Пиротехника:
- фейерверктарҙы һәм петардаларҙы махсус магазиндарҙа ғына һатып алығыҙ;
- бина эстәрендә, ҡыйыҡ ситендә һәм ағас аҫтында петардалар ҡулланмағыҙ;
- уларҙы кеҫәгеҙҙә йөрөтмәгеҙ;
- кешеләргә петардалар йүнәлтергә һәм уларҙы аяҡ аҫтына ташларға ярамай;
- янған пиротехникаға 15 метрҙан да яҡыныраҡ килмәгеҙ;
- фитилде йөҙ тирәләй тотоп, яндырмағыҙ,
- көслө елдә пиротехниканы ҡулланмағыҙ
. Янғын сыҡҡан осраҡта ҡотҡарыу хеҙмәтенә 112-се номер буйынса шылтыратығыҙ.
Именлек сараларын үтәгеҙ һәм байрамдарҙан ләззәт алығыҙ!