Бөтә яңылыҡтар
7 Декабрь 2022, 14:00

Бизнес алып барыуға бөтә шарттар булдырыла

2022 йылдың 3-сө кварталы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың Росреестр идаралығында милекте теркәүҙә тотҡарлыҡтар кәмегән.  

Бизнес алып барыуға бөтә шарттар булдырыла
Бизнес алып барыуға бөтә шарттар булдырыла

 

 

«Тотҡарлыҡтар 2-се кварталда 2,28 процентҡа, 3-сө кварталда 3,33 процентҡа кәмене. Мәсьәләне контролгә алдыҡ һәм һәр осраҡта ла ғариза биреүсе күрергә теләгән һөҙөмтәне булдырыу йүнәлешендә эшләйбеҙ», – тип хәбәр итә Росреестр идаралығы начальнигы Петр Клец.

 

Уның һүҙҙәренсә, милекте теркәү сифатын яҡшыртыу бизнес алып барыуҙы ябайлаштырыу һәм төбәктең инвестиция күркәмлеген күтәреү буйынса рейтингҡа йоғонто яһай. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында Теркәүселәр советы булдырылған, милек объекттары исемлеге төҙөлгән һәм уға даими анализ яһалған, шулай уҡ Росреестр һәм Кадастр палатаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн семинар һәм уҡыуҙар ойошторола башлаған.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: