Учалы районының бәләкәй генә Ташҡыя (Мишкә) ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 29 ир-егет китә. Шуларҙың 11-е иҫән-һау әйләнеп ҡайтһа, 18-е яу яланында ятып ҡала. Тау буйында урынлашҡан ауылдың бейек кенә урынында ҡуйылған обелискыла уларҙың исемдәре алтын хәрефтәр менән уйылған. “Атайсал” проектына ярашлы ошонда уҡ яугирҙарҙың фотолары менән “Хәтер” галереяһы булдырыу мөмкинлеге хаҡында белгәс, биләмә хакимиәте башлығы Гөлсинә Фәттәхова ташҡыяларға уға ҡушылырға тәҡдим итә.
– Шул тиклем дәррәү күтәрелде халыҡ, бер айҙа аҡсаны йыйып та тапшырҙылар. Еңеүҙең 80 йыллығына фотолар әҙер ине, – тип һоҡланыуын йәшермәй Гөлсинә Ибраһим ҡыҙы.
Ир-егеттәр “һә” тигәнсе таҡтаташтарҙы тигеҙ итеп урынлаштырып ҡуйһа, ҡатын-ҡыҙҙар текмәне буяны, сәскәләр ултыртты. Галереяны асыу тантанаһына ситтә йәшәгән ауылдаштар, ветерандарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә килде. Әле ауылда ветерандар ҡалманы, һуғыш осоро балаларынан Дәминдәр Мөхәррәм улы Сәлихов иҫән-һау, тик ул байрамда була алманы.
Рим хәҙрәт Ҡаһарманов мәрхүмдәр рухына аят бағышлағас, ауыл хакимиәте башлығына, Мәҫкәү мәктәбе директоры Наил Бүләковҡа, билдәле шәхестәргә һүҙ бирелде. Улар араһында ғалим-педагог, әҙәбиәтсе, тарихсы, публицист, журналист, филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиевтың булыуы байрамға мәртәбә өҫтәне.
– Сценарий шул тиклем шәп, алып барыусы килендәр Зилдә Мәүлитова менән Зифа Бәпәнинаға афарин! – тине Рәүеф Вәлиулла улы. – Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған байрам яҡты хәтирәләр генә уята, хатта күҙгә йәштәр тула. Ауылдаштарыбыҙҙың берҙәмлегенә һоҡланып ултырам. Күрһәткән хөрмәтегеҙгә рәхмәт!
Рәүеф Вәлиулла улының атаһы 1957 йылда һуғышта алған яраларынан вафат булып ҡала. Ул үҙе 1964 йылда баш ҡаланы яуларға сығып китә, юғары белем алып, төрлө мәктәптә уҡытыусы, директор булып эшләй, “Ленинсы” (хәҙерге “Йәшлек”), “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзиттәрендә ҡәләмен нығыта, районда “Өлкәр” журналын етәкләй. Хаҡлы ялда яҙышырға ваҡыт күберәк ҡала, әлеге көндә 24 китап баҫтырған ул. Тыуған ауылы хаҡында “Атайсалым – Ташҡыя” китабы донъя күрһә, әле райондың 95 йыллығына арналған “Сал Уралдың алтын тажы – Учалы” исемлеһе баҫтырыуға әҙер. Йәнә район ғалимдары тураһында филология фәндәре кандидаттарынан алып академиктарға тиклем 85 яҡташыбыҙ хаҡында мәғлүмәт тупланған баҫма буласаҡ. Әйткәндәй, Рәүеф Вәлиулла улының һеңлеһе Фәниә ханым да – ғалим-философ, профессор.
Ҡунаҡтарҙың барыһы ла байрамдан ҡәнәғәт ҡалды, күптәр бала сағына әйләнеп ҡайтҡандай булды. Һуңынан һалдат бутҡаһы ашанылар, килтергән бәлештәре менән бергәләп һыйландылар. Ошо уҡ көндө күрше Мәҫкәү ауылында ла ветерандар галереяһы асылды. Хәҙер инде ошо биләмәгә ҡараған биш ауылда ла – Наурыҙ, Мәҫкәү, Мишкә, Йәһүҙә, Ғәҙелшала яугир олатайҙарыбыҙ хөрмәтенә матур стелалар бар.
Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Учалы районы.