Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Ноябрь , 10:00

Имән-ҡайырыһы — яҡшы дауа

Имән ҡайырыһы үҙенең дауалау үҙенсәлектәре менән элек-электән билдәле. Уны медицинала ла киң файҙаланалар.

Имән-ҡайырыһы — яҡшы дауа
Имән-ҡайырыһы — яҡшы дауа

 

Ашҡаҙан ауыртҡанда. Бер ҡалаҡ ваҡланған йәш имән ҡайырыһына  ҡайнар һыу ҡойоп, сәғәт ярым төнәтергә. Әҙер төнәтмәне көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан алда бер – ике ҡалаҡ эсергә.

Тамаҡты сайҡатыу өсөн. Бер ҡалаҡ ваҡланған имән ҡайырыһына бер стакан һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға һәм 3 – 4 сәғәт төнәткәндән һуң һөҙөп алырға.  Тамаҡты әҙерәк йылымыс төнәтмә менән сайҡатырға.

Ангинанан. Бер үк күләмдә имән ҡайырыһы, йылантамыр (шалфей) үләне, мәрүәт ағасы (бузина), һары мәтрүшкә алып, бергә ҡушып бутарға. Ике ҡалаҡ ошо шифалы үләндәр ҡатнашмаһына ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтергә. Әҙер төнәтмәне һөҙөп алғас, көнөнә бер нисә тапҡыр тамаҡты сайҡатырға.

Пародонтоздан.  Теш ҡаҙналарын нығытыу өсөн ошо уҡ төнәтмә менән өс аҙна буйы ауыҙҙы сайҡатырға.

Тамаҡ ауыртҡанда. Ике өлөш имән ҡайырыһы менән бер өлөш йүкә сәскәһен алып, ике ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға бер стакан ҡайныр һыу ҡойоп, 20 минут  төнәтергә. Әҙер төнәтмәне һөҙөп алғандан һуң,  тамаҡты сайҡатырға.

Шулай уҡ имән ҡайырыһын мәтрүшкә, йылан тамыр үләне, ҡурай еләге сәскәһе, алтей тамыры ҡушып та ҡулланырға мөмкин. Бындай төнәтмә фарингит, ларингит һәм башҡа ауырыуҙар булғанда ялҡынһыныуҙы баҫырға ярҙам итә.

Ҡанды туҡтатыу өсөн. Күрем ваҡытында ҡан ныҡ аҡҡанда ябай имән ҡайырыһы төнәтмәһе ярҙам итә. Бының өсөн ике ҡалаҡ имән ҡайырыһына ике стакан ҡайнатып һыуытылған һыу ҡойорға һәм 6 сәғәт төнәтергә. Шунан ҡайнар хәлгә еткереп, һөҙөп алырға һәм көнөнә ике – өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

 Йәрәхәтләнгәндә. Бәләкәй йәрәхәтте, айырыуса йәйгеһен баҡсала бер ерегеҙҙе ҡырҡып ебәрһәгеҙ,  имән япрағын ҡул менән бер аҙ йомшартып, яраланған урынға ябығыҙ.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: