Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
29 Март 2023, 07:00

Ҡарағай бөрөһөн иртә яҙҙа йыйырға кәрәк

Яҙ етте, тиҙҙән ағастар ҙа бөрөгә тулыша башлар. Уларҙы йыйып өлгөрөргә кәрәк. Сөнки ағас бөрөһөнөң күп ауырыуға шифаһы тейеүе күптән раҫланған.

Мәҫәлән, ҡарағай бөрөһөндә ыҫмала, С, В12, К, Р витаминдары, рутин, эфир майы,  минераль тоҙҙар, микроэлементтар күп.  Орлоғонда  ашарға яраҡлы май бар. Ҡарағайҙан витаминлы төнәтмәләр әҙерләргә мөмкин. Уның бөрөһөн иртә яҙҙа, бөрөгә тулыша башлағанда ғына  йыйырға кәңәш ителә. Сайыры ла яҙ көнө әҙерләнә.
Ҡарағай сей яра, бронхит, пневмония, үт һәм бөйөр ауырыуҙарынан, ревматизмдан файҙалы. Уның препараттарын ингаляцияла файҙаланалар, шулай уҡ ауыртыуҙы баҫыу, ҡанды таҙартыу өсөн һәм инфекцияға ҡаршы  сара булараҡ ҡулланалар. Ул бик яҡшы антисептик һанала.
Тын юлдары ауырыуҙарынан, цистит һәм бөйөр сирҙәренән ҡарағай бөрөһөнән әҙерләнгән төнәтмә файҙалы. Бының өсөн  10 г бөрөгә бер стакан һыу ҡойоп,  30 минут ҡайнаталар. Һуңынан һөҙөп алғандан һуң, тәүге кимәлгә еткәнсе ҡайнаған һыу өҫтәйҙәр.  Был төнәтмәне көнөнә 3 – 4 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк.
Һалҡын тейеп ауырығанда, тамаҡ ауыртҡанда ҡарағай бөрөһөнә бал ҡушып төнәтмә әҙерләйҙәр. Бының өсөн 100 г бөрөгә 2,5 литр һыу ҡойоп, һыуы 0,5 литрға тиклем кәмегәнсе ҡайнатырға. Һөҙөп алғандан һуң 250 г шәкәр ҡушырға, һыуынғас 250 г бал өҫтәргә кәрәк. Дарыуҙы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда өсәр ҡалаҡ эсергә. 
Организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарыу өсөн 500 мл һыуға биш ҡалаҡ ваҡланған ҡарағай ылыҫы алына. Шуны талғын утта 10 минут ҡайнатып,   8–10 сәғәт йылыла төнәтергә. Килеп сыҡҡан төнәтмәне һөҙөп алғас, көн дауамында әҙ-әҙләп эсергә.   


Иҫкәрмә: ҡарағайҙан әҙерләнгән препараттарҙы күп миҡдарҙа ҡулланыу хәүефле һәм ашҡаҙандың елһенеүенә, баш ауыртыуына килтереүе ихтимал.        

Автор: С.Лотфуллина                                                                                                        

Автор:Сажида Лутфуллина
Читайте нас: