Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Август , 10:55

Бөрйәндәр уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы аласаҡ

Яңы ФАП-тар асылды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының  “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында медицина учреждениеларының матди-техник базалары яңыр­тыла. 2023 йылда 98 тиҙ ҡорола торған модулле конструкция, шул иҫәптән 84 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 9 табип амбулаторияһы төҙөл­гән. Бер табип амбулаторияһына капиталь ремонт үткә­релгән, дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумлыҡ 4 233 берәмек медицина ҡо­рамалы һәм 203 миллион һумдан ашыулыҡ 185 автомобиль һатып алынған. 
Быйыл 108 ФАП сафҡа инергә тейеш. Башҡортостан – илдәге фельдшер-акушерлыҡ пункттары һаны буйынса лидерҙар рәтендә.

– Дүрт миллион кеше йәшә­гән республикабыҙҙа ФАП-тар тө­ҙөү, уларҙың биналарын яңыртыу мө­һим, сөнки төбәк халҡының өстән бер өлөшөнән күберәге ауыл ерендә йәшәй. Өс йыл элек райондар буйлап йөрөй башлағас, фельдшер-акушерлыҡ пунктта­рының нин­дәй биналарҙа урынлашыуын күрҙем. ә республикала уларҙың һаны – 1 960. Был объект­тарға оҙаҡ ваҡыт етерлек иғтибар бирел­мәне, уларға ҡарап ауыл халҡы дөйөм медицина тура­һында фекер йөрөтә, – тип белдергәйне республика Баш­лығы Радий Хә­биров.
Бөрйәндә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы ике мөһим социаль объект – Мәһәҙей һәм Яңы Мөсәт ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункт­­тары ишек­тәрен асты. Ауыл халҡының шатлығын профессор, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина инс­титутының элекке ректоры Вил Тимербулатов, Башҡортос­тандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов та уртаҡлашты. Объекттың асылыуы барыһы өсөн дә ысын байрамға әүерелде.
Ауыл халҡы, медицина хеҙ­мәткәрҙәре яңы биналағы уңай­лыҡтарҙы юғары баһаланы. Бөрйәндәр өсөн был дауалау учреждениеларының асылыуы – күптән көтөлгән ҙур ваҡиға. Яңы бина заман талаптарына тулы­һынса яуап бирә, тейешле медицина ярҙамын алыуға һәм хеҙ­мәткәрҙәр өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған,  йылы, яҡты. Фельдшер-аку­шерлыҡ пунктында пациент­тарҙы ҡабул итеү, процедура-прививка кабинеттары, көтөү урыны, санитар һәм персонал өсөн сисенеү бүл­мәләре бул­дырылған. Ә иң мөһиме – мәһәҙейҙәрҙең һәм мөсәттәрҙең һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер иғтибарлы, тәжрибәле фельд­шерҙары бар.

 Т. АМАНОВ.

Читайте нас: