Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Октябрь 2025, 23:30

Ни өсөн Ҡытайҙа гипертониктар аҙ?

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары – донъяла иң киң таралған сирҙәрҙең береһе. Рәсәйҙә гипертониянан һәм атеросклероз эҙемтәләренән  үлем осрағы ла, башҡа сирҙәрҙең бөтәһенә ҡарағанда ла күберәк.

Ни өсөн Ҡытайҙа гипертониктар аҙ?
Ни өсөн Ҡытайҙа гипертониктар аҙ?

   Медицина әле был ауырыу алдында көсһөҙ һәм кешеләрҙе ғүмер буйы дарыу эсеп кенә йәшәргә өндәй. Ә Ҡытай һәм башҡа Көнсығыш илдәре тәжрибәһе был ауырыуҙың үҫешенә юл ҡуймаҫҡа өйрәтә.

Хроник артериаль гипертензия нисек ҡурҡыныс икәнен күптәр аңлайҙыр. Уның организмға кире йоғонтоһон  электр селтәрендәге токтың көсөрөгәнешлегенең кинәт артыуы менән сағыштырырға мөмкин. Был ваҡытта ул өйҙәге бөтә электр приборҙарын эшлектән сығарыуы ихтимал. Организмда иһә бындай емергес көскә  йөрәк, баш мейеһе, бөйөрҙәр һәм күҙҙең селтәрле ҡабағы дусар була. Гипертония атреосклероздың үҫешен һәм ҡан тамырҙарының ҡартайыуын тиҙләтә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең илдәге заманса медицина ярҙамы күрһәтеү  системаһы камиллыҡтан бик алыҫ. Элекке ауырыуҙарҙы иҫкәртеү дәүләт системаһы ла юғалып ҡалды. Күберәк коммерцияға ҡоролған бөгөнгө медицина кешеләрҙе күпләп дарыуҙар һатып алыуға ғына этәрә.  Артериаль гипертонияға килгәндә, был айырыуса асыҡ күренә:  икенсе стадиянан уҡ ауырыу дауалап булмай тип иҫәпләнә һәм пациенттар ғүмеренең аҙағынаса ҡан баҫымын төшөрөүсе дарыуҙар эсергә мәжбүр ителә.

Бөтә ауырыуҙар ҙа стрестанмы?

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының етди сәбәбе булып хроник стресс тора. Ҡурҡыу, борсолоу, ашығыу йөрәкте көслөрәк һәм йышыраҡ тибергә, ә ҡан тамырҙарын ҡыҫылырға мәжбүр итә. Депрессия, һағыш, киреһенсә, ҡан тамырҙарын йомшартып, йөрәк тибешен кәметә. Әгәр ҙә был хәлдәр йыш ҡабатлана икән, тотош организмға көсөргәнеш арта. Шуларға тағы ла тирә-яҡ мөхиттең бысраныуын, гиподинамияны, сифатһыҙ һыуҙы ҡулланыуҙы һәм дөрөҫ туҡланмауҙы ла өҫтәгәндә – организмдың йәшәү системаһының боҙолоуын көт тә тор. Иң беренсе сиратта ҡан әйләнеше системаһы боҙола. Билдәле Рәсәй табибы, кардиолог, профессор Р. Аксурин әйтеүенсә, тап стрестан йөрәк һәм ҡан тамырҙары ныҡ зыян күрә һәм дауалауға бирелмәй. Шуныһы бигерәк аяныс, был кире йоғонтоларға әсәнең ҡарынындағы баланың да дусар булыуы иҫбатланған. Әлбиттә, йәшәү рәүеше әллә ни үҙгәрмәгән, экологик таҙа аҙыҡ-түлек менән туҡланыу һаҡланған төбәктәрҙә гипертония менән ауырыусылар ҙа әҙ.

Икенсе хәүеф факторына организмда тоҙҙоң күплеге һәм артыҡ кәүҙә ауырлығы инә.

Ауырыуҙы нисек иҫкәртергә һәм башланғыс стадияһында дауаларға?

Иң төп дауа дарыу ғына түгел, ә үҙәк-нервы системаһының мөмкинлектәрен күтәреү. Кеше дарыу ашап ҡына ҡотолам тип уйларға тейеш түгел, ә даими рәүештә аутотрениг методикаһын ҡулланырға өйрәнергә кәрәк. Был йәһәттән Ҡытай табиптарының тәжрибәһе өйрәнеүгә лайыҡ. Улар гипертонияның башланғыс стадияһында, йәғни вегетатив ҡан тамырҙары дистонияһы стадияһында дарыуҙар менән дауалау яҡлы түгел.  Уның урынына фито дауалау, гомеопатия һәм физик күнегеүҙәр тәҡдим итәләр. Был ауырыуға тағы ауырыраҡ стадияларға үҫешергә юл ҡуймай, ысынлап та яҡшы һөҙөмтә бирә. Ҡытайҙа гипертонияның 2-се, 3-сө стадияһы менән ауырыусылар һаны 15 процент тәшкил итә, ә Рәсәйҙә 41 процентҡа етә.

Унда шулай уҡ иртәнге гимнастика менән күмәкләп шөғөлләнеү тәжрибәһе киң таралған. Көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ҙур мегаполистарҙа ла улар ашыҡмай ғына урамға сығып, “тайдзи-цюань” һәм “ушу” кеүек һауыҡтырыу системаһына ингән күнегеүҙәрҙе эшләйҙәр.

Пекин медицина академияһы профессоры Сы Хуайджу әҙ тоҙло диета тотоу,  туҡланыу рационына күберәк аҡһымдар индереү, микроэлементтар менән байытыу зарурлығы тураһында әйтә. Бигерәк тә марганец, хром, ванадий кеүек микроэлементтар файҙалы. Улар  сәтләүектәрҙә, һарымһаҡта, диңгеҙ кәбеҫтәһендә, баклажанда күп.

 Кәңәштәр

  • Тәмәке тартһағыҙ, мотлаҡ был насар ғәҙәтте ташлағыҙ.
  • Хеҙмәт һәм ял режимын тотоғоҙ. Көн дә бер үк ваҡытта ятып, бер үк ваҡытта торорға тырышығыҙ.
  • Ашаған ризығығыҙға тоҙҙо әҙерәк һалығыҙ.
  • Төнгөлөккә ныҡ ашамағыҙ. Ғөмүмән киске аштан баш тартып, бер стакан кефир ғына эсергә мөмкин.
  • Туҡланыу рационында мотлаҡ майлы кислоталы ризыҡтар булырға тейеш. Уларға балыҡ, диңгеҙ аҙыҡтары, йәшел сәй инә. Омега-3 кеүек биологик актив өҫтәмәләрҙе ҡулланырға ярай.
  • Витаминлы-минераль комплекстар эсегеҙ.
  • Ҡан әйләнешен, матдәләр алмашыныуын яҡшыртыусы, насар холестеринды кәметеүсе препараттар ҡулланығыҙ.
  • Стрестарҙан һаҡланығыҙ, ул – гипертониктарҙың иң төп дошманы. Тынысландырыусы ванналар ҡулланығыҙ фитосәйҙәр, төнәтмәләр эсегеҙ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, гипертония ауырыуы ҡан әйләнеше системаһының нервы регуляцияһы боҙолоуҙан килә.  Ул күберәк нервы ауырыуы тип ҡарарға кәрәк. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас