Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Июнь 2023, 13:00

Болон клеверы

Болон клеверы халыҡ медицинаһында ҡан баҫымын төшөрөү,һалҡын тейеүҙе, йүтәлде дауалау өсөн ҡулланыла.

Болон клеверы
Болон клеверы

 

Болон клеверы (туҡранбаш) июнь айынан алып сентябргәсә сәскә ата. Дарыу өсөн күпләп сәскә атҡан ваҡытта сәскәләрен генә йыялар, ҡараңғы, елләтелгән урында киптерәләр.

Халыҡ медицинаһында ҡан баҫымын төшөрөү,һалҡын тейеүҙе, йүтәлде дауалау өсөн ҡулланыла. Аҙ ҡанлылыҡ, атеросклероз, ревматизм менән ауырығанда, күрем ауыртып килгәндә, холестерин юғары булғанда, баш ауыртҡанда файҙаһы күп. Үҫемлектең төнәтмәһен бешкән , эренле яраларҙы дауалау өсөн ҡулланалар.Был дарыу үләне ҡаҡырыҡты сығара, һейҙек,үт ҡыуа, көслө йүтәлде баҫа. Аллергия сирҙәренә лә яҡшы дауа.

Төнәтмәне ашар алдынан бер аш ҡалағы эсәләр. Һуңынан дүрт ҡалаҡҡа тиклем арттырырға була.

  Ҡан насар ойошҡанда, инсульт , инфаркт үткәргәндә, варикоз, тромбофлебит булғандарға,  ауырлы , сабыйын  имеҙгән ҡатындарға эсергә ярамай.

 

Фото: vsegda-pomnim.com

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: