Бөтә яңылыҡтар
14 Октябрь 2022, 13:49

Ил Президенты мөһим яңылыҡ еткерҙе!

Өлөшләтә мобилизация ике аҙнанан тамамланасаҡ!

Ил Президенты мөһим яңылыҡ еткерҙе!
Ил Президенты мөһим яңылыҡ еткерҙе!

Рәсәй Президенты Владимир Путин бер сәғәт элек өлөшләтә мобилизация буйынса сығыш яһаны. 

Бөгөнгә 222 мең кеше мобилизацияланған. Мобилизацияның яңы тулҡынын үткәреү планлаштырылмай.

Дәүләт Башлығы әйтеүенсә, ике аҙнанан өлөшләтә мобилизация саралары тамамланасаҡ. Шулай уҡ ул мобилизация иғлан итеүҙең сәбәптәрен аңлатты. 

— Фронт һыҙығын тик контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр ярҙамында ғына тотоп булмай. Өлөшләтә мобилизация саҡырылғандарҙың барыһы ла хәрби әҙерлек үтергә тейеш. Әлеге ваҡытта һалдаттарҙың 33 меңе хәрби частарҙа, 16 меңе махсус хәрби операция бурысын үтәй. Беҙ үҙебеҙгә Украинаны юҡ итеү бурысын ҡуйманыҡ, – тине Путин. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: