Урамға сығыу менән – күҙҙән йәш ҡойола башлай. Элегерәк ул көҙгө, ҡышҡы һалҡындарҙа ғына шулай итә торғайны, хәҙер һәр саҡ тиерлек. Күптән түгел интернетта йәш ҡойолоуға ҡарата бер рецепт күреп ҡалғайным, ҡуллана башлау менән файҙаһын күрҙем. Гәзит уҡыусыларға ла ошо рецептты тәҡдим итмәксемен, бәлки берәйһенә шифаһы тейер. Әгәр ҙә һеҙҙең дә күҙегеҙҙән йәш ҡойола икән, әнис (тмин) төнәтмәһе әҙерләп, көнөнә ҡс – дүрт тапҡыр өсәр тамсы күҙегеҙгә тамыҙығыҙ. Дауаланыу өсөн 10 көн етә. Бынан тыш, был дарыу күҙҙең ялҡынһыныуын бөтөрә, күреү һәләтен яҡшырта.
Ул түбәндәгесә әҙерләнә: бер балғалаҡ әнис орлоғона бер стакан һыу ҡойоп, 20 минут ҡайнатырға. Артабан ҡайнар һыуға бер балғалаҡ күк сәскә (василек) тажы, юл япрағы, төклө ҡарһаҡ (очанка) үләндәре ҡатнашмаһын һалырға. Бер тәүлек төнәткәндән һуң, мамыҡ ҡатламы аша һөҙөп алырға.
Иғтибар! Был дауалау ысулын ҡулланғанда күҙгә инфекция эләкмәһен өсөн мамыҡ стерилләнгән, ә төнәтмә ҡойолған һауыт менән пипетка ҡайнатылған булырға тейеш.
Гөлшат.
Ишембай районы.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.