

Тырнаҡтың һарғайып һәм һынып тороуы, бармаҡтар араһының ҡысытыуы һәм ярылыуы – бәшмәк инфекцияһының төп билдәләре. Статистика күрһәтеүенсә, Ер шарының һәр бишенсе кешеһе был проблема менән ыҙалай.
Иммунитеттың ҡаҡшауы, тығыҙ аяҡ кейеме, аяҡтарҙың артыҡ тирләүе, артыҡ кәүҙә ауырлығы – зарарланыуға килтереүсе сәбәптәр. Аяҡта бәшмәк булыуын күреү менән уны дауалау сараһын күрергә кәрәк.
Аш содаһы менән алма һеркәһе ярҙамында аяҡтағы бәшмәктән ҡотолорға мөмкин.
Шулай итеп, алма һеркәһенә 1:3 нисбәтендә һыу ҡушып бутарға һәм шул һыуҙы тасҡа ҡойоп, 20 минут аяҡты тығып ултырырға. Һуңынан аяҡтарҙы яҡшы итеп ҡороторға һәм тасҡа ике литр йылы һыу ҡойоп, ике ҡалаҡ аш содаһы һалып бутарға. Ошо һыуға аяҡты тағы 15 минут тығып ултырырға һәм яҡшы итеп ҡоротҡандан һуң, тырнаҡтың бәшмәктән зыян күргән урындарын ҡырҡып ташларға.
Фото:Т.Аманов.