Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Май 2023, 21:22

Бәпембәнән ҡайнатманы нисек әҙерләргә?

 Иҫ киткес хуш еҫле һәм үҙенсәлекле был ҡайнатма гепатит, холецистит, бөйөр ауырыуҙарына дауа. Үт ҡыуығы күҙәнәктәрен, бауырҙы нығыта. Бронхиттан, астманан профилактик сара булараҡ ҡулланыла.  Геморройҙан, авитаминоздан файҙалы, организмдан бик күп  токсинды ҡыуып сығара, эсәктәрҙе   паразиттарҙан таҙарта. Бәпембә ҡайнатмаһын быуындар һыҙлауы менән интегеүселәргә лә тәҡдим итәләр.   Ул матдәләр алмашыныуына ла ыңғай йоғонто яһай.

Бәпембәнән ҡайнатманы нисек әҙерләргә?
Бәпембәнән ҡайнатманы нисек әҙерләргә?

 

Ҡайнатма өсөн яҡшы асылған сәскәләрҙе генә һайлап алалар. Тимәк, уларҙы  көндөҙ, ҡояш яҡтыһында йыйырға кәрәк. Сөнки тап шул ваҡытта улар ныҡлап асыла. Шулай уҡ юлдан ситтәрәк үҫкәндәрен һайларға.

Бәпембәнән ҡайнатма әҙерләү    ауыр түгел, өҫтәүенә, күп ваҡыт та талап итмәй. Иң беренсе  бәпембә сәскәһен һабаҡтарынан, япраҡтарынан айырып, яҡшы итеп йыуырға онотмағыҙ.   Ҡайнатма әҙерләүҙең төрлө ысулы бар: 

1. Тәүге ҡайнатма өсөн 370 – 400 бәпембә сәскәһе, 1 кг 750 г шәкәр, 500 мл һыу алына. Сәскәләрҙе кәстрүлгә һалып, өҫтөнә 2 стакан һыу ҡойорға һәм, утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡандан һуң 2 минут ҡайнатырға. Һөҙгөс аша һөҙөп алырға һәм шуға  шәкәр өҫтәп, утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң талғын утта 7 – 8 минут тоторға. Өҫтөндәге күбеген ҡалаҡ менән алырға мөмкин. Ҡайнатманы эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып нығытып ябырға.

 2. Тиҙ әҙерләнә торған ҡайнатма.  Бының өсөн  7 стакан шәкәргәһарҡытып алынған һыуҙы ҡушып, ҡайнатырға ҡуйырға. Сироп ҡайнап сыҡҡас бәпембәләрҙе һалып, тағы 7 минут ҡайнатырға. Ҡайнатманы бәләкәй банкаларға һалып, ҡапҡасын ябып, ҡаплап ултыртырға.  Уны һыуытҡыста ла һаҡларға була.

 3. Лимонлы ҡайнатма. Бәпембәләрҙе  бер тәүлек дауамында  һалҡын һыуҙа тоторға кәрәк.  Һуңынан һарҡытып, һығып алғандан һуң, 0,5 литр һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнаталар. 1–2 ҙур булмаған лимонды тышы менән бергә ҡырҡып ҡайнатып, бер тәүлеккә тондорорға ҡалдырырға. Һуңынан һөҙөп алып, сиропҡа 1 – 1,5 кг шәкәр өҫтәргә.

Ҡайнатманы ике-өс тапҡыр ҡайнатып алырға кәңәш ителә. Һөҙөмтәлә ул бал кеүек  үтә күренмәле һәм ҡуйы булырға тейеш.

 4. Әфлисунлы ҡайнатма. 250 г бәпембә сәскәһенән ҡайнатма әҙерләү өсөн  2 апельсин, 1 лимон һәм 750 г шәкәр кәрәк буласаҡ.

Әфлисунды ҡабығы менән бергә  4 өлөшкә бүлгәндән һуң, һәр береһен нәҙек кенә итеп арҡырыға ҡырҡып сығырға.  Йыуылған һәм киптерелгән сәскәләрҙе әфлисун менән бергә һауытҡа һалырға һәм 1,5 литр һыу ҡойоп, 1 сәғәт ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан ҡайнатманы  һөҙөп алып, лимон һәм  шәкәр өҫтәйҙәр һәм тағы  ла 20 минут ҡайнаталар.  Банкаларға һыуынғас ҡына һалырға кәңәш ителә.

 5. Был тәмлекәс ҡайнатмай ғына әҙерләнә. Сәскәләрҙе һабаҡтары менән бергә ит турағыс аша үткәреп, 0,5 литр бәпембәгә 2 ҡалаҡ бал ҡушырға һәм ваҡыты-ваҡыты менән болғатып тороп, 12 сәғәткә ултыртып торорға.  Уны йәшел сәйгә ҡушып эсәләр. Ул организмдың тонусын күтәрә, эске көстө  әүҙемләштерә.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: