«Лысый» позывнойлы яугир үҙенең артиллерия расчеты менән бергә быйыл ғинуарҙа хәрби бурысын уңышлы үтәй.
Прапорщик Даян Нуриев РФ Оборона министрлығы менән 2023 йылдың авгусында контракт төҙөгән. 60 йәшенә ҡарамаҫтан, ул бик яҡшы физик формала һәм уны хеҙмәттәштәре хөрмәт итә. Хәрби подразделение уның тәүәккәллеген һәм ҡыйыулығын билдәләй.
Гаубицалы артиллерия дивизионының "Боевой листогы"нда хәбәр ителеүенсә, 19 ғинуарҙа уларҙың расчеты дошмандың БПЛА менән идара итеү пункты координаталарын ала. Бер нисә минут эсендә яугирҙәр позицияға сыға һәм Д-30 гаубицаһынан ут менән сәпте юҡ итә. Операция тиҙ һәм юғары профессионализм кимәле менән үткәрелә.
Даян Нуриев иң ҡатмарлы хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Бер алышта ул етди яралана һәм әлеге ваҡытта Мәскәү госпиталендә дауалана. 1 февралдә яугир 60 йәшлек юбилейын билдәләне.