Организмдың бөтә туҡымаһы кеүек үк, һөйәк массаһы ла үҙгәрешһеҙ ҡалмай. 16 – 20 йәштәргә формалашып бөткәндән һуң кешенең артабанғы тормошонда ул даими яңырып тора, йәғни иҫке һөйәк массаһы яңыһы менән алмашына. Был процесс организмдың генетик күҙәтеүе аҫтында башҡарыла. Әммә йәш барыу менән гормональ тигеҙлек боҙола, иҫке һөйәктәргә алмашҡа яңы һөйәктәр барлыҡҡа килеү процесын күҙәтеү йомшара. Һөҙөмтәлә һөйәктәр үҙҙәренең тығыҙлығын юғалта, һынып барыусанға әйләнә. Тап ошо сәбәп арҡаһында ололарҙың һынған һөйәге оҙаҡ төҙәлә.
Остеопороз оло йәштәгеләрҙең 28 процентында күҙәтелә, ә был өлкәндәрҙең яртыһы тигән һүҙ. Иң тәүҙә уларҙа остеопония күҙәтелә, йәғни һөйәктәр тығыҙлығын юғалта. Ул үҙ сиратында остеопорозға килтерә. Әйтергә кәрәк, бөтә кешелә лә түгел. Шул уҡ ваҡытта 50 йәштән ололарҙың 20 процентында был ауырыуҙарҙың береһе лә күҙәтелмәй. Тимәк, ауырыу барлыҡҡа килеүгә йоғонто яһаусы башҡа факторҙар ҙа бар.
Иң беренсе сиратта ул – нәҫел ауырыуы. Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, әсәһенең 50 йәштән һуң һөйәктәре насарайып, һынып яфалаһа, ҡыҙын да күреме туҡтағандан һуң ошондай яҙмыш көтөүе ихтимал. Был ауырыу ҡатын-ҡыҙ яғынан күберәк бер-береһенә күсә.
Икенсе мөһим фактор – артыҡ кәүҙә ауырлығы. Кәүҙә ауыр булғанда һөйәктәргә лә көс төшә. Әммә нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, остеопороздан ябыҡ һәм бәләкәй кәүҙәле, йыш ҡына асыҡ күҙле ҡатындар йыш яфалана. Ҡара һәм һары тәнле гүзәл зат, ауыр кәүҙәлеләргә ҡарағанда, һирәгерәк ауырый.
Өсөнсөнән, ҡатын-ҡыҙҙың һөйәк системаһына тәмәке тартыу бик насар йоғонто яһай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш кенә көйө ауыҙҙарына тәмәке ҡапҡан һылыуҡайҙар был насар ғәҙәттең сәләмтәлеккә кире йоғонтоһон аңлап та, баһалап та бөтмәй.
Быларҙан тыш, остеопороздың барлыҡҡа килеүенә төрлө хроник ауырыу ҙа йоғонто яһауы ихтимал. Иң беренсе сиратта уларға ревматоидлы артрит, полиартрит, спондилоартрит, системалы ҡыҙыл волчанка, шулай уҡ ҡалҡан биҙе эшмәкәрлегенең боҙолоуы инә.
Хәүеф факторына шулай уҡ кешенең әҙ хәрәкәт итеүен, ултыраҡ йәшәү рәүеше алып барыуын, дөрөҫ туҡланмауын да индерергә мөмкин. Былар шулай уҡ һөйәктең минераль тығыҙлығын юғалтыуға, уның сифатының кәмеүенә килтерә.
Ауырыуҙың билдәләрен нисек асыҡларға мөмкин?
Күп кеше быуындар һыҙлауына, бил, шулай умыртҡа бағанаһының төрлө урынындағы ауыртыуҙарға зарланыуы ихтимал. Улар күберәк артрит һәм остеохондроздан була. Ә остеопороз булғанда, ауыртыу умыртҡа бағанаһының күкрәк өлөшөндә барлыҡҡа килә. Ул, ғәҙәттә, һыҙлап ауырта һәм оҙаҡ дауам итә.
Шулай уҡ остеопороздың тышҡы билдәләре бар. Мәҫәлән, иғтибар итегеҙ, арҡағыҙ көмөрәйә башламағанмы, кәүҙәгеҙ бәләкәсәйеп китмәнеме... Ауырыуҙың бәләкәй генә билдәһен күреү менән табипҡа – ревматологҡа, ортопедҡа, травматологҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Нисек дауаланырға?
Остеопорозды диагностиклау ысулдары менән бер рәттән, комплекслы дауалау ысулдары ла уйлап табылған. Әгәр ҙә был процесс көслө икән, дауаланыу оҙаҡҡа һуҙыласаҡ һәм ҡиммәткә төшәсәк. Ә инде һөйәк массаһын юғалтыу ныҡ ҙур булмаһа, бер – ике йылда пациенттың хәлен тотороҡландырып, артабан ауырыуға юл ҡуймау хәстәрен генә күрергә мөмкин.
Һөйәктең тарҡалыуына юл ҡуймаҫ өсөн организмды кальций менән байытыу зарур. Бының өсөн уны тәүлегенә мотлаҡ бер грамм ҡулланыу кәрәк. Шулай уҡ төрлө дарыу тәғәйенләнә. Һөйәк массаһының үҫешендә гормондарҙың ҙур роль уйнауын иҫәпкә алып, ҡатын-ҡыҙҙарға күрем туҡтаған мәлдә гормондар терапияһы тәғәйенләнеүе ихтимал. Ул ысынлап та һөҙөмтәле, әммә дауалау курсын бик етди тикшереүҙәрҙән һуң гинеколог ҡына тәғәйенләй ала.
Был етди сирҙе киҫәтеүсе һәм уны дауалауға булышлыҡ итеүсе бөтөнләй хәүефһеҙ тәбиғи саралар ҙа бар. Ул – сәләмәт йәшәү рәүеше һәм витамидарға, файҙалы матдәләргә бай туҡланыу рационы. Хәүеф төркөмөнә эләккән кешенең туҡланыу рационы мотлаҡ кальцийға бай аҙыҡ-түлектән торорға тейеш. Оло йәштәге кешенең организмын был микроэелемент менән байытыу өсөн көнөнә бер – ике стакан һөт эсеү ҙә етә. Әгәр ҙә һөт яратмайһығыҙ икән, эремсек ашарға, кефир эсергә мөмкин. Күрәгә менән ҡара емеш, шпинат та бик файҙалы. Аҡһымдарҙан балыҡ, йомортҡа, итте туҡланыу рационына индерергә кәрәк.
Һәм, әлбиттә, күберәк хәрәкәт итергә кәңәш ителә. Оло йәштәгеләргә лә йылдың һәр миҙгелендә саф һауала йөрөп килеү файҙаға ғына. Айырыуса ҡояшлы көндәрҙә тышта күберәк йөрөргә кәңәш ителә. Ультрафиолет организмға Д витамины бүлеп сығарырға ярҙам итә, ул иһә кальцийҙың үҙләштерелеүенә булышлыҡ итә. Тышта тик ултырыуҙың ғына файҙаһы юҡ, мотлаҡ хәрәкәт итергә, йөрөргә кәрәк.
Йәйәү йөрөүҙе башҡа еңелсә физик күнекмәләр менән дә алмаштырырға мөмкин. Һуңғы ваҡытта ололар өсөн бейеүҙе бик яҡшы пропагандалайҙар. Ул кешеләрҙең физик әүҙемлеген көсәйтеп кенә ҡалмай, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын да нығыта, өҫтәүенә, психологик яҡтан да файҙаһы ҙур. Билдәле булыуынса, күтәренке кәйеф ауырыуҙы һәр саҡ тиҙерәк еңергә ярҙам итә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.