Радий Фәрит улы: «Беҙҙең бурыс – медицина ярҙамын юғары сифатлы һәм һәр кемгә асыҡ итеү, шул иҫәптән республиканың иң алыҫ ауылдарында йәшәүселәргә лә», – тигәйне. Ошо маҡсаттан сығып, «Сәләмәтлек поездары» республиканың төрлө районына барып, ауыл халҡына медицина тикшереүе үткәрә һәм беренсел медицина ярҙамы күрһәтә.
«Сәләмәтлек поездары» йыл һайын апрелдән сентябргә тиклем алты маршурт буйынса республика буйлап сәйәхәткә сыға. Республика дауаханаларынан терапевт, кардиолог, невролог, хирург, педиатр, офтальмолог, стоматолог, эндокринолог кеүек юғары квалификациялы белгестәр кешеләрҙе ҡабул итеп, медицина тикшереүе үткәрә, уларға һаулығын нығытыу буйынса кәңәштәрен бирә, дауаланыу курсы тәғәйенләй. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, күсмә сәләмәтлек үҙәктәре, флюорографтар, маммографтар, ФАП-тар, «Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге» модулдәре үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә. Медицина тикшереүе бушлай үткәрелә, ҡабул итеү – сират буйынса. Паспорт менән медицина полисы ғына кәрәк.
Был акция, ысынлап та, дауаханаға йөрөргә яратмаған ауыл халҡы өсөн бик уңайлы. Берҙән, бер юлы бер нисә табипҡа күренергә мөмкин, икенсенән, медицина тикшереүенең һөҙөмтәһе лә шунда уҡ билдәле була. Өҫтәүенә, алдан яҙылырға ла кәрәкмәй. Һәм тағы ла иң мөһиме – өҫтәмә тикшерелеү үтергә кәрәк булһа, шунда уҡ республика дауаханаларына йүнәлтмә бирәләр.
2023 йылда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы барышында республика медиктары 316 ауылда булып, 150 190 кешене ҡараған, 40 796 медицина тикшереүе үткәргән һәм 22 012 ауырыуҙы асыҡлаған.
Быйыл акция алтынсы тапҡыр ойошторолдо. Ул башланғандан алып белгестәр 150 меңгә яҡын кешене ҡабул иткән, 35956 медицина тикшереүе үткәргән.
Медицина тикшереүе һөҙөмтәһендә 3 650 пациентта шәкәр кимәленең, 4480 кешелә – холестериндың, 5871 кешелә ҡан баҫымының юғары булыуы, 5732 кешелә артыҡ кәүҙә ауырлығы булыуы асыҡланған. Шулай уҡ табиптар 3487 социаль әһәмиәтле ауырыуға шик булыуын билдәләгән. Тикшереүҙәр 172 пациентта яман шеш, 629 кешелә шәкәр диабеты булыу ихтималлығын күрһәткән.
Ниндәйҙер ауырыуға шик тыуған йәки диагноз асыҡланған осраҡта артабан тикшерелеү үтеү һәм дауаланыу өсөн республика медицина учреждениеларына йүнәлтмә бирелгән.
– Баймаҡ районында «Сәләмәтлек поездары» быйыл 16 июлдән 31 июлгә тиклем эшләне. Был юлы улар Байыш, Ишмөхәмәт, Күлтабан, Сосновка, Октябрь, Урғаҙа, Урал ауылдарында халыҡты ҡабул итте.
Белгестәр районда эшләгән ваҡытта төпкөл ауыл кешеләре медицина тикшереүе үтеү һәм квалификациялы ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә булды. Акция барышында терапевт– 482, хирург – 271, педиатр – 465, акушер-гинеколог – 239, кардиолог – 634, онколог – 88, офтальмолог – 413, невролог – 684, стоматолог – 148, эндокринолог 513 кешене ҡабул итте. Шулай уҡ 464 пациентҡа УЗИ тикшереүе, 801 кешегә флюорография, 380 ҡатын-ҡыҙға маммография үткәрелде. Һөҙөмтәлә 108 тәүге тапҡыр асыҡланған ауырыу билдәле булды. Акцияла ҡатнашыусы табиптарҙың ауырыуҙарға иғтибарлы мөнәсәбәте, профессиональ хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәт, – ти Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Ырыҫҡужин.
«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы халыҡ араһында йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара. Һәр кем уны көтөп алып, Өфө табиптарына күренеп ҡалырға тырыша.
– Беҙҙең ауылға Өфө табиптары килгәндә, тотош ғаилә менән барып күрендек. Унда кардиолог, невролог, гинеколог һәм башҡа табиптар килгәйне. Флюорография, УЗИ үттек. Әлбиттә, ныҡ уңайлы. Анализдар бирҙек, һөҙөмтәһе лә шунда уҡ әҙер булды. Мин, мәҫәлән, Өфөнән килгән кардиологҡа күренгәндә, ныҡ һәйбәт итеп ҡараны, ниндәй тикшерелеү үтергә, дарыуҙар эсергә әйтте, – тип һөйләй Баймаҡ районынан Минзилә апай. – Йышыраҡ килһендәр инде, ҡайһы бер райондарҙа улар бигерәк йыш була.
«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы быйыл 15 сентябргә тиклем дауам итә.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.