Бөтә яңылыҡтар

Бөрйәндәр МХО-ға дрон детекторҙары һәм тепловизорҙар ебәрә

Бөрйән районы халҡы яугир яҡташтары өсөн гуманитар ярҙам әҙерләгән.

Бөрйән районы халҡы яугир яҡташтары өсөн гуманитар ярҙам әҙерләгән. Муниципалитет хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин хәбәр итеүенсә, яугирҙәрҙең заявкаһы буйынса алғы һыҙыҡҡа «УАЗ» автомобиле, мотоцикл, мобиль мунсалар ебәрергә әҙер. Шулай уҡ битараф булмаған халыҡ ярҙамында дрон детекторҙары һәм тепловизорҙар һатып алынған.

Гуманитар йөктө туплауҙа Әбделмәмбәт, Ырғыҙлы, Иҫке Мөсәт һәм Ҡолғона ауылдары халҡы ҡатнашҡан. "Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Иғтибарығыҙ һәм хәстәрлегегеҙ менән уларҙың рухын күтәрәһегеҙ, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәһегеҙ», — тип яҡташтарына Рәмил Абдуллин рәхмәт белдереп яҙған

Читайте нас