Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
16 Август , 11:22

Яңы төҙөлгән медицина үҙәктәре һәр яҡлап та шәп

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа медицина учреждениеларын төҙөкләндереү, йыһазландырыу буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Ауылдарҙа яңынан-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды, поликлиникалар, дауаханалар, Рәсәйҙә тиңе булмаған заманса медицина үҙәктәре төҙөлдө.

 Бөтә донъяла үлемесле сир – яңы коронавирус ин­фек­цияһы ҡоторған мәлдә рес­публи­кабыҙҙа ҡыҫҡа ғына ваҡытта  бер түгел, ике ҙур   мөһим тө­ҙөлөш объекты – Зубов ауылында һәм Стәр­летамаҡ ҡа­лаһында инфекция үҙәктәре файҙаланыуға тапшырылды. Саҡ ҡына һуңыраҡ Сибай һәм Туймазы  ҡа­лаларында ошондай уҡ дауалау үҙәге барлыҡҡа килде. 
Тиҙ арала файҙаланыуға тапшырылыуы менән генә түгел, эске ҡоролошо, уңай­лылығы, һәр нәмәнең уйлап эшләнеүе һәм ковид менән сирләүсе пациенттарға медицина яр­ҙамы күрһәтеү йә­һәтенән бөтә шарт бул­дырылған. 
Зубов ауылындағы инфекция үҙәге 100 бокс-палатанан, шул иҫәптән 18 реанимация боксынан тора.  Дауаханала па­циенттар өсөн 100 койка-урын бар.  Эпидемия ваҡы­тында 382 пациентты урынлаштырыу мөмкинлеге ҡа­ралған, ә ғәҙәттән тыш хәл булғанда – 470 кешене.    
Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталь  тәүлек әйләнә­һенә эш­ләүсе  – 60 бокстан һәм   14 реанимация бүле­генән тора. Шу­ларҙың өсәүһе  — балалар, ту­ғыҙы – ололар, берәүһе— операция үткәргән пациенттар өсөн тәғәйен­ләнгән. Һәр боксҡа кислород тоташты­рыл­ған. Инфекция үҙәге бөтәһе 350 кешегә  иҫәпләнгән.  
Үҙәктә шулай уҡ акушер-гинекология блогы, компьютер томографияһы, эндоскопия, УЗИ-диагностика, рентген-кабинеты булған ҡабул итеү-диагностика бүлеге, лаборатория, дарыухана урын­лашҡан.  Шун­да уҡ хирургия бүлеге эшләй. 
РФ һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, респуб­ликалағы яңы инфекция госпитален юғары ба­һалап: 
– Ысынлап та, был дауа­хана­ны төрлө йүнәлештә файҙа­ланырға була. Объект­тың проекты уйлап эшлә­нелгән. Был клиниканы төр­лө инфекция, төрлө йүнәлеш өсөн файҙа­ланырға мөмкин. 55 – 60 көндә тормошҡа ашы­рылған проекттар, ми­неңсә, бик шәп миҫал, – тип билдәләне. 
Башҡортостандағы был ике ҙур инфекция үҙәге иң яҡшы медицина ҡорамалдары ме­нән йыһазландырылған.   Үп­кәне яһалма тын алдырыу аппараттары, 128 киҫемле компьютер томографы, күс­мә рентген аппараттары, реанимация өсөн ҡорамал­дар комплексы һәм медицина газдары менән тәьмин итеү сис­темаһы, юғары технологиялы ультратауышлы диагностика аппараттары, электрокардиография һәм эндоскопия, дезинфециялаусы камералар табип­тарҙың эшен күпкә еңел­ләштереп, пациент­тарға ва­ҡытында һәм дөрөҫ ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ итә. 
Халыҡта, коронавирус гел генә булып тормаҫ, ауырыу бөткәс, госпиталь ниңә кәрәк, тигән фекерҙәр ҙә булғайны.  Әммә был дауаханалар әле лә тулы ҡеүәтендә эшләй. Улар халыҡҡа "инфекция ауырыу­ҙары", "терапия", "эске ауырыу­ҙар", "лаборатор диагностика" йүнәлештәре буйынса медицина ярҙамы күрһәтә.    


Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: