Ғинуарҙа публицист, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы советнигы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов вафат булғайны.
Күптән түгел яҡындары мәрхүмдең рухына бағышлап аят уҡытҡан, шунда йыйылған хәйер аҡсаһына махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә кәрәк-яраҡтар алғандар. Бәхтийәр атаһы рухына бағышланған аманатын Бөтә донъя башҡорттары офисына килтерҙе.
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының гуманитар конвойы юлға сыға һәм был әйберҙәр, күстәнәстәр яугир ир-егеттәрҙе шатландырасаҡ.
Акцияға һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, хөрмәтле дуҫтар! Тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге һылтанма буйынса табырға мөмкин: http://vk.com/wall-109622739_87311
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ЗащитникиОтечества #ВатандыҺаҡлаусылар