аласаҡ. Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла сәләмәтлектәрен юғалтҡан батырҙар өсөн уларҙың барыһы ла бушлай тәҡдим ителәсәк.