Диабеттың ике төрө бар. Инсулинға бәйле төрө менән күпселек осраҡта 30 йәшкә тиклемге йәштәр яфалана. Төп билдәләре – һыуһау, ашап туймау, күпләп бәүел бүленеп сығыуы, ябығыу һәм хәлһеҙлек.
Инсулинға бәйле булмағаны менән, ғәҙәттә, өлкәндәр сирләй. Уларҙың организмында инсулин бүленә, дөрөҫ тормош рәүеше алып барғанда, ҡанда шәкәрҙе тейешле кимәлдә тоторға мөмкин. Төп билдәләре – һимереү, юғары ҡан баҫымы, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре, бөйөр эшмәкәрлегенең боҙолоуы һ.б.
Сир арҡаһында аяҡтан яҙмаҫ өсөн
Шәкәр сире менән ауырығанда йыш ҡына аяҡтар өҙлөгөүе – диабетик табан барлыҡҡа килә. Һәр бер органдағы кеүек, беренсе сиратта ҡан тамырҙары һәм нервылар зарарлана. Ауырыу табанының сәнсеүен, ойоуын тоя. Тире бактерияларға һәм бәшмәк кеүек инфекцияларға тиҙ бирешә. Хатта бәләкәй генә яралар ҙа оҙаҡ төҙәлә. Ваҡытында иғтибар итмәһәң, диабетик табан гангренаға килтереүе бар.
– аяҡ тырнаҡтарын, табанды тәрбиәләгәндә осло әйберҙәр ҡулланыу,
– аяҡты грелка, электр приборҙары менән йылытыу,
– эҫе ваннала йыуыныу, аяҡтарҙы парлау,
– сөйәл, миңдәрҙән ҡотолоу өсөн махсус майҙар, шыйыҡсалар ҡулланыу,
– ҡыҫыҡ аяҡ кейеме кейергә ярамай.
Аяғығыҙҙа яра барлыҡҡа килгән икән, диоксидин, фурацилин йәки водород перекисе менән йыуырға, йәрәхәтләнгән урынды таҙа марля йәки бактерицид пластырь менән ваҡытлыса ҡаплап торорға, көн һайын аяҡҡа гимнастика яһарға, дөрөҫ йөрөргә, үксәгә дөрөҫ баҫырға, кәүҙә ауырлығын аяҡ осона күсерергә, тырнаҡтарҙы тирене йәрәхәтләмәйенсә ҡырҡырға, ҡандағы шәкәр кимәлен нормала тоторға кәрәк.
Диабетта ҡулланылған шифалы үлән, емеш-еләк
Уҫаҡ ҡайыры. Бер ҡалаҡ ваҡлап киптерелгән уҫаҡ ҡайырын ике стакан һыуҙа 30 минут яйлап ҡайнатырға. Аш алдынан көнөнә өс тапҡыр стакандың биштән бер өлөшөн эсергә. Сир башланған осорҙа өс ай һәм унан да күберәк эсергә кәрәк.
Ҡара көртмәле. Бер ҡалаҡ киптерелгән ҡара көртмәле япрағын бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр берәр стакан эсергә.
15 г ноҡот борсағы ҡуҙағын бер литр һыуға һалып, ике сәғәт ҡайнатырға. Көнөнә 3 – 4 тапҡыр һалҡын килеш яртышар стакан эсергә. Диабетта ярҙамы көслө.
Ун лавр япрағына өс стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ике-өс сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Ярты стакан һолоға бер литр ҡайнаған һөт ҡойорға ла, өҫтөн ҡаплап бүрттерергә. Аш алдынан яртышар стакан эсергә.
Шәкәр диабетында дегәнәк тамыры ла файҙалы.