Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Август , 11:16

Барыһы ла кеше хаҡына

***

Балалар
ауырымаһын өсөн

Республика балалар онкология һәм гематология үҙәге шу­лай уҡ ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлгән иң кәрәкле медицина учреж­де­ниеларының береһе.  Хәҙер онкология менән сир­ләүсе балаларҙы сит өлкәләргә дауаларға йөрөтөргә кәрәк­мәй, уларға юғары квалификациялы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге үҙебеҙҙә бар.
2023 йылдың декабрендә Үҙәкте асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путинға  был дауа­хананың беҙҙә иң көтөлгән медицина учрежде­ние­ларының береһе булыуы хаҡында һөй­ләгәйне. “Ҡыҙғанысҡа ҡашы, ҡайһы саҡта балалар ныҡ ауырый. Шуның өсөн беҙҙең республикала уларҙы дауалау өсөн иң яҡшы шарттар булыуын теләгәйнек. Хәҙер Республика балалар онкологияһы һәм гемо­тологияһы үҙәге – иң юғары технологиялы  объект­тарҙың береһе”, – ти­гәйне. 
18  квадрат метрлыҡ  ете ҡатлы бинаға  92 койка-урын һәм дауалау өсөн кәрәкле бөтә инфраструктура һыйған. Бын­да яңы тыуған сабый­ҙарҙан алып 18 йәшкә тиклемге үҫ­мерҙәрҙә яман шеш ауырыу­ҙарын асыҡлау (шулай уҡ иртәрәк асыҡлау) өсөн диагностика үткәреү һәм  онкологик сирҙе  дауалауҙың бөтә төрөн  (терапия, химиотерапия, нур терапияһы һ.б)  ҡулланыу өсөн бөтә мөмкинлек бар. 

Өфө хосписын
төҙөүгә халыҡ 
ихлас ҡушылды

Был учреждениены төҙөүҙә халыҡ та әүҙем ҡатнашты.  Билдәле булыуынса, хоспис халыҡтан йыйылған хәйриә аҡсаһына төҙөлдө. Аҡса йыйыу ту­раһында Башҡортостан Баш­лығы Радий Хәбиров 2019 йылдың авгусында иғлан иткәйне. Халыҡ был идеяны дәррәү күтәреп алды. Төҙөлөш процесын, уны файҙаланыуға тап­шырыуҙы һәм хос­пистың эшен төбәк етәк­сеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова үҙ өҫтөнә алды. 
– Был – республикалағы тәү­ге ҙур хоспис. Шәфҡәтлелек, хәйриә, кешенең иң яҡшы ниәттәре һәм, иң мөһиме, өмөт үҙәге.  Хосписты беҙ кү­мәк көс менән төҙөнөк. Күптәр ҡулынан килгәнсә ярҙам күр­һәтте. Кемдер аҡсалата булышты, кемдер төҙөүселәр ебәр­ҙе, кемдер инженер сел­тәрҙәренә тоташырға ярҙам итте. Минеңсә, хоспистың тағы бер ҡиммәте шунда: бөтә республика, битараф булмаған кешеләр берләште һәм кә­рәкле, мөһим объект төҙөнө. Был эшкә өлөш индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт, – тигәйне Радий Фәрит улы үҙенең бер сығы­шында. 
Өфө хосписы, ысынлап та, бик шәп килеп сыҡты. Унда кешеләргә уңайлы булһын һәм дауаланыу  өсөн бөтә шарт  булдырылған. Хоспис бөгөн – республикала паллиатив яр­ҙам структу­раһындағы бик етди, яйға һалынған механизм. Бында 120-нән ашыу кеше эшләй. Ул күп кешегә ярҙам итеп өлгөрҙө лә инде. Бер йылда  ғына бында 849 өлкән йәштәге ауырыу һәм 233 бала тейешле ярҙам алған. Хеҙмәт­кәрҙәр бригадалары шулай уҡ 3600-гә яҡын кешене өйҙә­рендә хеҙмәт­ләндергән.

Яңы корпуста иң 
ҡатмарлы операциялар 
эшләнәсәк

Быйыл Республика кардиология үҙәгендә  140 урынлыҡ юғары технологиялы  кардиохирургия корпусы асыла. Тиҙҙән республиканың кардиохирургтары бында  йөрәк­те күсереп ултыртыу кеүек   иң ҡатмарлы операция­ларҙы эшләү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Унда 10 заманса операция блогы эшләйәсәк. Республика кардиохирургия үҙә­генең хирургия бүлеге ту­лыһынса яңы кор­пусҡа күсә.  Шунда  уҡ ололар өсөн поликлиника ла була. 
Башҡортостан Башлығы Ра­дий Хә­биров төҙөлөш эштәре менән танышыу барышында Рәсәйҙә һәм донъяла үлемдең төп сәбәбе йөрәк-ҡан та­мырҙары ауырыуҙары булыуын, шун­лыҡтан был йүнә­лешкә  ҙур иғтибар биерергә кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. 

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.

Читайте нас: