Ябығырға теләүсе ҡатындарҙың 6 хатаһы:
Ашау ваҡыты түгел, ә көн дауамында ризыҡ аша алған калорияларҙың күләме мөһим. Кәйеф юҡлыҡтан, яңғыҙлыҡтан түгел, ә ысын асығыуҙы ғына баҫыу өсөн ашау мотлаҡ. Дөрөҫ туҡланғанда төнгөлөккә ашап та һимермәҫкә мөмкин.
Туҡланыу рационында билдәле кимәлдә файҙалы майҙар булырға тейеш. Организмға көн һайын май кәрәк. Улар гормондар бүлеп сығарыуға булышлыҡ итә. Был макроэлементтарҙан баш тартып, үҙегеҙгә зыян ғына килтерәһегеҙ. Төрлө сәтләүек, авокадо, зәйтүн майы кеүек файҙалы майҙарҙы ҡулланығыҙ.
Күберәк хәрәкәт итегеҙ, әүҙем йәшәү рәүеше алып барығыҙ. Һаулығығыҙҙы нығытыу һәм өҫтәмә калорияларығыҙҙы яндырыу өсөн аҙнаһына 30 – 60 минуттан 3 – 4-әр тапҡыр спорт менән шөғөлләнегеҙ. Баҫҡыстан йәйәү күтәрелегеҙ, велосипедта йөрөгөҙ. Көнөнә меңәрләп калория түгел, ә яҡынса 200 – 600 калорияны юҡҡа сығарыу ҙа етә.
Көн дауамында әҙ-әҙләп бер үк ваҡыт арауығынан һуң ашарға өйрәнегеҙ. Мәҫәлән, һәр 3-4 сәғәт һайын ашарға мөмкин, тик күпләп түгел. Шуның араһында бер-ике тапҡыр ҡапҡылап та алырға ярай.
Эшкәртелгән аҡһымдарҙы кәметеп, бойҙай, йәшелсә, ҡуҙаҡлыларға күсегеҙ. Йәғни аҡ икмәк, тәмле-татлынан баш тартырға тура килер.
6.Бөтә яратҡан ризыҡтан баш тартырға.
Ашағыҙ, әммә күләмен кәметегеҙ. Ҡапыл ғына яратҡан ашамлыҡтан баш тартыу ауыр, шуға күрә әкренләп әҙәйтә барып, яйлап ҡына организмды күнектерергә кәрәк. Тәүҙә нимәнелер ашамай тора алмайһығыҙ кеүек тойолһа ла, яйлап унһыҙ ҙа йәшәргә өйрәнерһегеҙ.