Бөтә яңылыҡтар
13 Октябрь 2023, 09:35

«Изге һөнәрле ижадсы» проекты — Туймазыла

Бөгөн «Йәшлек»тәр Туймазы яҙыусы-шағирҙары менән осрашты.

«Изге һөнәрле ижадсы» проекты — Туймазыла
«Изге һөнәрле ижадсы» проекты — Туймазыла

 

«Йәшлек» гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейы һәм Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған проект үҙ эшен дауам итә. Бөгөн марафонды туймазылар ҡабул итеп алды. Туймазы районының тарихи-мәҙәни үҙәгендә матур әҙәби кисә үтте. Унда район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Әбсәләмов, тарихи-мәҙәни үҙәк етәксеһе Гөлмирә Бикбулатова, «Алтын башаҡ» әҙәби ойошмаһы ағзалары, райондың яҙыусылары һәм шағирҙары ҡатнашты.

Гәзитебеҙ уҡыусыларына Рәмзин Әбсәләмовтың йырын тәҡдим итәбеҙ.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас