-18 °С
Болотло
Иҫке Бәпес ауылы биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға тиҫтәгә яҡын егет юлланған. Кисә уларҙың ата-әсәләре һәм яҡындары йома сәйенә йыйылды.
Осрашыуҙа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин, Иҫке Бәпес мәсете имам-хатибы Рафиҡ Шахморатов ҡатнашты. Хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам булдырыу мәсьәләләре ҡаралды, яугирҙарҙың хәл-торошо хаҡында әңгәмә ҡоролдо.
Иҫке бәпестәр мобилизацияланғандарға гуманитар ярҙам йыйыу акцияһында әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел эшҡыуарҙар һәм ағинәйҙәр хәрбиҙәргә ҡорот эшләп ебәргән. Ауыл халҡының татыу һәм берҙәм булыуы һоҡландырҙы!