Бөтә яңылыҡтар
23 Ноябрь 2022, 13:53

"Ғәҙеллекте тергеҙеү тип атарға мөмкин"

Радий Хәбиров «Сода» акцияларының дәүләт файҙаһына ҡайтарылыуына ҡарата фекерен белдерҙе.

"Ғәҙеллекте тергеҙеү тип атарға мөмкин"
"Ғәҙеллекте тергеҙеү тип атарға мөмкин"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ОТР каналына биргән интервьюһында БСК акциялары тураһында һөйләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда суд аша предприятие дәүләт файҙаһына ҡайтарылғайны. 

«Ҡайһы бер әйберҙәр асыу килтерә. Башҡорт йәмғиәте өсөн "Башҡорт содаһы"на бәйле хәл асыу килтерерлек кенә түгел, был уның өсөн ауыр яра кеүек ине. Шуға күрә Президенттың предприятиены дәүләт милкенә ҡайтарыу тураһындағы ҡарарын ебәрелгән хатаны төҙәтеү, ғәҙеллекте тергеҙеү тип атарға мөмкин», — тине Радий Хәбиров.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: