Бөтә яңылыҡтар
7 Декабрь 2022, 17:41

Минус 50 градус һыуыҡ буласаҡ?!

Һеҙгә яңы йылға һауа торошон ебәрҙеләрме?

Минус 50 градус һыуыҡ буласаҡ?!
Минус 50 градус һыуыҡ буласаҡ?!

Бөгөн «Ватсап» мессенджерында ошо фотоһүрәт таралды. Йәнәһе лә, яңы йылға ҡарай республикала минус 45-50 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Ышанырғамы быға? Әлбиттә, юҡ, ти Башгидрометүҙәк белгестәре.

 

«Иң ышаныслы һәм дөрөҫ фараз биш көнгә генә яһала. Әммә ундай һыуыҡтар булыуы мөмкин түгел, тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, республиканың иң һалҡын төнө 1979 йылдың 1 ғинуарында була. Һуңынан Өфөләге «Дим» станцияһындағы термометрҙар - 48 градус, ә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында - 54 градус күрһәткән. Ләкин беҙҙең ведомство был прогнозды яһаманы һәм ебәрмәне», — Башгидрометүҙәк етәксеһе Анна Казаева.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: