Ярыштың финалы Киров ҡалаһында 2-4 декабрҙә үтте.
— "Салауат" ирҙәр баш кейемен, ҡатын-ҡыҙҙарҙың "Наркес" баш кейемен һәм намаҙ өсөн мосолман кейемен күрһәтте. Жюри компания эшселәренең оҫталығын юғары баһаланы. Өс продукция ла юғары наградаға — Гран-при премияһына лайыҡ булды, — ти Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
«Салауат» ЯСЙ-һы — тәбиғи тире һәм тире изделиеларын тегеү, сувенирҙар әҙерләү ойошмаһы. Ателье район һәм төбәк этаптарын уңышлы үтә, федераль бәйгелә, юғары конкуренцияға ҡарамаҫтан, компания продукцияһы беренсе урындарҙы яулай.
2022 йылда "Туристик сувенир" Бөтә Рәсәй конкурсына 72 төбәктән 2609 ғариза тәҡдим ителгән. Башҡортостандан 65 сувенир өлгөһө ҡатнашҡан.