Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Ғинуар 2023, 07:00

Тымауҙан танауға һуған һуты тамыҙырға яраймы?

Һуған – бик яҡшы һәм шешеүгә ҡаршы ҡулланы­лыу­сы тәбиғи сара. Шулай уҡ ундағы матдәләр зарарлы бак­терияларҙы үлтерергә һә­ләтле. Ә көкөрткә бай булыуы  лайланың ағыуын нормал­ләштерергә ярҙам итә.    


Әммә  бындай һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн һуғандың еҫен еҫкәү ҙә етә. Ә уның һутын танауға тамыҙыу тураһында уйларға ла ярамай!
Танауҙың лайлалы ҡатламы бик нескә һәм көслө һуған һутының уға ныҡ ҡына зыян килтереүе бар. Шулай уҡ лимон һуты, кер һабыны кеүек башҡа халыҡ дауалау ысулдарын даими ҡулланыу ҙа яҡшыға түгел. Уларҙың хроник ринитҡа килтереүе ихтимал. 

Авторы: С.Лотфуллина

Автор:Сажида Лутфуллина
Читайте нас: