

Яҙ кеше организмы оҙайлы ҡышҡы һалҡындарҙан, ҡояш һәм витамин етмәүҙән хәлһеҙләнә һәм төрлө ауырыуға тиҙ бирешә. Организмдың витаминдарға ҡытлыҡ кисереүен “авитаминоз” тип йөрөтәләр. Ул организмда ниндәйҙер бер йәиһә бер нисә төр витаминдың етмәүен аңлата. Бынан тыш, “гиповитаминоз” тигән һүҙ ҙә бар. Уныһы иһә организмда кәрәкле витаминдар йыйылмаһының бөтөнләй булмауын күрһәтә. Быныһы айырыуса хәүефле, һөҙөмтәлә кешенең бик ҡаты ауырыуҙарға дусар булыуы ихтимал.
Һәр витамин кеше организмында билдәле бер роль үтәй. Ниндәйҙер витаминдың әҙәйеүен айырым билдәләрҙән асыҡларға мөмкин.
А витамины (ретинол). Тире кибә, ҡорой, сәс ҡойола, тырнаҡтарҙа арҡыры һыҙыҡтар барлыҡҡа килә, күҙ ауырый, эңерҙә күреү һәләте насарая, гастрит, диарея кеүек сирҙәр көсәйә, физик һәм интеллектуаль үҫеш тотҡарлана.
Д витамины (кальциферол). Аяҡ-ҡул тартыша, һөйәктәр йомшара (остеомаляция), балаларҙа рахит ауырыуы көсәйә.
Е витамины (токоферол). Мускулдар хәлһеҙләнә (кешенең атлауынан күренеп тора), капиллярҙар тиҙ генә шартлап бара.
К витамины (филлохинон). Ул ҡандың ойошоусанлығына йоғонто яһай. К витамины етмәгәндә, ул әкренәйә. Быны еңел генә һуғыуҙан да тәндең күгәреп сығыуынан һәм таҙартҡан ваҡытта теш ҡаҙнаһының ҡанауынан белергә мөмкин.
Н витамины (биотин). Тире боҙола, аппетит юғала, күңел болғана, мускулдар ауырта, депрессия барлыҡҡа килә. Тағы ла уға хас билдәләр – тән сымырлай, һиҙгерлеге арта.
С витамины (аскорбин кислотаһы). Иммунитеттың ҡаҡшауы, дөйөм хәлһеҙлек, аппетиттың юғалыуы, әҙ генә яранан да ҡанды туҡтатып алып булмауы – был витамин етмәүенең төп билдәләре.
В1 витамины (тиамин). Кеше юҡ-барға ҡыҙып барыусанға әйләнә, апатия, психикаһында үҙгәрештәр барлыҡҡа килә, туҡтауһыҙ йоҡо баҫыуына зарлана, хәтере насарая, айырыуса яңыраҡ ҡына булған ваҡиғаларҙы онота.
В12 витамины (рибофлавин). Уға хас сифаттар – тел, ауыҙ сите боҙола, күреү һәләте насарая, күҙҙән йәш ҡойола, күҙ ҡабаҡтары ҡыҙара. Был витаминдың етмәүе анемияға, йоҡоһоҙлоҡҡа, аяҡ-ҡулдарҙың тартышыуына килтереүе ихтимал.
В5 витамины (пантотен кислотаһы). Тире боҙола, сәс иртә ағара, ҡойола, бөйөр өҫтө биҙҙәренең эшмәкәрлеге насарая, быуындарҙа ауыртыу барлыҡҡа килә, хәтер һәм күреү һәләте насарая.
В6 витамины (пиридоксин). Тире кибә, битте һытҡылар баҫа, аяҡ табаны ҡыҙып ауырта. Дөйөм хәлһеҙлек, тиҙ арыусанлыҡ, юҡҡа ғына көйһөҙләнеү, депрессия, аппетит юғалыуы, күңел болғаныу – быларҙың барыһы ла организмға В6 витамины етмәүҙән була. Шулай уҡ был осраҡҡа ангина менән йыш һәм ныҡ ауырыу ҙа хас.
В12 витамины (кобаламин). Ауыҙ эсе боҙолоуға, пеләшлеккә килтерә. Шулай уҡ анемияның ауыр формаһы ла тап ошо витамин етмәүҙән була.
Вс витамины (фолий кислотаһы). Ул ашҡаҙан-эсәк тракты эшмәкәрлегенең боҙолоуына килтереүе, ауырлы ҡатындарҙа яралғының үҫешенә тотҡарлыҡ яһауы ихтимал.
РР витамины (ниацин, никотин кислотаһы). Был витамин етмәгәндә кешенең ауыҙынан шайыҡ аға башлай, тирелә һоро таптар барлыҡҡа килә. Рационда ул 2-3 ай булмаһа, пеллагра кеүек бик ҡаты сиргә килтерә. Был сир аҡыл һәләтенең кәмеүендә, диарея менән дерматитта сағылыш таба.
Автор: С.Лотфуллина