-3 °С
Ҡар
«Мин эшкә киткәндә улдарым йоҡлап ҡала, эштән ҡайтыуға ла әүен баҙарына китеп өлгөрәләр. Әммә улар менән аралашыу өсөн ял көнө бар. Йә ҡайһы саҡта уларҙы кискә эшкә алып килеүҙәрен һорайым. Иң бәләкәйе миңә, атай, тип өндәшә. Фәрит менән, өлкәнерәге, барыһы хаҡында ла һөйләшәбеҙ. Мин уның менән ирҙәрсә аралашам. Бер бөйөк спортсыбыҙҙың шаяртыуы иҫкә төшә: "В семье хозяин должен быть одна". Шуға күрә минең тылым ныҡлы, миңә өйөмдә һәйбәт. Мин – бәхетле кеше, һөйөклө ҡатыным, матур балаларым бар, - тигән Радий Хәбиров.