Һөйәл – ул тәндең айырым бер урыны һәр ваҡыт ышҡылыу сәбәпле ҡытыршыланып ҡатҡан тире ҡатламы. Шул уҡ ваҡытта уның өҫтө шыма булып, ҡатҡан тире эс яҡта ҡалыуы ла бар. Ҡайһы берҙә ул ярылып тора, һарғылт һоро төҫтә, яҫы йәки ҡабарынҡы була. Һөйәл урынындағы тире үҙенең һиҙгерлеген юғалта. Ә бына уға нимәлер тейһә, төкөһә, шулай уҡ елһенгәндә һәм ярылғанда ҡаты ауыртыу барлыҡҡа килә. Иң яфалағаны, моғайын, аяҡтағы һөйәлдер. Атлаған һайын көс төшә, аяҡ кейеме лә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра.
Һөйәлдең ҡалыны ла, йоҡаһы ла, ҙуры ла, бәләкәйе лә, ҡороһо ла, еүешләнеп торғаны ла була. Тәндең ҡайһы өлөшөнә сығыуына ҡарап, һөйәлде төркөмдәргә бүлергә мөмкин. Әйтеүебеҙсә, ул тәү сиратта тәндең ышҡылған, ҡырылған урындарына сыға. Ғәҙәттә, кешенең аяғы тирләүсән булһа һәм таҙалыҡ ҡағиҙәләре үтәлмәһә, һөйәлдәр үксәгә, аяҡ бармаҡтары араһына сыға. Төрлө үҙгәреш (мәҫәлән, яҫы табанлылыҡ) табандың сығып торған урындарының, тубыҡ һөйәгенең һәм үксәнең өҫкөрәк өлөшөнөң ҡырылыуына сәбәпсе була. Тәүҙә ул урын ҡыҙарып, шешеп сыға, ауыртыу барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә был билдәләрҙе һиҙеп ҡалһағыҙ, шунда уҡ сараһын күрегеҙ – ҡыҫҡан аяҡ кейемен йәки ҡаты туҡымалы кейемде сисегеҙ. Иғтибарһыҙ ҡалдырғанда ышҡылған урында үтә күренмәле шыйыҡсалы ҡыуыҡ барлыҡҡа килә. Ул һыулы һөйәл тип атала. Ҡайһы саҡта шыйыҡлыҡта ҡан булырға ла мөмкин. Ҡанлы һөйәл һыулыһына ҡарағанда нығыраҡ ауырта.
Бунион һөйәле аяҡтың баш бармағы быуынына сыға. Сәбәбе – уңайһыҙ һәм ҡыҫҡан аяҡ кейеме кейеү. Һөйәлгә һәр саҡ баҫым булғанлыҡтан, эсенә яйлап шыйыҡлыҡ йыйыла, ҙурая башлай. Аяҡ кейемен алыштырмаһаң, майҙар (мазь) һәм дарыуҙар ярҙам итмәйәсәк. Был етди проблема. Ваҡытында сара күрмәһәң, аҙаҡ операция кәрәгеүе ихтимал.
Һөйәк туҡыма үҫентеһе. Был осраҡта табан һөйәге өҫтөндә шеш һымаҡ һөйәл барлыҡҡа килә. Ул, ғәҙәттә, артыҡ ауырлыҡтан интегеүсе, умыртҡа бағанаһында һәм аяҡ быуындарында ауырыу булған кешеләрҙә, шулай уҡ оҙайлы физик көсөргәнеш менән эшләүсе спортсыларҙа, хеҙмәткәрҙәрҙә күҙәтелә.
Башҡа сирҙәр кеүек үк, һөйәлде дауалауға ҡарағанда булдырмау яҡшыраҡ. Шуға күрә йомшаҡ күндән, материалдан тегелгән аяҡ кейеме кейергә тырышығыҙ. Эштән һуң йәки оҙайлы ваҡыт аяҡ өҫтө йөрөп ҡайтҡас, бер ус диңгеҙ тоҙо һалынған йылымыс һыуға тығып, аяҡтарығыҙҙы 10 минут тирәһе ял иттерергә һәм йомшаҡ таҫтамал менән һөртөргә кәрәк. Бармаҡ араларын айырыуса яҡшылап ҡороторға кәңәш ителә – был осраҡта тире боҙолмаясаҡ. Гел генә еүеш йөрөһә, бәшмәк ауырыуы башланғанын оноторға ярамай. Үксәгә крем йәки вазелин һөртөгөҙ.
Табипҡа барығыҙ!
Кешеләр һөйәлгә әллә ни иғтибар итмәй – табипҡа барыу түгел, үҙ аллы дауалау алымын ҡулланырға ла ашығып бармай. Был хәүефле. Түбәндәге билдәләр булғанда, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк:
– һөйәл ауыртһа;
– ҡан тамырҙары менән проблема булһа, шәкәр ауырыуы күҙәтелһә;
– һөйәл янында тире ҡыҙара башлаһа;
– һөйәл ярылһа, ҡанһырап торһа;
– операция талап ителһә;
– һөйәл зәңгәрһыу төҫкә инә башлаһа.
Бысраҡ эләккәндә һөйәл эренләп китеүе бар. Эргәһендәге тире лә елһенә башлай. Был осраҡта ла дауаханаға барығыҙ.
Һөйәлде дауалай башлағансы уҡ һәм дауалау барышында шоколад, цитруслы емештәр ашамаҫҡа, спиртлы эсемлектәр, ҡәһүә эсмәҫкә ҡушалар. Был организмдағы минералдарҙың тейешле баланста һаҡланыуына ярҙам итә һәм тиҙ арала дауаланыу мөмкинлеге бирә.
Бөгөн һөйәлдәрҙән ҡотолорға ярҙам иткән дарыуҙар күп:
1. дарыуханала составында парафин һәм минераль майҙар булған, ауырыуҙы иҫкәртеүсе һәм дауалаусы препараттар (май, лейкопластырь, бармаҡ аҫтына ҡуйыла торған махсус шыйыҡсалы “мендәр”, бармаҡҡа кейҙерелә торған махсус “балдаҡ”) һатыла. Улар тирене йомшарта, һөйәл сығыуҙан һаҡлай.
2. һөйәлде дауалау өсөн составында салицил кислотаһы, каучук, ланолин, ҡарағай һағыҙы (сосновая канифоль) булған май ҡулланыла. Бинттан 10 см оҙонлоҡтағы, 2 – 6 см киңлектәге таҫмалар эшләп, май һөртөргә лә сөйәл өҫтөнә ҡуйырға. Һөҙөмтә тиҙерәк булһын өсөн берәй сәғәт тирәһе полиэтилен ҡапсыҡ кейеп ултырһағыҙ ҙа була.
3. Әгәр ҙә һыулы һөйәл тишелһә, яраны водород перекисы менән йыуҙыралар, синтомицин майы һөртөп, бәйләп ҡуялар. Уны көнөнә ике тапҡыр алмаштырып торорға кәңәш ителә. Тишелгән тирене ҡырҡып ташларға ашыҡмағыҙ – ул яраға инфекция инеүҙән һаҡлай.
4. Микробтарҙы үлтереү үҙенсәлегенә эйә булһа ла, һыулы һөйәлгә, ҡырылған тирегә лейкопластырь йәбештерергә ярамай. Ул һауа үткәрмәй, ә был микробтарҙың үрсеүенә ҡулай. Яраларҙы дауалау өсөн “зеленка”, Караваев бальзамы, һырғанаҡ (облепиха) майы ярҙам итер.
Халыҡ медицинаһы ла
ярҙамға ашыға
Һөйәлдән ҡотолоу өсөн бер нисә рецепт та тәҡдим итә халыҡ табиптары.
n Һөйәлгә һарымһаҡ йәки шарап яһауҙа ҡулланылған емештәр – виноград, әсе алма, анар (гранат), миләш, ҡыҙыл ҡарағат һуты һөртөргә.
n Кис ятыр алдынан алоэ япрағын урталай ярып, һөйәлгә ябырға һәм лейкопластырь менән йәбештерергә. Ул төн эсендә йомшарыр һәм уны махсус игәү ярҙамында еңел генә итеп ҡырып алып булыр.
n Йоҡлар алдынан аяҡтарҙы йылы һыуҙа йәки быуҙа йомшартҡас, һөйәлгә лимон ҡабығын бәйләп ятырға мөмкин. Иртәнсәк шулай уҡ игәү ярҙамында йомшарған тирене ҡырып алырға була.
n Барлыҡ ылыҫлы ағастың сайыры һөйәлдән тиҙ арала ҡотолорға ярҙам итә. Уны лейкопластырь менән зарарланған урынға йәбештерәләр ҙә, бер тәүлектән һуң алмаштыралар. Тик уны ҡуйыр алдынан аяҡтарҙы бер аҙ йылы быуҙа йәки һыуҙа йомшартып алалар.
n Аяҡтар өсөн махсус ванналар ҙа был сирҙән ҡотолорға ярҙам итә. Бигерәк тә һабынлы-тоҙло һыу килешә. Бының өсөн тасҡа бер литр йылы һыуға бер балғалаҡ тоҙ һәм 1,5 балғалаҡ ҡырғыста ҡырылған кер һабыны (дегетле булһа айырыуса яҡшы) һалып бутайҙар. Аяҡтарҙы 15 – 20 минут тирәһе тығып ултырғас, һөйәлдәрҙе ҡаты щетка йәки пемза менән ҡырып алырға кәрәк. Аҙаҡтан йылы һыу менән йыуып, йомшаҡ таҫтамал менән ҡороторға ла, туҡландырыусы крем һөртөргә кәрәк. Һөҙөмтә булһын өсөн был процедураны аҙна-ун көн дауамында эшләйҙәр.
n Һөйәлдәрҙән ҡотолоу өсөн бал ҡорто балауыҙы ла (прополис) ярҙам итер. Бының өсөн аяҡтарҙы 15 минут йылы һыуҙа тотҡас, ҡороторға кәрәк. Артабан һөйәлдәргә йылытылған балауыҙҙы ҡуйып бәйләгеҙ. Уны бер тәүлек буйына алмаштырмайынса тоторға мөмкин. Дауалау курсы ике аҙна. Өс көн һайын балауыҙҙы алғас, аяҡтарҙы йылы һыуҙа тотоп, йомшарған тирене ҡырып алырға кәрәк.
Һөйәлдәрҙән ҡотолоу өсөн шулай уҡ күберәк йәйәү йөрөргә, аҡһымға бай ризыҡ менән туҡланырға, тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән кейем кейергә кәңәш ителә. Һәм ҡабатлап иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: уңайлы, аяҡ размерына тура килгән аяҡ кейеме мөһим роль уйнай.