Был хаҡта Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә яҙҙы:
– Уҡыуҙар оҙаҡ та түгел, әммә малайҙар унан үҙгәреп ҡайта. Уларҙы
дисциплинаға, яуаплылыҡҡа, үҙ аллылыҡҡа, ярҙамсыл булырға өйрәтәләр.
Ярты йылда хәрби уҡыуҙарҙа республикабыҙҙың төрлө районынан 1600 унынсы класс уҡыусыһы ҡатнашты. 360 ашыуы профилле сменаларҙа ҡатнашты.
Бында теория ысынбарлыҡҡа бәйләп бирелә, яңы белемдәр практика менән нығытыла. Малайҙар парашют менән һикерергә, урында юл табырға өйрәнә, физик яҡтан ныгына. Мотлаҡ рәүештә «Геройҙар уҙышы»н үтә.
Уҡыу үҙәге заманса хәрби -медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, курсанттар тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнә. Электрон тир, тематик кластар бар. Ноябрь айынан уҡыу программаһына янғын, һыу хәүефһеҙлеге, буйынса дәрестәр индерелде. МЧС хеҙмәткәрҙәре гражданлыҡ оборонаһы буйынса уҡыта. «Авангард»ҡа йәмәғәт ойошмалары, ветерандар килә.
Бәлки, малайҙарҙың һәр береһе хәрби һөнәрҙе һайламаҫ та, әммә был белемдәр уларға тормошта кәрәк буласаҡ. Улар мотлаҡ үҙен һәм яҡындарын яҡлай аласаҡ, иманым камил.