* Бауыр һәм бөйөрҙәр ауыртҡанда көнөнә бер тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ярты стакан ҡабаҡ һуты эсегеҙ.
* Таш ауырыуҙары менән ауырығанда көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 1/3 стакан һутын эсергә.
* Невроз менән йоҡоһоҙлоҡ яфалағанда төнгөлөккә ½ стакан һутҡа бер балғалағ бал ҡушып эсергә.
* Һалығын тейейп, температура күтәрелгәндә ҡабаҡ һутын һыуһынды ҡандырыу һәм температураны төшөрөү сараһы блараҡ эсергә.
* Гипертония менән эс ҡатыуҙан да ҡабаҡ һуты ныҡ ярҙам итә. Был осраҡта көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20 минут алда ¼ стакан эсергә.
* Простатит менән простата аденомаһының башланғыс стадияһында көнөнә 3 – 4 тапҡыр ярты стакан ҡабаҡ һуты эсергә кәңәш ителә. Дауаланыу курсы – бер ай. Һуңынан ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн өс айға бер тапҡыр дауаланыу курсын ҡабатларға. Простатитты шулай уҡ ҡабаҡ орлоғо менән дауалайҙар, йәғни көнөнә ярты стакан орлоғон ҡыҙҙырмай ғына ашарға.
* Һытҡы баҫҡан тирегә ҡабаҡ һутына манылған марля ябырға мөмкин.
* Тән янғанда ла ҡабаҡ һуты тиҙерәк төҙәлергә ярҙам итә. Бының өсөн янған урынға һутҡа манылған туҡыма ябырға кәрәк.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.