Һаулыҡ һаҡлау
7 Февраля 2023, 02:00

Ҡараһыу (глаукома) нимәһе менән хәүефле?

Ҡараһыу – күҙҙең нервыһын һәм селтәрле шекәрәһен зарарлаусы бик ҡаты ауырыу. Ул күҙ баҫымының күтәрелеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеп, ваҡыт үтеүгә күҙ нервыһының кибеүенә, ҡороуына килтерә.

Был ауырыу булғанда үҙәк­тән сит­тә урынлашҡан әйбер­ҙәрҙе күреү һәләте насарая,   күҙ ҡырыйы менән күреү һәләте боҙола һәм ауырыу көсәйгән ваҡытта тулыһынса һу­ҡырлыҡҡа килтереүе ихтимал.  Ҡараһыу кешелә төрлө йәш­тә барлыҡҡа килеүе мөм­кин, әммә 40-тан уҙғандарҙа ул йышыраҡ күҙәтелә.  
Бөгөнгө көндә ҡараһыу ар­ҡаһында юғалған күреү һә­ләтен  тергеҙеү ысулы юҡ.  Тап шуның өсөн ваҡы­тында ҡуйылған диагноз  һәм ауырыуҙы дауалау буйынса ашығыс рәүештә ҡабул ител­гән  саралар хәл иткес роль уйнай. 

Нилектән
барлыҡҡа
килә?

Күҙ шыйыҡлыҡ менән тулы.  Ул күҙ алмаһының артында бүленеп, уның аша күҙҙең алғы өлөшөнә күсә һәм фильтрлау системаһы аша күҙҙән сығып китә.   Күҙ­ҙең эске баҫымы  туранан-тура ошо процесҡа бәйле. Әгәр ҙә фильтрлау системаһы матдәләр алмашыныу аҙыҡ­тары менән тығыла йәиһә шыйыҡлыҡ бигерәк әүҙем бүленеп сыға икән, был күҙ баҫымының күтәрелеүенә һәм күҙ нервыһының зыян күреүенә килтерә.  Һөҙөмтәлә ҡараһыу үҫешә. 
Был ауырыуҙы йыш ҡына «бур» тип йөрөтәләр, сөнки ул үҙенә алған нәмәне кире ҡайтарып булмай. ул  бигерәк тә яйлап, әммә һиҙҙермәй үҫешеүе менән хәүефле. Ауырыуҙың бер ниндәй ҙә билдәһе юҡ, пациенттар ғәҙәттә күҙендә ҡараһыу барлыҡҡа килеүен һиҙмәй. 
Күҙ томанланып, күреү һәләте насарайыуының билдәләре бар­лыҡҡа килгәндә, сир күҙ нервы­һының 30 проценты самаһын «ашаған» була.   Тап шуның өсөн дә 40 йәштән һуң күҙҙәргә махсус тикшереү үтергә кәрәк, айырыуса кемдәрҙең туғанда­рында был ауырыу булған, шулар һағайырға тейеш. 
Ауырыуҙың башланғыс стадия­һын­да әкренләп үҙәк һәм ҡырыйҙан күреү һәләте насарая, һуңынан иһә күҙ бөтөнләй күрмәй башлай.  Ауырыуҙың киҫкен өйәнәге һөҙөм­тәһендә ҡапыл ғына күреү һәләтенең юғалыуы ихтимал. 

Ҡасан табипҡа
мөрәжәғәт
итергә?

Әгәр ҙә түбәндәге билдәләрҙең береһе генә булһа ла барлыҡҡа килһә, кисекмәҫтән табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
1. Үҙәктән ситтәге һәм ҡырый­ҙағы әйберҙәрҙе күреү һәләте юғалһа. Был – ҡараһыу арҡаһында күреү һәләтен юғалтыуҙың тәүге билдәһе.   
2. Яҡтылыҡ сығанағы тирәләй яҡтылыҡ ҡаймаһы барлыҡҡа килһә.  Әгәр ҙә яҡтылыҡ сығанағы тирәләй йәйғор төҫөндәге түңә­рәктәр күрә­һегеҙ йәки яҡтылыҡтан ҡурҡыу барлыҡҡа килә икән, был   ошо сиргә ишара  булыуы ихтимал.
3. Күреү һәләтенең насарайыуы.  Айырыуса ул ҡапыл булһа.  
4. Күҙҙең ҡыҙарыуы. Ҡыҙарыу менән бер рәттән йәрәхәткә, инфекцияға йәки ҡараһыуҙың киҫкен өйәнәгенә бәйле бик ҡаты ауыртыу ҙа булырға мөмкин.  
5. Баш һәм күҙ ауыртыу. Ҡара­һыуҙың икенсе төрө үҫешкәндә йыш күҙәтелә һәм бик тиҙ көсәйә.   
6. Күңел болғаныу һәм ҡоҫтороу. Айырыуса ул көслө итеп күҙ ауыртыуға бәйле булһа.   
 
Кемдәр хәүеф
төркөмөнә
ҡарай?

✔  40 йәштән ололар,
✔ күрәшлек (близорукость) йәки күрәғарау (дальнозоркость) юғары булғанда, 
✔ нәҫелдә ауырыусылар булһа,
✔ күҙ йәрәхәттәре,
✔ шәкәр диабеты, гипертония, ҡалҡан биҙе ауырыуҙары менән ауырыусылар.

Һуҡыр ҡалыу
ҡурҡынысы
янаймы?

Ҡараһыуҙан күреү һәләте наса­райһа, уны кире ҡайтарып булмай.   Был иһә, ауырыуҙы ваҡытында дауаламағанда һуҡырайыуға кил­тереүе ихтимал, тигән һүҙ.  Әйткән­дәй, сирҙең бер генә күҙҙе зарарлауы ла бар.  Табиптың ҡуш­ҡандарын  тулыһынса үтәү күҙҙәрҙе һәм эшкә һәләтлелекте һаҡлап ҡалырға  мөмкинлек  бирә.  
Ауырыуҙың ниндәйҙер  билдәһен һиҙеп ҡалыу менән кисекмәҫтән күҙ табибына мөрәжәғәт итергә кәрәк.  Диагностика нигеҙендә офтальмолог ауырыуҙың үҫешен туҡтатыу өсөн дауалау курсы тәғәйен­ләйәсәк. Сирҙең стадияһына һәм ҡатылығына ҡарап, дарыуҙар менән дауалау йәиһә  операция тәҡдим ителә.   Шулай уҡ күҙҙә ҡараһыу булғанда, ауыр физик эш, күп шыйыҡлыҡ һәм ҡаты спиртлы эсем­лектәр эсеү тыйыла.  Тағы ла стрес­тан, күҙҙе талдырыуҙан  һаҡланырға кәңәш ителә. 
Ҡараһыуҙы башланғыс стадия­һында  асыҡлау өсөн  йылына бер тапҡыр күҙ табибына күренеп тороу кәрәк. Был күреү һәләтен һәм күҙҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бермә-бер арттыра.  Айырыуса 40 йәштән ололарға күҙҙәрен  даими тикшертеп тороу мөһим.   

Авторы: С.Лотфуллина

Автор:Сажида Лутфуллина
Читайте нас