Яңы барлыҡҡа килгән шештәрҙең кеше һаулығы өсөн хәүефле булмауы ла бар, әммә шулай ҙа йөҙҙө биҙәмәй. Өҫтәүенә, ҡайһы бер төйөндө ваҡытында дауалау талап ителеүе ихтимал.
Танауҙағы шештең түбәндәге ауырыуҙарға бәйле барлыҡҡа килеүе асыҡланған.
Липома. Йомшаҡ ҡына төйөн, сиктәре яҡшы беленеп тора. Тиренең төҫө үҙгәрмәүе лә, шул уҡ ваҡытта бер аҙ ағарып тороуы ла мөмкин.
Гигрома. Эсендә шыйыҡсаһы булған ҙур булмаған шеш барлыҡҡа килә. Ул пациентты борсомай, хатта өҫтөнә баҫһаң да, бер ниндәй ҙә ауыртыу юҡ. Әммә ҡарап тороуға ул матур түгел, шуға күрә күптәр уны алдырып ташлау яҡлы.
Флегмона. Ныҡ итеп эрен бүленеп сығыу менән һүрәтләнеүсе май күҙәнәгенең киҫкен ялҡынһыныуы. Эренле абсцестан айырмалы рәүештә, аныҡ сиктәре лә юҡ.
Атерома (жировик). Биҙ юлы тығылғанда тығыҙ ғына шар барлыҡҡа килә. Уның эсендә – тире майы. Шарик тире аҫтында еңел хәрәкәт итә. Тәүҙә ул йомшағыраҡ була, әммә ваҡыт үтеү менән ҡата.
Ялҡынһыныу. Тире күҙәнәктәренә йә бәләкәй генә йәрәхәт урындарына стафилакокк эләгеүҙән үҫешә. Осо эренләп торған төйөрҙәр ныҡ ауырттырып сыға. Ғәҙәттә, тирә-яғы ҡыҙарып, шешеп тора.
Кила шешеүе. Тире ҡыҙара, шешенә. Ауырыу бик тиҙ үҫешә һәм биткә киң тарала.
Сөйәлдәр һәм папилломалар. Улар формаһы һәм төҫө буйынса айырылмай тиерлек. Күп осраҡта үтә күренмәле була, ҡайһылары ғына һорораҡ төҫкә инә. Ғәҙәттә, йәйпәк булалар, бик һирәк «аяҡлы»лары осрай.
Сиҡан (фурункул). Тирелә ныҡ ауыртып килеп сыға, ҙур булып үҫеүе ихтимал. Күпмелер ваҡыттан һуң ул һытыла һәм эсенән эрен ағып сыға.
Яман шеш. Танауҙа төйөр барлыҡҡа килә. Үҙе бер нисек тә борсомауы мөмкин, әммә көндән-көн ҙурая бара.
Тире аҫтында ниндәйҙер төйөр барлыҡҡа килеүгә төрлө фактор йоғонто яһай. Иң күбе улар организмдағы гормональ тайпылыш һөҙөмтәһендә, стрестан, дөрөҫ туҡланмауҙан, насар ғәҙәттәрҙән, тиренең йәрәхәтләнеүенән барлыҡҡа килә. Шулай уҡ был проблеманың температураның йыш үҙгәреп тороуына, аллергендар йоғонтоһона бәйле булыуы ихтимал.
Ниндәй табипҡа мөрәжәғәт итергә?
Танауҙа ниндәйҙер шеш барлыҡҡа килһә, комплекслы тикшереү үтеү өсөн табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки ошо бәләкәй генә төйөр етди патология хаҡында иҫкәртеп, кисекмәҫтән дауалау талап ителеүе бар. Әгәр ҙә ул оҙаҡ ваҡыт бөтмәй һәм ниндәйҙер уңайһыҙлыҡ тыуҙыра икән, түбәндәге белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк:
Дерматологҡа. Диагноз ҡуйып, тейешле дауалау тәғәйенләр, кәрәк икән, башҡа белгестәргә йүнәлтмә бирер. Ул сөйәл һәм папилломаларҙы төрлө ысул менән бөтөрә.
Хирургҡа. Ул липома, атерома һәм башҡа шештәрҙе операция ярҙамында ҡырҡып ала. Шулай уҡ эренле сиҡандарҙы дауалай.
Онкологҡа. Уға яман шешкә шик булғанда мөрәжәғәт итергә кәрәк. Төрлө анализ үткәреп, ул диагнозды асыҡларға ярҙам итер.
Тирегә бәйле проблемалар булмаһын өсөн, гигиена сараларын файҙаланып, яҡшы итеп тәрбиәләү зарур. Бынан тыш, насар ғәҙәттәрҙән, алкоголле эсемлектәрҙән баш тартып, дөрөҫ туҡлана башлау ҙа мөһим.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.