* Мигрень яфалағанда маңлайға сей һуған менән компресс эшләргә мөмкин. Йәғни һуғанды түңәрәкләп ҡырҡып, маңлайға һалырға һәм 15 минут күҙҙәрҙе йомоп ятып торорға.
* Кәбеҫтә япрағын ҡул менән йомшартып, шулай уҡ маңлайға ҡуйырға.
*Мигрень йыш ҡабатланған осраҡта даими рәүештә ҡурай еләге йәки лимон һуты ҡушылған һыу эсергә. Шулай уҡ йәшелсә һкты әҙерләргә мөмкин: өс өлөш кишер һуты менән берәр өлөш бәпембә һәм шпинат һуты ҡушырға һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан эсергә.
Был һуттарҙы ҡушмай, һәр береһен айырым-айырым да эсергә ярай. Шулай уҡ яңы һығылған ҡыяр һуты ла файҙалы.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.