Иң беренсе булып беҙҙең организмдың «каркасы» «туҙа». Элек остепороз ололарҙың ауырыуы һаналһа, хәҙер йәп-йәш кешеләрҙә лә күҙәтелә. Сәбәбе – йәшәү рәүеше һәм ҡайһы бер насар ғәҙәттәр.
Һөйәктәрҙе нығытыу өсөн нимә эшләргә һуң?
- Кальций менән туҡландырырға. Диетологтар фекеренсә, остеопорздың үҫешенә юл ҡуймаҫ өсөн ололарҙың 75 проценты һәм балаларҙың 70 проценты тейешле кимәлдә кальций алмай. Был сәләмәтлек өсөн бик мөһим элементтың төп сығанағы – һөт һәм һөт аҙыҡтары. Кальций шулай уҡ балыҡта һәм йәшел япраҡлы йәшелсәлә күп. Айырыуса кәбеҫтәлә. Күп етештереүсе кальцийҙы бутҡаларға, әҙер иртәнге аштарға, һөт аҙыҡтарына, һуттарға өҫтәй.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: кальций препараттары был элемент булған аҙыҡ-түлекте тулыһынса алмаштыра алмай. Ә уға бай аҙыҡ-түлек бөйөрҙәргә – таш, быуындарға тоҙ ултырыуға килтереүе ихтимал, тигән фараздар нигеҙһеҙ. Киреһенсә, кальцийҙың етмәүе йомшаҡ туҡымаларҙа тоҙ ултырыуға килтерә.
9 – 18 йәшлек балаларға һәм үҫмерҙәргә көнөнә 1300 мг кальций ашарға тәҡдим ителә, 19 йәштән 50 йшәкә тиклемгеләргә иһә 1000 мг, ә ололар өсөн норма 1200 мг-дан әҙерәк булырға тейеш түгел. Әйткәндәй, бер литр һөттә тап шул тиклем кальций бар.
- Организмды Д витамины менән байытырға. Ул организм кальцийҙы үҙләштерһен өсөн кәрәк. Д витамины балыҡта күп. Шулай уҡ күберәк ҡояшта йөрөргә кәрәк. Организмды бер көнгә етерлек Д витамины менән байытыу өсөн ҡулдарҙы һәм аяҡтарҙы 10 минут ҡояшта тотоп алыу ҙа етә. Ҡышыҡыһын ҡояш әҙ булыу сәбәпле, табиптар 65 йәштән ололарға көн һайын Д витаминын ҡулланырға кәңәш итә. Әйткәндәй, һөйәктәрҙең ныҡлығын һаҡлауға булышлыҡ итеүсе С һәм К витаминдары тураһында ла оноторға ярамай.
- Диета тоторға. Углеводтар һәм майҙарҙы кәметергә (шәкәр, кәнфит, икмәк, бәлеш, татлы эсемлектәр, майлы ит һәм аштарҙы). Әммә артыҡ мауыҡмағыҙ, сөнки туҡтауһыҙ диетала ултырған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа остеопороз ҡорбандары булып тора. Әленән-әле туҡланыу режимын боҙоу стресҡа килтерә. Ә стресс – остеопороз өсөн иң ҙур табыш.
- Алкоголь менән мауыҡмаҫҡа. Үҙ нормаһын белмәгән кешегә тигеҙ урында ҡолап, берәй ерен һындырыу бер ни тормай. Эскесене тағы бер хәүеф һағалай: иҫерткесте күп ҡулланыуҙан бауырҙа Д витаминының эшкәртелеүе кәмей. Икенсенән, этил спиртының юғары калориялы булыуы сәбәпле, уны күп ҡулланған кеше ашамай башлай, һөҙөмтәлә организм аҙыҡ-түлек аша кальций, витаминдар һәм микроэлементтарҙы алмай.
- Тәмәкенән баш тартырға. Был насар ғәҙәт һөйәк туҡымаһын етди юғалтыуға булышлыҡ итә.
- Көнөнә бер стакан ғына ҡаты ҡәһүә менән сикләнергә. Иң яҡшыһы уны иртәнсәк эсеү. Ҡәһүәнән баш тарта алмайһығыҙ икән, һөт ҡушып эсегеҙ. Ул ҡәһүә организмдан йыуып сығарған кальцийҙы тулыландырырға ярҙам итер.
- Күберәк хәрәкәт итергә. Ултыраҡ тормош һөйәк туҡымаһына ҙур зыян килтерә. Кемдәрҙең эше ултырып эшләүгә бәйле, уларға автобуста йөрөгәнсе бер нисә туҡталышты йәйәү үтергә ғәҙәтләнергә кәрәк. Әлбиттә, гимнастика, йөҙөү, саңғыла, конькиҙа йөрөүҙең дә файҙаһы ҙур. Әгәр ҙә бындай мөмкинлегегеҙ булмай икән йәки һеҙҙең йәшкә ул спорт төрҙәре бармай икән, иң яҡшыһы көнөнә 2 сәғәт йәйәү йөрөү.
- Көс талап итеүсе гимнастика менән шөғөлләнергә. Юғиһә кальций үҙләштерелмәйәсәк. Ни өсөн астронавтарға һөйәк массаһын юғалтыу ҡурҡынысы янай, сөнки караптың тар салондары физик яҡтан пассив йәшәү рәүеше алып барырға мәжбүр итә. Юҡҡа ғына һуңғы ваҡытта экипаждар йыһанға спорт тренажерҙары алмай. Бынан тыш, күнекмәләр үҙеңде формала тоторға ярҙам итә, тимәк һеҙгә тайғаҡ юлда тайып ҡолап, берәй ерегеҙҙе һындырыу хәүефе лә янамай тигән һүҙ.
Иҫкәрмә! Ә инде һеҙҙә остеопороз күптән асыҡланһа, күнекмәләрҙе махсус программа буйынса һайлап алырға кәрәк. Был осраҡта дауалау гимнастикаһы буйынса белгес кәңәше лә зыян итмәҫ.
- Табипҡа күренергә. Был кәңәш хәүеф төркөмөнә ҡараусыларға ҡағыла. Остеопорозды ортопедтар, травматологтар, терапевтар, эндокринологтар, ревматологтар, гинекологтар дауалай. Уларҙа һөйәк туҡымаһының тарҡалыуына юл ҡуймаусы препараттар күп. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа күрем туҡтағандан һуң иң киң таралған дауалау сараһы – ул гормональ терапия. Физик йәһәттән насар ғына булған ҡатындар ҙа дауалау курсы үтеп, һөйәктәрен нығыта ала. Дөрөҫ, бындай дауланыу һәр кемгә лә килешмәй. Шунлыҡтан уны мотлаҡ белгес күҙәтеүендә үтергә кәрәк.
Был сир кемдәрҙе һайлай?
- Аҡ тәнле нескә ҡатындарҙы.
- Нәҫелендә был сир менән ауырыусылар булғандарҙы.
- Күрем циклы боҙолған ҡатындарҙы.
- Оло йәштәгеләрҙе.
- Тәмәкеселәрҙе.
- Ҡәһүә яратыусыларҙы.
- Алкоголиктарҙы.
- Диета менән мауығыусы ханымдарҙы.
- Күп өлөшө офиста үткәргән эшлекле кешеләрҙе.
- Өйҙә тик ятырға яратыусы ялҡауҙарҙы.
- Оҙаҡ ваҡыт глюкокортикоидтар, антикоагулянттар һәм башҡа дарыуҙар ҡулланырға мәжбүр булыусы сирлеләрҙе.
- Гипертиреоз һәм шәкәр диабеты менән ауырыусыларҙы.
Дөйөм ҡағиҙә: организмда ни тиклем экстрогендар күберәк, остеопороз менән сирләү хәүефе шул тиклем кәмей. Тулы кәүҙәле кешеләр остеопороз менән һирәгерәк ауырый, сөнки май күҙәнәктәре гормондар бүлеп сығарыуға булышлыҡ итә.
Ир-егеттәр ҙә хәүеф төркөмөнә инмәй, сөнки уларҙа тәүҙән үк һөйәк массаһы күберәк. Өҫтәүенә, уларҙың организмына гормональ үҙгәрештәр ҙә күп түгел.
Шулай уҡ яҫы һөйәкле кешеләргә лә ниндәйҙер кимәлдә бындай ҡурҡыныс юҡ. Уларға кальцийҙы хәүефле кимәлгә еткәнсе юғалтыу өсөн оҙаҡ ваҡыт кәрәк буласаҡ.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.