Бөтә яңылыҡтар
11 Декабрь 2022, 06:54

Павловкала янғын-ҡотҡарыу отряды йорто төҙөлә

Был хаҡта БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр итә. 

Павловкала янғын-ҡотҡарыу отряды йорто төҙөлә
Павловкала янғын-ҡотҡарыу отряды йорто төҙөлә

- Павловка һыуһаҡлағысында ҡотҡарыусылар тиҙҙән яңы бинаға күсә. Нуриман районы Павловка ауылында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең ҡотҡарыу отряды бинаһын төҙөү һәм монтажлау эштәре тамамланып килә. Был проект 2030 йылға тиклемге осорҙа Башҡортостанда янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды .

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов менән берлектә төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланыуын һәм тапшырыуға әҙерлекте тикшерҙек. Был бина ҡотҡарыусыларҙы ғына түгел, барлыҡ ҡотҡарыу техникаһын да һыйҙырасаҡ.

2020 йылда Павловск һыуһаҡлағысы янында яңы эҙләү-ҡотҡарыу отряды булдырылды. Әлеге ваҡытта ҡотҡарыусылар ваҡытлыса ҡоролмаларҙа хеҙмәт итә. Павловка отряды ҡотҡарыусылары һыуҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса профилактик сараларҙа ла, эҙләү-ҡотҡарыу сараларында ла, шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаларында ла әүҙем ҡатнаша. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу инфраструктураһын үҫтереү артабан да дауам итәсәк. Алда әле пландар күп! - тип яҙған Сәғитов.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: