Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Апрель 2023, 07:00

Бер төн эсендә бронхитты нисек дауаларға?

Бер төн эсендә бронхитты дауалап буламы, юҡмылыр, әммә түбәндәге ысулдарҙы файҙаланып ҡарағанда зыяны юҡтыр, моғайын.

- Бер стакан аҡ йәки ҡыҙыл ҡоро шарапты эмалле кәстрүлгә ҡойоп, утҡа ҡуйырға.  Бысаҡ осонда ғына дәрсен, лимон  йәки әфлисун ҡабығы онтағы, мәтрүшкә, мелисса, ҡәнәфер һәм бер лавр япрағы өҫтәргә. Шарап ҡайнай башлағас, уттан алып һөҙөргә лә,  бер ҡалаҡ бал ҡушып, яҡшы итеп бутарға һәм эҫе килеш эсергә.    Эскәс тә уранып түшәккә ятырға. Айырыуса аяҡтар, тамаҡ һәм түш йылыла булырға тейеш. 

-  Дүрт ҙур алоэ япрағын ваҡлап шарап ҡойолған ярты литрлыҡ банкаға һалырға һәм дүрт көн төнәтергә. Әҙер булғас, көнөнә ике-өс тапҡыр ашарҙан 15 минут алда һауыҡҡансы берәр балғалаҡ эсергә. 

-  Ярты литр ҡоро шарапты талғын утҡа ҡуйырға. Ул бер аҙ йылынғас, 500 г кипкән юл япрағы өҫтәргә һәм   ҡапҡасын ябып,  болғата-болғата  ҡайнау хәленә еткерергә.   Шарап ҡайнап сыҡҡас, һыулы кәстрүл эсенә ҡуйып,  тағы 20 – 30 минут утта тоторға.   15 көн буйы көнөнә ике тапҡыр  яртышар стакан эсергә.  

Автор: С.Лотфуллина.

Автор:Сажида Лутфуллина
Читайте нас: