Олпат йәшен һуғыш ветераны яҡындары менән бергә билдәләне. Ул тормош иптәше Мәғәфиә менән 9 бала тәрбиәләп үҫтергән, ейән-ейәнсәрҙәрен һәм бүлә-бүләсәрҙәрен һанап бөтөрлөк түгел. Олатайҙы ҡала мэры Эльдар Вәлитов ҡотланы.
«Хәтеремдә, бала саҡта Еңеү парадында уға һәм башҡа ветерандарға һоҡланып ҡарай инем. Ышаныс менән әйтә алам, бөгөн беҙ уның менән яҡшы дуҫтар. Мин уға йыш киләм, һөйләшеп ултырабыҙ. Ҡыҙыҡлы тарихтары күп, һәр ваҡыт шаярта. Һуңғы ваҡытта бер аҙ насар ишетә башланы, әммә бик дәртле һәм позитив булып ҡалды», – ти мэр.
Мөхәмәтулла Вәлиуллин 1919 йылдың 26 декабрендә Ҡарман ауылында донъяға килгән. Һуғышта минометсы һәм элемтәсе була. Яуҙа алған яралары әле үҙен белдерә: бер яҡ күҙе күрмәй һәм насар ишетә.
Мөхәмәтулла Ғәтиәтулла улы Еңеү яҙын Чехияла ҡаршы ала. Демобилизацияланғандан һуң тыуған яғына ете йылдан ғына әйләнеп ҡайта.